Бөгөн Рәсәйҙә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Дипломатияны ижтимағи һәм дәүләт эшмәкәрлегенең башҡа өлкәләре араһында иң консерватив һәм ябыҡ йүнәлеш тип атарға мөмкин, сөнки, ҡағиҙә булараҡ, дипломаттарҙың күп көс талап иткән, ҡайһы берҙә бик оҙаҡҡа һуҙылған һәм ҡатмарлы эш һөҙөмтәһе генә билдәлелек ала. Әммә бынан алдағы һәм бөгөнгө ваҡиғалар рәсәйҙәрҙең дипломатияға мөнәсәбәтен үҙгәртте: хәҙер граждандарыбыҙ сит ил эштәре министрының, уның урынбаҫарҙарының һәм рәсми вәкилдең телевидение һәм матбуғат конференцияларын иғтибар менән күҙәтә. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров пандемия үҙгәрткән донъялағы дипломаттарҙың эшмәкәрлеге, хәҙерге геосәйәси хәлдә етди үҙгәрештәр һәм бер поляр донъялағы көрсөк тыуҙырған көсөргәнештең артыуы хаҡында һөйләне.
– Венер Мөхәмәтфәтих улы, һуңғы ваҡытта вәкиллек дипломаттары эшендә нимәләр үҙгәрҙе?
– Беҙҙең эшмәкәрлек, ысынлап та, бик консерватив, һәм ул Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен көйләүгә йүнәлтелгән, әммә ҡайһы бер яңылыҡтар ҙа бар. Беҙҙең бурыс – төбәк власть органдарының халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген координациялауҙы тормошҡа ашырыу, шулай уҡ Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленә һәм Рәсәй Сит ил эштәре министрлығына ошо өлкәләге хәл тураһында оператив мәғлүмәт биреү өсөн кәрәкле материалдар әҙерләү.
– Башҡортостандың бөгөнгө халыҡ-ара картаһын тасуирлағыҙ әле. Һуңғы йылдарҙа ул нисек үҙгәргән?
– Әлеге ваҡытта Өфөлә Тажикстан Республикаһының генераль консуллығы, Беларусь Республикаһы илселеге бүлексәһе эшләй. Былтыр ҡалала Үзбәкстан илселеге ҡарамағында эшләгән Үзбәкстан Мәшғүллек министрлығының Тышҡы хеҙмәт миграцияһы буйынса агентлығы вәкиллеге асылды. Почетлы консулдар институты ла әүҙем киңәйә – бөгөн Өфөлә Болгарияның, Италияның, Ҡаҙағстандың, Үҙбәкстандың, Ҡырғыҙстандың, Төркиәнең почетлы консулдары эшләй.
– Ә почетлы консулдың роле ниндәй?
– Ул бик ҡыҙыҡлы һәм мөһим. Нигеҙҙә, улар – Рәсәй граждандары, әммә карьера дипломаттары түгел, ә штаттан тыш хеҙмәткәрҙәр, ҡағиҙә булараҡ, бизнесмендар йәки фән эшмәкәрҙәре. Үҙҙәренең һөнәри эшмәкәрлегендә улар ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә йоғонто яһарға мөмкинлек биргән илдәрҙең рәсми структуралары менән үҙ-ара эш итә.
Почетлы консул тәғәйенләү процесы ярайһы уҡ оҙайлы һәм яуаплы. Уның кандидатураһын тәҡдим иткән ил Сит ил эштәре министрлығына мөрәжәғәт итә. Уның илселәр, делегациялар ҡабул итеү, уларҙың төбәктә йәшәүенә булышлыҡ итеү мөмкинлеге булырға тейеш. Аңлауығыҙса, бының өсөн йоғонтоло кеше булыуҙан тыш, билдәле бер матди ресурстарға ла эйә булырға кәрәк.
– Делегацияларҙы ҡаршы алыуҙан тыш, почетлы консулдың бурыстарына тағы нимәләр инә?
– Уларҙың эше тулы масштаблы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү менән бәйле. Күптәре дипломатик вәкиллек шөғөлләнгән эшмәкәрлекте башҡара, әммә сит ил вәкиллектәренең хеҙмәткәрҙәр штаты бар, ә почетлы консул бер үҙе бөтә эште лә башҡара. Сит ил эштәре министрлығы өсөн ул – ошо ил исеменән сығыш яһаған берҙән-бер кеше, сөнки рәсми рәүештә фәҡәт ул ғына аккредитацияланған.
– Йәғни бөтә почетлы консулдарҙың да вәкәләттәре бер үк түгелме?
– Эйе. Консул функцияларын башҡарыу хоҡуғына эйә булғандар ҙа бар. Мәҫәлән, Болгарияның почетлы консулы был илдә ял итергә теләгәндәргә виза тултырырға хоҡуҡлы – был илдең Сит ил эштәре министрлығы уға шундай хоҡуҡ бирҙе. Әлбиттә, почетлы консулдар беҙгә даими рәүештә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирә, үҙҙәренең бурыстарын һәм төп һөҙөмтәләрен иғлан итә.
– Былтыр, махсус хәрби операция башланыу менән беҙҙең илебеҙгә ҡаршы санкциялар индерелә башланы. Ошо йәһәттән, үҙегеҙ әйтмешләй, консерватив эшмәкәрлегегеҙҙә нимәләр үҙгәрҙе? Ниндәй проблемалар алғы һыҙыҡҡа сыҡты? Сит ил дипломатик вәкиллектәренең эш йөкмәткеһе нисек үҙгәрҙе?
– 2022 йыл икенсе ысынбарлыҡ булдырҙы – беҙ эштең яңы формаларын таптыҡ һәм үҙләштерҙек. Уҙған ярты йыллыҡта беҙҙең эш йүнәлешенең ныҡ үҙгәреүе, бындай шарттарҙа партнерҙарыбыҙ менән нисек үҙ-ара килешеп эш итеү, ниндәй формалар ҡулай, ә ниндәйҙәре – юҡ, уҙған ике йылда эшләп килгәнде камиллаштырыу тураһында аныҡ мәғлүмәт алдыҡ. Тик нисек кенә булмаһын, Башҡортостандың халыҡ-ара бәйләнештәрен үҫтереүҙе дауам итеү кеүек үк, Өфөләге Сит ил эштәре министрлығы вәкиллегенең эше туҡтаманы.
Әйтергә кәрәк, яңы шарттарҙа Беларусь илселеге бүлексәһе һәм Тажикстандың Генераль консуллығы әүҙем эшләне – улар үҙ сараларын элекке форматта уҙғарҙы, үҙ илдәренең делегацияларын ҡабул итте, ватандаштарына ярҙам күрһәтте. Үзбәкстан Республикаһы Мәшғүллек министрлығының Тышҡы хеҙмәт миграцияһы буйынса агентлығының Өфөләге вәкиллеге ҙур эш ойошторҙо.
Тажик һәм үзбәк коллегаларыбыҙ өсөн хеҙмәт миграцияһы мәсьәләләре алғы планға сыҡты. Коронавирус пандемияһының тәүге йылында Өфөнән бик күп сит ил эшселәре китте, икенсеһендә улар яйлап ҡайта башланы. Әммә быға өлгәшеү өсөн байтаҡ тырышлыҡ кәрәк булды. Әле лә эш биреүселәребеҙ мигранттарҙың төп төркөмө булған илдәр – Үзбәкстан һәм Тажикстан менән консультациялар үткәрә. Унда кешеләрҙе рус теленә өйрәтеп, был яҡҡа килергә әҙерлек үҙәктәре ойошторалар, Рәсәйҙә уларҙы законлаштырыу процесын оҙаталар, үҙҙәре теркәйҙәр һәм шул рәүешле кәрәкле һөнәр хеҙмәткәрҙәрен алалар.
Тажикстандың генераль консуллығы хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса ҙур булмаһа ла, улар ватандаштарының байтаҡ проблемаларын хәл итә. Был илдән миграция күләмдәре ҙур булыу сәбәпле, уларҙың граждандары хоҡуҡ та боҙа. Быға оҡшаш хәлдәрҙең барыһын да дипломаттарға тикшерергә, хөкөм ителгән урындарға барып, ул кешеләр менән осрашырға кәрәк. Мәҙәниәт, студенттар һәм фән менән алмашыу өлкәһендә консуллыҡтың эше һәйбәт күренә.
Пандемиянан тыш, бында донъяла үҙгәргән сәйәси хәлдең дә роль уйнауы аңлашыла. Мин шуға баҫым яһайым: беҙ бында ҙур сәйәсәт менән шөғөлләнмәйбеҙ, ә төбәк бәйләнештәрен һәм төбәк хеҙмәттәшлеген үҫтерәбеҙ. Ошондай алым ҡулланып, беҙ бизнесҡа – үҙебеҙҙең һәм сит ил бизнесына ярҙам итә алабыҙ. Бөгөн беҙҙә Үҙәк Азия, Яҡын Көнсығыш илдәре, Азия-Тымыҡ океан төбәге, тәү сиратта Ҡытай менән бәйләнештәр әүҙем үҫешә.
Донъяла халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҡатмарлашҡан осорҙа горизонталь бәйләнештәр алғы планға сыға.
– Һеҙ халыҡ дипломатияһы тураһындамы?
– Халыҡ, йәғни ижтимағи дипломатия – бик киң төшөнсә. Халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәр ҙә – ниндәйҙер кимәлдә халыҡ дипломатияһы.
Төбәк етәкселәренең килеүе ҙур әһәмиәткә эйә, һәм был да үҙенә күрә ижтимағи дипломатия. Былтыр Үзбәкстан, Тажикстан һәм Ҡаҙағстан “мәҙәни десант” ойошторҙо. Былтыр беҙгә Үзбәкстан һәм Тажикстан делегациялары килде һәм Өфөлә Тажикстан мәҙәниәте көндәрен һәм Ташкент көндәрен үткәрҙе, уларҙың делегациялары составында ижади коллективтар һәм һынлы сәнғәт йүнәлешендәге кәсеп оҫталары булды.
Бындай бәйләнештәр халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өсөн бик мөһим, сөнки был ябай кешеләр кимәлендәге ихлас һәм йылы мөнәсәбәттәр. Беҙгә ҡунаҡтар килә һәм шуны күрә: Өфө – бөтөнләй асыҡ, Рәсәйҙең заманса ҡалаһы, үҙенең милли колориты бар.
Беҙ бындай бәйләнештәрҙең үҫешен хуплайбыҙ, тик шундай шарт ҡуябыҙ: килешеүҙәр ҡағыҙҙа ғына булмаһын, улар эшләһен. Башҡортостан Республикаһында, бындай килешеүҙәр реаль һөҙөмтәләр бирә, тип ҙур ҡәнәғәтлек менән әйтә алам.
Иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни бәйләнештәрҙән тыш, балалар һәм студенттар төркөмдәре (ял, туризм, уҡыу) менән алмашыу бара. Юғары уҡыу йорттарыбыҙ һәм ғилми ойошмаларыбыҙ үҙҙәренең халыҡ-ара эшмәкәрлеген онлайн тәртибенә уңышлы күсерҙе.
– Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнөнә вәкиллектең ниндәй пландары бар?
– Байрамыбыҙға алдан әҙерләнәбеҙ: Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты студенттары менән берлектә яҡташыбыҙ – партия һәм дәүләт эшмәкәре, СССР-ҙың Сәғүд Ғәрәбстанындағы һәм башҡа Яҡын Көнсығыш илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле булған Кәрим Хәкимов тураһында “Ҡыҙыл Паша” спектакленең премьераһына Башҡорт дәүләт драма театрына барасаҡбыҙ. Премьераға Өфөнөң барлыҡ сит ил дипломатик корпусын да саҡырҙыҡ. Һәммәһенә лә был спектаклде мотлаҡ ҡарарға тәҡдим итәм.
Был көндә БДУ-ның Хоҡуҡ институты ҡарамағындағы Дипломатик клуб сиктәрендә Рәсәй дипломатияһы байрамына арналған түңәрәк өҫтәл дә үтәсәк. Әлбиттә, Сит ил эштәре министрлығы вәкиллегенең хеҙмәт коллективы йыйылышы ла буласаҡ, дипломатик корпус һәм республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре өсөн рәсми саралар ойошторасаҡбыҙ. Әйткәндәй, быйыл беҙҙең вәкиллеккә 30 йыл тула. Ошо көнгә тағы ла бер нисә сара уҙғарырға ниәтләйбеҙ.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларҙы – вәкиллек хеҙмәткәрҙәрен һәм яҡташ-дипломаттарҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Төрлө йылдарҙа дипломатик өлкәлә эшләгән ветерандарыбыҙҙы ла тәбрикләйем. Барығыҙға ла һаулыҡ, изгелек, рухи тигеҙлек теләйем. Иң мөһим теләк – бөтә ерҙә лә тыныслыҡ тантана итһен.
– Төплө әңгәмә өсөн рәхмәт, Һеҙгә. Эшегеҙҙә уңыштар насип булһын. Байрамығыҙ менән!
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.
Нәсих Хәлисов фотоһы.