Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы булараҡ билдәле Яңауыл төбәге һуңғы йылдарҙа айырыуса йылдам үҫеш кисерә. Бында береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк проекттар тормошҡа ашырыла, Яңауыл ҡалаһы архитектура йәһәтенән яңырыу кисерә, урамдар, социаль объекттар төҙөкләндерелә, ял биләмәләре – бер һүҙ менән әйткәндә, халыҡ өсөн уңайлы мөхит барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта төбәк сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тармаҡтарын берҙәй үҫтереп, социаль-иҡтисади күрһәткестәр йәһәтенән дә алдынғылар иҫәбендә һанала. Гәзитебеҙҙең бөгөнгө “Йома ҡунағы” – районды тиҫтә ярым йылға яҡын уңышлы етәкләгән, республика муниципалитеттары башлыҡтары араһында иң тәжрибәлеләрҙән һаналған Илшат Әғзәм улы ВӘЗИҒӘТОВ.
– Илшат Әғзәм улы, һөйләшеүебеҙ һеҙҙең күркәм ғүмер байрамығыҙға бәйле ойошторола, шуға күрә иғтибарҙы күберәк эшкә түгел, уҡыусыларҙы һеҙҙең менән шәхес булараҡ таныштырыуға йүнәлтәйек. Белеүебеҙсә, ошо Яңауыл ерендә тыуып үҫкән уҙаманһығыҙ?
– Эйе, тамырҙарым Яңауылдан, әммә мин Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Әтей менән әней – һуғыш осоро балалары. Икеһенең дә атайҙары Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк яуға алынып, хәбәрһеҙ юғала. Төп сығышыбыҙ – Яңауылдың Аҡылбай ауылынан. Ауыр, етешмәгән осор булыуға ҡарамаҫтан, икеһе лә бер эштән дә ҡурҡмай, үҙ тырышлығы менән тормошта юл яра. Әтейем һуң ғына, 19 йәшендә, мәктәпте тамамлап, Сарапулда тракторсылар курсында уҡый. Артабан сиҙәм күтәреүҙә, өс йыл әрме хеҙмәтендә сынығыу ала һәм, 24 йәшендә Өфөгә юлланып, ауыл хужалығы институтының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында ғаилә ҡора, әнейем был ваҡытта Өфөлә участка шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөгән була. 1969 йылда юғары белемле белгесте ит тоҡомло малсылыҡ менән шөғөлләнгән, 17 ауылды берләштергән ҡеүәтле “Беүә” совхозына баш зоотехник итеп ебәрәләр. Шулай итеп, беҙ әтейҙең тыуған төйәге булған Яңауылға килеп төпләндек һәм артабанғы ғүмерем ошо изге ер һәм уның халҡы менән бәйләнде.
– Мәктәптә ниндәй уҡыусы булдығыҙ?
– I класҡа Яңы Артауыл мәктәбенә барҙым. Төплө белемгә нигеҙ ошонда һалынғандыр тип уйлайым. Әтейҙе колхоз рәйесе итеп һайлағастар, ғаиләбеҙ Байғужа ауылына күсенде. Ошо ауыл мәктәбен тамамланым. Уҡыу еңел бирелде, гел “бишле”гә өлгәштем, тип әйтергә мөмкин. Ул саҡта иҫке мәктәп ине, әллә ни шарттар ҙа, хәҙерге кеүек туҡланыу ҙа булманы. Шулай ҙа бер кем дә зарланманы. Мәктәптән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механика факультетына уҡырға индем.
– Ә ни өсөн тап ошо йүнәлеште һайланығыҙ?
– Техникаға бала саҡтан ылыҡтым. VI кластан һуң тракторҙа үҙаллы ер һөрә башланым. Уға тиклем бесән әҙерләүҙә ҡатнаша инек, үҙем дә, ҡустылар ҙа эшләп үҫтек. VIII – IX кластарҙан һуң комбайнсы ярҙамсыһы булдым, йәй дауамында ярайһы уҡ һәйбәт эш хаҡы ала инек, шуға күрә механика факультетын һайлаясағымды алдан уҡ белдем. Әтей-әней беҙҙе шаштырманы. Тәүге “Минск” мотоциклын тракторсы ярҙамсыһы булып эшләп алған аҡсаға һатып алдым.
Мин өлкән кластарҙа уҡығанда әтей ауырып китте. Әнейгә уның менән дауаханаларға йөрөргә, тәрбиәләргә тура килде. Шул ваҡытта, ғаиләләге иң өлкән бала булараҡ, бөтә яуаплылыҡ минең өҫтә ҡала ине. Хатта һыйыр һауырға ла өйрәндем.
– Ғаиләгеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырһағыҙ ине.
– Студент йылдарында йәйге практикаға ебәрәләр ине. Бер йылы Ейәнсура районында ике ай ярым урып-йыйыу эштәрендә ҡатнаштыҡ. Дуҫ егет бер ҡыҙ менән танышып, аралаша башланы, ә минең буласаҡ тормош юлдашым шул ҡыҙҙың әхирәте ине. Илзирә – Стәрлетамаҡ ҡыҙы. Беҙ танышҡан ваҡытта ул Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй ине. Ике ай дуҫлашып йөрөнөк тә өйләнештек, V курста уҡығанда улыбыҙ Динар тыуҙы. Унан инде, Яңауылға ҡайтып төпләнгәс, Айбүләк ауылында йәшәгәнебеҙҙә ҡыҙыбыҙ Эвелинаға атай-әсәй булыу шатлығын кисерҙек.
Балаларыбыҙ үҙ ғаиләһен ҡороп, ейәндәр һөйөү шатлығын бүләк итте. Дүрт ейәнебеҙ – Камран, Эмир, Камил һәм Асҡар үҫә. Улым да, ҡыҙым да ғаиләһе менән Яңауылда йәшәй, бергә аралашып көн итеү, уларҙың янда булыуын тойоу, ейәндәрҙең үҫеүен күреү – үҙе бәхет.
– Хеҙмәт йылдарына ҡыҫҡаса байҡау яһап үтәйек...
– Райондың Чапаев исемендәге колхозында технолог булып эш башланым, артабан ярты йылдан баш инженер вазифаһына тәғәйенләнеләр. Алты йыл Яңауыл элеваторында транспорт цехы начальнигы, директор урынбаҫары булып эшләп, ярайһы уҡ тәжрибә тупланым. Унан инде, көтмәгәндә тигәндәй, район хакимиәтенә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫар итеп саҡырҙылар. Артабан өс йыл Яңауыл ҡалаһының мэры булып эшләп, 2008 йылдан район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарып киләм. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, бер ваҡытта ла үҙемде власть вәкилемен тип өҫтөн ҡуйманым. Ғөмүмән, власть тигән һүҙҙе яратмайым. Мин дә шул уҡ халыҡ вәкиле, асылым менән ябай ауыл кешеһе булып ҡалам.
– Район хакимиәте башлығы булараҡ, халыҡ менән эшләгәндә иң ауыры нимә?
– Кешеләргә ярҙам итә алмаған осраҡтар, төрлө саҡтар була, һиңә күҙ төбәп килеүсегә ярҙам итеү өсөн йә закондар, йә финанс мәсьәләһе ҡаршылыҡ тыуҙыра. Мәҫәлән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы һорап, инвалидлыҡ категорияһына эйә йәки ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр килә. Аңлайһың: улар ысынлап та ярҙамға мохтаж. Бөгөн үк, хәҙер үк булышлыҡ күрһәтке килә, әммә ярамай, сөнки сиратта уларҙан алдараҡ торған кешеләр ҙә шундай уҡ хоҡуҡтарға эйә. Был осраҡта, нисек кенә теләһәң дә, закон ҡыҫаһынан сыға алмайһың. Ә бүленгән аҡса бөтәһенең дә мәсьәләһен бер юлы хәл итергә мөмкинлек бирмәй.
Тағы ла алдашыуҙы яратмайым. Алдыңда йылмайып, артыңда йоҙроҡ төйгәндәрҙе аңламайым. Тәүге көндәрҙән ошоға юл ҡуймаҫҡа, асыҡ шарттарҙа эшләргә тырыштым. Нисек кенә әсе булмаһын, дөрөҫлөк яҡлымын.
– Күптән түгел махсус хәрби операция барған ерҙәрҙә булып ҡайттығыҙ. Ниндәйҙер хәүеф тойғоһо кисерҙегеҙме?
– Юҡ, тамсы ла булманы. Унда беҙҙең егеттәр ут эсендә ил именлеген яҡлай. Уларҙың хәлен белеп, тыуған яҡтарынан сәләм тапшырып, рухи ныҡлыҡ өҫтәп ҡайтыуҙы бурыс тип һанайым. 340 мең һумға яҡшы тороштағы “Нива” автомобиле, мейестәр, тепловизорҙар, быймалар һатып алдыҡ. Яҡташ егеттәрҙе бергә йыйып, алып барған техниканы, күстәнәстәрҙе үҙебеҙ тапшыра алдыҡ. Кәйефтәре хәрбиҙәрсә. Уларҙың да, беҙҙең дә осрашыуҙан күңел булды.
– Яңауыл халҡының бик дәррәү, берҙәм рәүештә яугирҙәргә ярҙам ойоштороуы тураһында хәбәрҙарбыҙ...
– Махсус хәрби операция халыҡты ныҡ берләштерҙе. Бығаса хәйриә фонды аша йылына 400-500 мең самаһы аҡса йыйылып, мохтаждарға, кәрәкле эштәргә йүнәлтелә ине. Былтыр, махсус хәрби операция башланғандан алып, 6,5 миллион һум самаһы аҡса тупланды. Предприятиелар, хужалыҡтар, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ – барыһы ла үҙе теләп аҡса күсерә. Бынан тыш, әйберләтә бихисап ярҙам йыйылды. Мәҫәлән, эшҡыуар Айрат Ғәлиханов хаҡында ишеткәнһегеҙҙер, ул ике автомунса, ике автомобиль ебәрҙе.
Яҡташ егеттәргә бер нисә тапҡыр кәрәкле әйберҙәр һатып алып ебәрҙек. Әлеге фонд аҡсаһынан балалары бәлиғ булмаған йәки көндөҙгө бүлектә уҡыған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә – балаларына һәм ҡатындарына 6-шар мең һум аҡса бүлдек.
– Нисек ял итәһегеҙ? Тынғыһыҙ эштән һуң күңелегеҙгә ниндәй шөғөлдәр шифа бирә?
– Көтөп алынған ял ваҡытын ғаиләмә бағышларға тырышам. Шөкөр, яҡындарымдан уңдым, ҡатыным һәр ваҡыт ышаныслы тыл, терәк-таяныс була белде, балаларым йөҙҙө ҡыҙартманы. Элек-электән бер туғандар менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ, байрамдар, тыуған көндәр бергә үтә. Иҫләйһегеҙҙер, 2014 йылдың авгусында беҙҙең төбәктә бик көслө дауыл үтте, ҡаланың бер өлөшө ныҡ зыян күрҙе, бөтә ерҙә емереклек. Ҡустымдың тыуған көнө ине, улар йәшәгән яҡҡа дауыл ҡағылмаған. Барыһы ла йыйылған, ә беҙ юҡ. “Энекәшенең тыуған көнөнә лә килмәҫлек нимә булырға мөмкин икән һуң?” тип аптыраған атайыбыҙ. Әле лә шул һүҙҙәрен көлөп иҫләп алабыҙ.
Баҡса эшен яратам, был шөғөл күңелгә ял, тыныслыҡ бирә. Усаҡ яғып, ир-егеттәрсә ризыҡтар бешереп, ғаиләмде һыйлауҙан йәм табам. Тағы бер яратҡан шөғөлөм – тау саңғыһы. Тик беҙҙең төбәктә тәбиғи мөмкинлектәр булмағанға күрә, Яҡтыкүлгә йөрөргә тура килә. Бер нисә тапҡыр Сарапул яҡтарындағы тау саңғыһы базаһын һынап ҡараным, әммә Урал тауҙарына етмәй. Инде хәҙер һаулыҡтың ҙур байлыҡ икәнен аңлар йәштәмен, шуға күрә булғанына шөкөр итеп, күңел тыныслығында йәшәргә тырышам.
– 55 йәшегеҙ ҡотло булһын! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, һәр йәһәттән уңыштар теләйбеҙ!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА