2023 йылда Ағиҙел, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез һәм Яңауыл заманса уңайлы йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү проекттарын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 435 миллион һум ала. Улар бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты.
Конкурс йыл һайын уҙғарыла. 2019 йылдан унда республика ҡала, ауылдарынан 27 проект еңеп сыҡты, уларҙы төҙөкләндереүгә ике миллиард 264 миллион һум йүнәлтелде.
2023 йылда Рәсәй Хөкүмәте бөтә ил буйынса еңеүсе ҡалаларға ете миллиард һумдан ашыу - һәр проектҡа 80 миллиондан 396 миллион һумға тиклем аҡса бүлә. Проекттар ҡала халҡы ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. Тимәк, урындағы халыҡта ихтыяж булған биләмәләр барлыҡҡа киләсәк.
Тиҙҙән республикала ниндәй йәмәғәт киңлектәре булыр – карточкаларҙы ҡарағыҙ.