Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2023, 12:00

Рөстәм Нәбиев үҙен милли герой итеп тойған

“Башҡортостан флагы, ҡурай, сәксәк, исемем ҡуйылған плакаттар, Сочи ҡалаһы башҡорттары... Был бик шәп булды”.

Рөстәм Нәбиев үҙен милли герой итеп тойған
Рөстәм Нәбиев үҙен милли герой итеп тойған

Билдәле булыуынса, танылған блогер, яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев ғинуарҙа Көньяҡ Америкаға, Анд тауҙарының иң бейек нөктәһе - Аконкагуаға (6 962 метр) артылырға тип йүнәлгәйне.

Ниһайәт, был үтә ҡатмарлы һәм хәүефле сәйәхәт тамам һәм яҡташыбыҙ ҡайтты. Артабан ул ғаиләһе ял иткән Сочи ҡалаһына килгән. Унда уны яҡындарынан тыш бер төркөм Сочи башҡорттары – яҡташтарыбыҙ ҡаршы алған.

Көтөлмәгән осрашыу Рөстәм Нәбиевтә ыңғай хис-тойғолар тыуҙырған, ул шәхси сәхифәһендә түбәндәге яҙма ҡалдырған:

“6 февралдә, Көньяҡ Америкаға киткәндән һуң бер ай тигәндә, Сочиға, ғаиләм эргәһенә килдем. Аэропорттан тыныс ҡына сығып барһам,  башҡорт милли кейемендәге кешеләрҙең «Рөстәм, Рөстәм, Рөстәм...» тип ҡысҡырғанын ишетәм... Моғайын, мине ҡаршы алмайҙарҙыр ул, тип уйланым. Әммә бөтә кешеләрҙең тап миңә ҡарап тороуын күргәс, һуңынан Индира килеп ҡосаҡлағас, барыһын да аңланым!

Был хис-тойғоларҙы кисереү бик ҡыуаныслы булды. Әгәр мине тыуған Өфөмдә ҡаршы алһалар, бер хәл, ә Сочи - бөтөнләй икенсе ҡала. Башҡортостан флагы, ҡурай, сәксәк, исемем яҙылған плакаттар, Сочи ҡалаһы башҡорттары... Был бик шәп булды. Үҙемде милли герой итеп тойҙом”, - тип яҙа Рөстәм Нәбиев.

Батыр яҡташыбыҙға һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Фото һәм видео Рөстәм Нәбиевтең шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: