Йәмғиәт
10 Февраль 2023, 05:37

“Беҙ ҙур сәйәсәт менән шөғөлләнмәйбеҙ”

Улар республиканың иҡтисади именлеге өсөн тырыша.

Бөгөн Рәсәйҙә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Дипломатияны ижтимағи һәм дәүләт эшмәкәрлегенең башҡа өлкәләре араһында иң консерватив һәм ябыҡ йүнәлеш тип атарға мөмкин, сөнки, ҡағиҙә булараҡ, дипломаттарҙың күп көс талап иткән, ҡайһы берҙә бик оҙаҡҡа һуҙылған һәм ҡатмарлы эш һөҙөмтәһе генә билдәлелек ала. Әммә бынан алдағы һәм бөгөнгө ваҡиғалар рәсәйҙәрҙең дипломатияға мөнәсәбәтен үҙгәртте: хәҙер граждандарыбыҙ сит ил эштәре министрының, уның урынбаҫарҙарының һәм рәсми вәкилдең телевидение һәм матбуғат конференцияларын иғтибар менән күҙәтә. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров пандемия үҙгәрткән донъялағы дипломаттарҙың эшмәкәрлеге, хәҙерге геосәйәси хәлдә етди үҙгәрештәр һәм бер поляр донъялағы көрсөк тыуҙырған көсөргәнештең артыуы хаҡында һөйләне.

 

– Венер Мөхәмәтфәтих улы, һуңғы ваҡытта вәкиллек дипломаттары эшендә нимәләр үҙгәрҙе?

– Беҙҙең эшмәкәрлек, ысынлап та, бик консерватив, һәм ул Баш­ҡорт­остандың тышҡы иҡтисади бәй­лә­нештәрен көйләүгә йүнәл­телгән, әммә ҡайһы бер яңылыҡтар ҙа бар. Беҙҙең бурыс – төбәк власть органда­рының халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген координация­лауҙы тормошҡа ашырыу, шулай уҡ Рәсәй Президен­ты­ның Волга буйы федераль окру­гындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленә һәм Рәсәй Сит ил эштәре министр­лығына ошо өлкәләге хәл тура­һында оператив мәғлүмәт биреү өсөн кәрәкле материалдар әҙерләү.

 

– Башҡортостандың бөгөнгө халыҡ-ара картаһын тасуир­лағыҙ әле. Һуңғы йылдарҙа ул нисек үҙгәргән?

– Әлеге ваҡытта Өфөлә Тажикстан Республикаһының генераль консул­лығы, Беларусь Республи­каһы илселеге бүлексәһе эшләй. Былтыр ҡа­ла­ла Үзбәкстан илселе­ге ҡарама­ғын­да эшләгән Үзбәкстан Мәшғүллек ми­нистрлығының Тышҡы хеҙмәт мигра­цияһы буйынса агентлығы вәкиллеге асылды. Почетлы консулдар институты ла әүҙем киңәйә – бөгөн Өфөлә Болгарияның, Италия­ның, Ҡаҙағс­тан­дың, Үҙбәкс­тандың, Ҡырғыҙстандың, Төркиә­нең почетлы консулдары эшләй.

 

– Ә почетлы консулдың роле ниндәй?

– Ул бик ҡыҙыҡлы һәм мөһим. Ни­геҙҙә, улар – Рәсәй граждандары, әммә карьера дипломаттары түгел, ә штаттан тыш хеҙмәткәрҙәр, ҡағиҙә булараҡ, бизнесмендар йәки фән эшмәкәрҙәре. Үҙҙәренең һөнәри эш­мәкәрлегендә улар ике яҡлы мөнә­сәбәттәрҙе үҫтереүгә йоғонто яһарға мөмкинлек биргән илдәрҙең рәсми структуралары менән үҙ-ара эш итә.

Почетлы консул тәғәйенләү процесы ярайһы уҡ оҙайлы һәм яуаплы. Уның кандидатураһын тәҡдим иткән ил Сит ил эштәре министр­лығына мөрәжәғәт итә. Уның илсе­ләр, делегациялар ҡабул итеү, уларҙың төбәктә йәшәүенә булыш­лыҡ итеү мөмкинлеге булырға тейеш. Аңлауығыҙса, бының өсөн йоғонтоло кеше булыуҙан тыш, билдәле бер матди ресурстарға ла эйә булырға кәрәк.

 

– Делегацияларҙы ҡаршы алыу­ҙан тыш, почетлы консул­дың бурыстарына тағы нимәләр инә?

– Уларҙың эше тулы масштаблы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү менән бәйле. Күптәре дипломатик вәкил­лек шөғөл­ләнгән эшмәкәрлекте башҡара, әммә сит ил вәкиллек­тәренең хеҙмәткәрҙәр штаты бар, ә почетлы консул бер үҙе бөтә эште лә башҡара. Сит ил эштәре министрлығы өсөн ул – ошо ил исеменән сығыш яһаған берҙән-бер кеше, сөнки рәсми рәүештә фәҡәт ул ғына аккредитацияланған.

 

– Йәғни бөтә почетлы консул­дарҙың да вәкәләттәре бер үк түгелме?

– Эйе. Консул функцияларын баш­ҡарыу хоҡуғына эйә булғандар ҙа бар. Мәҫәлән, Болгарияның почетлы консулы был илдә ял итергә телә­гәндәргә виза тултырырға хоҡуҡлы – был илдең Сит ил эштә­ре министр­лығы уға шундай хоҡуҡ бирҙе. Әл­биттә, почетлы консулдар беҙгә даими рәүештә үҙҙәренең эшмәкәр­леге тураһында мәғлүмәт бирә, үҙҙәренең бурыстарын һәм төп һөҙөмтәләрен иғлан итә.

 

– Былтыр махсус хәрби операция башланыу менән беҙҙең иле­беҙгә ҡаршы санкциялар ин­де­релә башланы. Ошо йәһәттән, үҙегеҙ әйт­мешләй, консерватив эшмәкәр­легегеҙҙә нимәләр үҙгәрҙе? Ниндәй проблемалар алғы һыҙыҡҡа сыҡ­ты? Сит ил дипломатик вәкиллек­тә­ренең эш йөкмәткеһе нисек үҙгәрҙе?

– 2022 йыл икенсе ысынбарлыҡ булдырҙы – беҙ эштең яңы формаларын таптыҡ һәм үҙләштерҙек. Уҙған ярты йыллыҡта беҙҙең эш йүнәле­шенең ныҡ үҙгәреүе, бындай шарт­тарҙа партнерҙарыбыҙ менән нисек үҙ-ара килешеп эш итеү, ниндәй формалар ҡулай, ә ниндәй­ҙәре – юҡ, уҙған ике йылда эшләп килгәнде камиллаштырыу тура­һында аныҡ мәғлү­мәт алдыҡ. Тик нисек кенә булмаһын, Башҡортос­тандың халыҡ-ара бәйлә­нештәрен үҫтереүҙе дауам итеү кеүек үк, Өфөләге Сит ил эштәре министр­лығы вәкиллегенең эше туҡтаманы.

Әйтергә кәрәк, яңы шарттарҙа Беларусь илселеге бүлексәһе һәм Тажикстандың Генераль консул­лығы әүҙем эшләне – улар үҙ сараларын элекке форматта уҙғарҙы, үҙ илдә­ренең делегацияларын ҡабул ит­те, ватандаштарына ярҙам күрһәт­те. Үзбәкстан Республикаһы Мәшғүл­лек министрлығының Тыш­ҡы хеҙмәт миграцияһы буйынса агентлығының Өфөләге вәкиллеге ҙур эш ойошторҙо.

Тажик һәм үзбәк коллега­лары­быҙ өсөн хеҙмәт миграцияһы мәсь­ә­ләләре алғы планға сыҡты. Коро­навирус пандемияһының тәүге йылында Өфөнән бик күп сит ил эш­селәре китте, икенсеһендә улар яйлап ҡайта башланы. Әммә быға өлгәшеү өсөн байтаҡ тырышлыҡ кәрәк булды. Әле лә эш биреүсе­лә­ребеҙ мигранттарҙың төп төркөмө булған илдәр – Үзбәкстан һәм Тажикстан менән консультациялар үткәрә. Унда кешеләрҙе рус теленә өйрәтеп, был яҡҡа ки­лергә әҙерлек үҙәктәре ойошторалар, Рәсәйҙә уларҙы законлаштырыу процесын оҙаталар, үҙҙәре теркәйҙәр һәм шул рәүешле кәрәк­ле һөнәр хеҙмәткәрҙәрен алалар.

Тажикстандың генераль консул­лығы хеҙмәткәрҙәр һаны буйынса ҙур булмаһа ла, улар ватандаш­тарының байтаҡ проблемаларын хәл итә. Был илдән миграция кү­ләм­дәре ҙур булыу сәбәпле, улар­ҙың граждандары хоҡуҡ та боҙа. Быға оҡшаш хәлдәрҙең барыһын да дипломаттарға тикше­рергә, хөкөм ителгән урындарға барып, ул кешеләр менән осрашырға кәрәк. Мәҙәниәт, студенттар һәм фән менән алмашыу өлкәһендә консуллыҡтың эше һәйбәт күренә.

Пандемиянан тыш, бында донъяла үҙгәргән сәйәси хәлдең дә роль уйнауы аңлашыла. Мин шуға баҫым яһайым: беҙ бында ҙур сәйәсәт менән шөғөлләнмәйбеҙ, ә төбәк бәйләнеш­тәрен һәм төбәк хеҙмәттәшлеген үҫтерәбеҙ. Ошондай алым ҡулланып, беҙ бизнесҡа – үҙебеҙҙең һәм сит ил бизнесына ярҙам итә алабыҙ. Бөгөн беҙҙә Үҙәк Азия, Яҡын Көнсығыш илдәре, Азия-Тымыҡ океан төбәге, тәү сиратта Ҡытай менән бәйләнештәр әүҙем үҫешә.  

Донъяла халыҡ-ара мөнәсәбәт­тәр ҡатмарлашҡан осорҙа горизонталь бәйләнештәр алғы планға сыға.

 

– Һеҙ халыҡ дипломатияһы тураһындамы?

– Халыҡ, йәғни ижтимағи дипло­матия – бик киң төшөнсә. Халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәр ҙә – нин­дәйҙер кимәлдә халыҡ дипломатияһы.

Төбәк етәкселәренең килеүе ҙур әһәмиәткә эйә, һәм был да үҙенә күрә ижтимағи дипломатия. Былтыр Үзбәкстан, Тажикстан һәм Ҡа­ҙағстан “мәҙәни десант” ойошторҙо. Былтыр беҙгә Үзбәкстан һәм Тажикстан делегациялары килде һәм Өфөлә Тажикстан мәҙәниәте көндәрен һәм Ташкент көндәрен үткәрҙе, уларҙың делегациялары составында ижади коллективтар һәм һынлы сәнғәт йүнәле­шендәге кәсеп оҫталары булды.

Бындай бәйләнештәр халыҡ-ара мөнәсә­бәт­тәр өсөн бик мөһим, сөнки был ябай кешеләр кимәлендәге ихлас һәм йылы мөнә­сәбәттәр. Беҙгә ҡунаҡтар килә һәм шуны күрә: Өфө – бөтөнләй асыҡ, Рәсәйҙең заманса ҡалаһы, үҙенең милли колориты бар.

Беҙ бындай бәйләнештәрҙең үҫешен хуплайбыҙ, тик шундай шарт ҡуябыҙ: килешеүҙәр ҡағыҙҙа ғына булмаһын, улар эшләһен. Башҡортос­тан Республикаһында, бындай килешеүҙәр реаль һөҙөмтәләр бирә, тип ҙур ҡәнәғәтлек менән әйтә алам.

Иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни бәй­лә­нештәрҙән тыш, балалар һәм студенттар төркөмдәре (ял, туризм, уҡыу) менән алмашыу бара. Юғары уҡыу йорттарыбыҙ һәм ғилми ойошма­ла­рыбыҙ үҙҙәренең халыҡ-ара эшмә­кәрлеген онлайн тәртибенә уңышлы күсерҙе.

 

– Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнөнә вәкиллектең ниндәй пландары бар?

– Байрамыбыҙға алдан әҙерлә­нәбеҙ: Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультеты студенттары менән берлектә яҡта­шы­быҙ – партия һәм дәүләт эш­мәкәре, СССР-ҙың Сәғүд Ғәрәбс­танындағы һәм башҡа Яҡын Көн­сығыш илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле булған Кәрим Хәкимов тураһында “Ҡыҙыл паша” спектакленең премьераһына Башҡорт дәүләт драма театрына барасаҡбыҙ. Премьераға Өфөнөң барлыҡ сит ил дипломатик корпусын да саҡырҙыҡ. Һәммәһенә лә был спектаклде мотлаҡ ҡарарға тәҡдим итәм.

Был көндә БДУ-ның Хоҡуҡ институты ҡарамағындағы Дипломатик клуб сиктәрендә Рәсәй дип­ломатияһы байрамына арналған түңәрәк өҫтәл дә үтәсәк. Әлбиттә, Сит ил эштәре ми­нистр­лығы вәкиллегенең хеҙмәт коллективы йыйылышы ла буласаҡ, дипломатик корпус һәм республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре өсөн рәсми саралар ойошторасаҡбыҙ. Әйткәндәй, быйыл беҙҙең вәкиллеккә 30 йыл тула. Ошо көнгә тағы ла бер нисә сара уҙғарырға ниәтләйбеҙ.

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллегаларҙы – вәкиллек хеҙмәткәр­ҙәрен һәм яҡташ-дипломаттарҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Төрлө йылдарҙа дипломатик өлкәлә эшләгән ветерандарыбыҙҙы ла тәбрикләйем. Барығыҙға ла һаулыҡ, изгелек, рухи тигеҙлек теләйем. Иң мөһим теләк – бөтә ерҙә лә тыныслыҡ тантана итһен.

 

– Төплө әңгәмә өсөн рәхмәт һеҙгә. Эшегеҙҙә уңыштар насип булһын. Байрамығыҙ менән!

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас