Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2023, 17:00

Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы

Республиканың киң мәғлүмәт саралары уҙған йылға йомғаҡ яһаны. 

Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы
Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы

Бөгөн, 9 февралдә, республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары үткән йылдағы эш һөҙөмтәләрен барланы, башланып торған йылға эшмәкәрлек йүнәлештәре, заман ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу, дөрөҫлөккә, ғәҙеллеккә ҡоролған мәғлүмәти сәйәсәт алып барыу алымдарын билдәләне.

Башҡортостандың мәғлүмәти киңлеге 150-гә яҡын баҫма матбуғат, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, электрон баҫмалар кеүек етди, һәр ҡайһыһының үҙ йүнәлеше булған сараларҙан тора.

Бөгөнгө ҡатмарлы заманда халыҡ интернетта, социаль селтәрҙәрҙә таралған, сығанағы булмаған яңылыҡтарға ҡарағанда рәсми матбуғатта донъя күргән мәғлүмәткә, дәүләт ҡарамағында эш иткән телеканалда йәки радиола яңғыраған хәбәрҙәргә нығыраҡ ышана. Быны ултырышта сығыш яһаусыларҙың барыһы ла билдәләне.

“Заман заңы һеҙҙән мәғлүмәт еткереүҙә беренсе булырға тырышыуҙы, күберәк аудиторияны йәлеп итеүҙе талап итә, әммә шул уҡ ваҡытта иң төп төшөнсә – кеше хаҡында онотмағыҙ. Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк – иң төп ҡиммәттәр”, – тине үҙенең сығышында республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев уҙған йыл йомғаҡтарын барлап, быйылғыһына төп йүнәлештәрҙе билдәләне. 2023-2024 йылдарҙа илдең һәм республиканың сәйәси аренаһында көтөлгән мөһим ваҡиғаларҙа – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын, Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашыуға, уларҙы ғәҙел яҡтыртыуға баҫым яһалды.

Максим Владимирович матбуғаттың хәленә лә айырым туҡталды. “Икенсе донъя һуғышы йылдарында уҡ беҙҙең республикала алты телдә гәзит-журналдар нәшер ителгән. Беҙ бөгөн дә ошо традицияға тоғро ҡалып, уларҙы һаҡлап киләбеҙ”, – тине ул. Ведомство ҡарамағындағы баҫма киң мәғлүмәт сараларының уртаса тиражы 300 мең самаһы дана тәшкил итә.

Коллегия ултырышында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто кеүек эре предприятиеларҙың етәкселәре уҙған йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Шулай уҡ РФ Президенты, Башҡортостан Башлығы гранттарына проекттар әҙерләү нескәлектәре, матди базаны яңыртыу мөмкинлектәре, журналистарҙы профсоюз комитеты тарафынан яҡлау саралары һәм башҡа мәсьәләләр тураһында һүҙ алып барылды.

Сара барышында бер төркөм ҡәләм һәм һүҙ оҫталарына Башҡортостан Республикаһының, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының бүләктәре тапшырылды. “Башҡортостан” гәзитенең мәғариф бүлеге мөдире Гөлдәр Яҡшығолова – Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына, дәүләт һәм сәйәсәт бүлеге мөдире Рәмилә Мусина Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.  

Айрат Нурмөхәмәтов һәм Олег Яровиков фотолары.

 

Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы
Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы
Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы
Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы
Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы
Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы
Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы
Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы
Журналистар ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк яҡлы
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: