Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2023, 12:45

Яугир ғаиләһе ярҙамһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш

Туғандары һәм яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан студенттар махсус үҙәккә мөрәжәғәт итә ала.  

Яугир ғаиләһе ярҙамһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш
Яугир ғаиләһе ярҙамһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш

Башҡортостанда туғандары махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән студенттарға ярҙам күрһәтеү буйынса Ситуация үҙәге эшләй башланы. Был үҙәк ҡатмарлы тормош шарттарында ҡалған һәм йәмғиәттең, дәүләттең өҫтәмә ярҙамына мохтаж студенттарға адреслы социаль ярҙам күрһәтеү өсөн Республика юғары уҡыу йорттарының ректорҙар советы ҡарары буйынса ойошторолдо.

“Декабрҙә Республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы ултырышында яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан студенттарҙың ниндәй ярҙам сараларына мохтаж булыу мәсьәләһен ҡараныҡ. Әлбиттә, был осраҡта юғары уҡыу йорттары тарафынан күрһәтелгән  матди ярҙам һәм төрлө социаль ярҙам саралары күҙ уңында тотола.

Селтәрле Ситуация үҙәге беҙгә бөтә юғары уҡыу йорттарының көсөн бергә тупларға һәм хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә кәрәкле ярҙам алыуҙы  еңелләштерергә мөмкинлек бирәсәк», - тип билдәләне Башҡортостан вуздарының Ректорҙар советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

Үҙәк Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттарының ресурстарын берләштерәсәк һәм бер нисә йүнәлеш буйынса студенттарға һәм хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнәсәк.

Мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләренә юридик ярҙам күрһәтеүҙе Өфө фән һәм технологиялар университеты үҙ ҡарамағына ала.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты белгестәре телефон аша психологик ярҙам күрһәтәсәк.

Ирекмәндәр эшмәкәрлеге өсөн Башҡорт дәүләт медицина университеты яуап бирә.

Мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн гуманитар ярҙам йыйыу менән Башҡортостан дәүләт аграр һәм Өфө дәүләт нефть техник университеттары вәкилдәре шөғөлләнә.

Селтәрле Ситуация үҙәгенә 8 (800) 550-67-01 номеры буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин, уның операторҙары профилле белгестәр менән бәйләнешкә инергә һәм кәрәкле консультациялар алырға ярҙам итәсәк. Үҙәк эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләй.

Фото: mgpu.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: