

Күгәрсен районы Бикбулат ауылы вәкилдәре Әбүбәкер ауылына ҡунаҡҡа килде. Билдәле булыуынса, бикбулаттар ҙа быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҙур ауылдар категорияһында үҙ районының данын яҡлай.
Көнәркәш тип тормаған, күгәрсендәрҙең килеп ҡайтыу теләген ихлас хуплап ҡаршы алған ихлас әбүбәкерҙәр. Ауылға ингән ерҙә үк ҡунаҡтарҙы ауылдың аҡһаҡалдары ҡаршы алып, артабан ауыл буйлап экскурсия ойошторолған. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт ғәскәрҙәренең йыйылма отрядтары тупланған Утарбай тауындағы стеланан башланып, мәктәп, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәле, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм мәсеттә булды ҡунаҡтар. Мәҙәниәт йортонда дауам иткән осрашыу ауыл халҡының һәм ҡунаҡтарҙың йырлы моңло сәләмдәре менән үрелеп барҙы.
Ауылдарҙың әүҙемселәре ҡатнашлығында уҙған түңәрәк өҫтәлдә эскелек проблемаһын хәл итеү, айыҡлыҡҡа килеү юлдары тураһында фекер алышынды, уңышлы эш тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар. Йылы мөхиттә үтте осрашыу. Күптән белгән таныштарҙай ихлас аралашып, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашып, йәнә осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты ике район вәкилдәре.
Дуҫтарса йылы күрешеү, бер-береңде өйрәнеү, тәжрибә уртаҡлашыу, йылы ҡунаҡ итеү булды был. Һәр хәлдә изге ғәмәлле эштәрҙә конкуренттар булмайҙыр ул.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.