Ошо көндәрҙә Өфөлә булған хәл тетрәндерҙе... Баш ҡаланың Вологда урамында йәшәгән йәш ир балконға сыҡҡан мәлендә тышта бала илаған тауыш ишетеп ҡала. Станислав Усманов был хәлгә битараф ҡалмай һәм сығып ҡарарға була, иптәшкә ағаһы менән дуҫын да ала.
Тауыш буйынса барып, улар йәшәгән урынынан бер аҙ ситкә китә һәм Роза Люксембург урамында юл уртаһында ултырған ҡатынды күрә. Ә янында, ҡар эсендә, бөтөнләй кейемһеҙ сабыйҙы күреп аптырап ҡалалар.
Станислав өшөгән, ҡысҡырып илаған ҡыҙ баланы шунда уҡ курткаһына төрә һәм йүгереп өйөнә алып ҡайта. Үҙе, ике бала атаһы булараҡ, сабыйҙы шунда уҡ йылы әйберҙәргә төрә һәм йылытырға тырыша. Урынға саҡырылған табиптар ныҡ өшөгән һәм сирләгән баланы реанимацияға алып китә.
Ә иҫерек һәм ни эшләгәнен дә аңламаған әсә шул көйө юл уртаһында ултырып ҡала. Һөҙөмтәлә уны полиция килеп, бүлексәгә алып китә. Аҙаҡ ҡына был ҡатындың тағы дүрт балаһы булыуы, уларҙың бөтәһенә лә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүе тураһында асыҡлайҙар. Әйткәндәй, ул кеше үлтергән өсөн төрмәлә лә ултырып сыҡҡан...
Фото: Телеграм.