

Президент гранттары фондының Координация комитеты ултырышында 2023 йылда Рәсәй Федерацияһы субъекттарында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам буйынса төбәк конкурстарын берлектә финанслауға 2 миллиард һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Конкурста илдең 81 төбәге ҡатнашты.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостан ҡатнашыусылар араһында иң ҙур сумманы – 98 миллион һумдан ашыу аҡса алды. Икенсе урында – Силәбе өлкәһе (81,1 миллион һум), өсөнсөлә – Ханты-Манси автономиялы округы – Югра (74,7 миллион һум).
Был - Фонд командаһының ғына түгел, республика граждандар йәмғиәте институттарының һәм республика коммерцияға ҡарамаған ойошмалары активының да системалы, планға ярашлы һәм ныҡышмалы эш һөҙөмтәһе. Байтаҡ финанс ярҙамы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың изге башланғыстарын тормошҡа ашырырға, республикабыҙ халҡының бихисап социаль проблемаларын хәл итергә һәм уларҙың тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкинлек бирә.
– Федераль грант операторы яғынан беҙгә булған ышаныс кимәле йылдан-йыл арта. 2022 йылдың аҙағында Фондтың эше ойошмаға дәүләт ярҙамы өлкәһендә һөҙөмтәле эшләгәне өсөн Рәхмәт менән билдәләнде. Шуға бәйле беҙҙең команда төбәк операторҙары араһында алдынғы позициялар биләү, эш сифатын кәметмәү һәм Башҡортостан Республикаһының коммерцияға ҡарамаған секторын үҫтереү өсөн төбәк конкурстарында ҡатнашыуға уңайлы шарттар булдырыу өсөн бөтә көсөн һала, – тине Башҡортостан Башлығы гранттар фонды генераль директоры Роман Низаметдинов.
2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды бөтәһе биш конкурс уҙғарырға ниәтләй: гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү өсөн Башҡортостан Башлығы гранттарын тапшырыуға ике конкурс, республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә гранттар биреүгә, йәштәр сәйәсәте өлкәһендә гранттар конкурсы. Шулай уҡ республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйыл тәүге тапҡыр кинематография өлкәһендә социаль проекттарға булышлыҡ итеү өсөн Башҡортостан Башлығы гранттарын тапшырыуға конкурс уҙғарыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы гранттарының беренсе конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 1 февралдә башланды һәм 2 мартта урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 5-тә тамамлана. Конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, гранттар биреү шарттары һәм тәртибе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://грантыглавы102.рф/pages/bashkortostan/contest1-2023.