Февраль башында Өфөлә булған был ҡырағай хәл тураһында кисә хәбәр иткәйнек. 4 февралдә иҫерек ҡатын ҡунаҡтан ҡайтып килгән, Роза Люксембург урамына еткәс, ул ун айлыҡ балаһын кейемһеҙ килеш ҡарға ҡолатҡан. Сабыйҙың илағанын күрше йортта йәшәгән ир ишеткән һәм дуҫтары менән баланы алып ҡайтып йылытҡан, уға табиптар саҡыртҡан.
Республика буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сабыйҙың әсәһенә 48 йәш, уның биш балаһы бар. Өлкән улы бәлиғ булған һәм ҡалған өс бала өсөн үҙе опекунлыҡ юллаған. Ә ҡатын үҙе әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Дауалағандан һуң был ҡыҙыҡайҙы балалар йортона ебәрәсәктәр.
Асыҡланыуынса, бала әле һаман баш ҡаланың 17-се дауаханаһында.
“Хәле ҡәнәғәтләндерерлек. Килгән саҡта өшөгән урындары бар ине”, – тигәндәр уның хәле тураһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Инцидент менән Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығында һәм Башҡортостан прокуратураһында шөғөлләнә башлағандар. Һыуыҡта бер йәшлек баланы кейемһеҙ ҡалдырған өсөн ҡатынға енәйәт статьяһы янай.
Фото: newsfrol.ru