

Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында йәшәгән ҡул эштәре оҫтаһы, шәп баҡсасы, уңған хужабикә Фәриҙә Сәлимйәнова тураһында быға тиклем дә яҙғаныбыҙ бар. Баҡса осоронда ул мул уңыш алыу серҙәре, тәмле ҡайнатмалар рецепттары менән дәр уртаҡлашып тора.
Был юлы Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙының иҫ киткес ижади эшен - 3D алымында эшләнгән ашъяулағын тәҡдим итәбеҙ. “Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тип, ҡурҡып ҡына башлаған эшемде бөттөм. Ауырыраҡ булды, әммә мин булдырҙым. 13 көн һәм төн ултырҙым”, - ти Фәриҙә апай.
Был ашъяулыҡ япон ҡумталары алымында эшләнгән. Скатерть в технике японские коробочки. Фәриҙә Ғәлебай ҡыҙының сираттағы ижад емешенә күптәр һоҡланыу белдерә. Беҙ ҙә оҫтабикәгә “ҡулдарығыҙға күҙ теймәһен, матурлыҡ тыуҙырыуҙан, яратҡан шөғөлөгөҙҙән йәм табып йәшәгеҙ”, тигән изге теләктә ҡалабыҙ.
Фотолар: Ф. Сәлимйәнованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.