Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2023, 11:30

Уға 44 йәш тә тулып өлгөрмәгән...

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары вафат булған. 

Уға 44 йәш тә тулып өлгөрмәгән...
Уға 44 йәш тә тулып өлгөрмәгән...

Бөгөн иртә менән Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙә бик ауыр хәбәр еткерҙе. Уның беренсе урынбаҫары Рәмил Харрасов вафат булған.

“Иртә бик ауыр яңылыҡтан башланды – минең беренсе урынбаҫарым, уң ҡулым, дуҫым, һәр саҡ таянырға мөмкин булған кеше Рәмил Харрасов вафат булды. Ул бик йәш, апрелдә 44 йәш тулыр ине.

Грамоталы, асыҡ, изге күңелле, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер – Рәмил Наил улы тап ошондай булып беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ.

Һин беҙҙең хәтерҙә мәңге ҡаласаҡһың... Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Һеҙҙең менән бергә ҡайғырам!” – тип яҙҙы ул.

Район башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы сифатында Рәмил Харрасов 2021 йылдың декабрендә эшләй башлаған. Быға тиклем чиновник Благовар районы башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары вазифаһын биләгән. Бынан тыш, ул Башлыҡ хакимиәтендә, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлыҡтарында һәм Ауыл хужалығы министрлығында эшләп өлгөргән.

Рәмил Харрасовтың ни сәбәпле үлеүе тураһында хәбәр ителмәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Асҡын районы етәксеһе Ришат Дихин ҡаты ауырыуҙан вафат булғайны.

Фото: "Бәйләнештә". 

Уға 44 йәш тә тулып өлгөрмәгән...
Уға 44 йәш тә тулып өлгөрмәгән...
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: