10 февралдә Илеш районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Марат Мостафин, Рөстәм Йыһаншин, Илгиз Сәйфуллин Һәм Эльвир Яҡуповтың ғаиләләре менән осрашты.
Төбәк етәксеһе яугирҙәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
- Һеҙ ысын ир-егеттәр, патриоттар, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Улар хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булды. Белеүегеҙсә, махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙән ирекле өс батальон, мобилизацияланған егеттәр һәм контрактсылар һуғыша. Беҙҙең төп бурыс – уларға ярҙам итеү, ғаиләләрен даими хәстәрлек һәм иғтибарҙан өҙмәү, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә махсус дауалау программаһы булған Республика кардиология үҙәгендә дауаланырға һәм реабилитация курсын үтергә тәҡдим итте.
- Һеҙ район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, улар транспорт бүлер. Һеҙгә мотлаҡ һаулығығыҙҙы нығытырға кәрәк. - тине Радий Хәбиров. - Улдарығыҙҙы һәм ирҙәрегеҙҙе кире ҡайтарып булмағанын аңлайым. Әммә һеҙгә артабан йәшәргә кәрәк. Муниципалитет хакимиәте етәкселәре һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләре менән һәр саҡ бәйләнештә булырға һәм тейешле ярҙам күрһәтергә тейеш.
Башҡортостан Башлығы күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн үлгәндән һуң бирелгән Шайморатов орденын һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә тапшырҙы.
- Беҙ район һәм ауыл советы хакимиәте яғынан даими хәстәрлек күрәбеҙ, үтенестәребеҙҙе шунда уҡ башҡаралар. Беҙ барлыҡ Илеш халҡының да ярҙамын тоябыҙ. Барыһына ла ярҙамдары һәм йылы мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт, – тине һәләк булған яугирҙәрҙәң ата-әсәләре.
Геройҙарҙың ата-әсәләре республика Башлығынан муниципаль юлдарҙы ремонтлауҙа ярҙам күрһәтеүҙәрен һәм ҡайһы бер социаль объекттарҙы йылытыу мәсьәләһен хәл итеүҙәрен һораны. Радий Хәбиров Илеш районы хакимиәте башлығына һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренең һорауҙарына ваҡытында яуап бирергә ҡушты.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161739.html