Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2023, 09:28

Ирекмәндәр ярҙамға әҙер

“Берҙәм Рәсәй” партияһы.
Фото:“Берҙәм Рәсәй” партияһы.

Республикала М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында эшләй, йәғни бөтәһе ошондай 63 штаб булдырылған.

Быйыл 27 ғинуарҙан 2 февралгә тиклемге осорҙа Үҙәктең колл-үҙәгенә 93 мөрәжәғәт килгән, ә инде 2022 йылдың 26 сентябренән алып бөгөнгәсә 10 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән.

Мәҫәлән, “Ололарға ярҙам” акцияһына ярашлы Бөрйән районында “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһенең “Берҙәм Рәсәй йәш гвардияһы” әүҙемселәре хеҙмәт ветераны Сәмиға Мырҙабаеваға ихатаһындағы ҡарҙы таҙартыуҙа ярҙам иткән. Шулай уҡ Благовещен һәм Бөрйән райондарында шайморатовсылар ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең йорт ҡыйыҡтарын һәм ихата биләмәләрен ҡарҙан таҙартып биргән.

Бынан тыш, ирекмәндәр эше махсус хәрби операцияла ҡатнашыу­сыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, Доставалов һәм Шайморатов исемендәге ирекмәндәр батальондар өсөн 170 посылка туплаған. Тотош республика халҡы уртаҡ эш өсөн берләште.

Өфөлә М.М. Шайморатов исемен­дәге Ирекмәндәр штабы ирекмәндәре ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашты. Улар ирекмәндәргә фронт һыҙығында нимә кәрәклеген, гуманитар йөк булдырғанда ниндәй мәсьәләгә иғтибар итергә кәрәклеген һөйләне һәм файҙалы кәңәштәр бирҙе. Яугирҙәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, әүҙемселәр махсус хәрби операция биләмәһенә “ГАЦ РБ” йәмғиәте биргән ремонтлау һәм иретеп йәбештереү ҡорамалдарын ебәрергә әҙерләгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы махсус хәрби операцияла ирекмән һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туған­дарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.

Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтә. Шул иҫәптән тәүге сиратта кәрәкле әйбер, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә һәм хужалыҡта ярҙам итә.

 

 М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәк телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: