Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2023, 20:00

"Ирем балабыҙға бигерәк ҡаты"

"Әллә үҙем ныҡ иркәләтәмме?" 

"Ирем балабыҙға бигерәк ҡаты"
"Ирем балабыҙға бигерәк ҡаты"

"Ҡәҙимге генә ғаилә булып йәшәп ята инек. Әлегә тиклем үҙемде бәхетле һананым. Әммә иптәшемде алмаштырҙылармы ни - үҙгәрҙе, миңә түгел уртаҡ балабыҙға. Хәйер, хәлде алданыраҡ һөйләй башлайым әле...

Ирем менән яратышып өйләнештек. Танышҡас, оҙаҡҡа һуҙманыҡ, өс ай осрашҡас та никахлаштыҡ. Ул мине аҙ һүҙле, вәғәҙәләгәнен һәр ваҡыт үтәүе, етдилеге менән әсир итте. Татыу  ғына йәшәгән кеүек инек инде.  Ғаилә ҡороуға йыл тигәндә, мөхәббәт емешебеҙ – улыбыҙ тыуҙы. Бәләкәсте икәүләп тәрбиәләнек, ул миңә ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Улыбыҙ йыш сирләгәс, төн йоҡламаған саҡтар күп булды шул.

Әллә ныҡ иркәләнекме икән, тип тә уйлайым хәҙер. Сөнки улыбыҙ еңмеш булып үҫеп килә, үҙенекен таптырып, туҙынып илаған саҡтары йыш була. Үҙенең тиктормаҫ, хәрәкәтсән сағы... Ирем баланы сабый сағында яратып ҡына тора ине, ә бына хәҙер уға ҡул күтәрә башланы. Дүрт йәшлек улыбыҙҙың ҡылыҡтары уны сығырынан-сығара. Бала мыжый башлаһа, һуғып ебәрергә лә тартынмай. Йәнәһе, ул шулай малайында ир характеры тәрбиәләй. Ә мин күҙ нурымды йәлләйем. Һуң бит, ситләшеп, ҡурҡа башланы, атаһы булған бүлмәгә яңғыҙы сыҡмай. Ҡурҡмаҫһың да, хатта тел менән дә әйтеп тормай, туҡмаҡ эләктереүе йышайҙы.

Сабыйымды ныҡ йәлләйем, артабан былай йәшәргә ярамағанлығын, нимәлер ҡылырға кәрәклеген аңлайым. Тиран атайҙан баланы алып, айырылырғамы икән әллә, тигән уйҙар хәҙер башымда йыш сыуала. Күрәләтә баланың психикаһын зәғифләткем килмәй. Икенсе яҡтан, атаһынан айырып, яңғыҙым ир баланы тәрбиәләй алырмынмы, тип тә ҡайғырам. Артыҡ иркәләтәмме икән әллә? Ысын ир-егет итеп тәрбиәләй алмаһам, үҫкәс, улым мине ғәйепләп торһа шунан... Йәшәүемдең йәме китте, ике ут араһында ҡалдым. Тормош тәжрибәһе булған кешеләрҙең кәңәше кәрәк ине”.  

Фото: tengrinews.kz

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: