Был йорттоң ҡапҡа төбөндә үк беҙҙе күҙҙәре янып торған шуҡ, тиктормаҫ малай ҡаршы алып, ихлас сәләм бирҙе. Унан атаһы йылмайып килеп сыҡты ла, улына шундай яратып ҡарап, уны күтәреп алды. Ошолай балаларға һөйөү бөркөлөп торған йылы, сәңгелдәкле өй ҡышҡы һалҡында күңелебеҙгә ҡояш ҡундырҙы.
...Ишле ғаиләлә бәләкәй сағынан төрлө һөнәргә өйрәнеп үҫкән сос, егәрле, оҫта Айсыуаҡты был яҡта барыһы ла белә, уны төрлө эштә ярҙам һорап йыш саҡыралар. Бер мәл шулай күрше Ишембай районының Яңы Сәйет ауылына өй төҙөшөргә барып, мөхәббәтен осрата ул. Һылыу Розалина һөйгәненең тыуған төйәге Бөрйәнде шунда уҡ үҙ итә. Хәҙер инде алтынсы балалары бишектә бәүелә.
“Беҙ ғаиләлә өс кенә ҡыҙ үҫтек, – ти Розалина. – Шуғалыр ҙа, күмәк бала әсәһе булырмын, тип бер ҙә уйламай инем. Яҙмыш...” “Ә мин үҫмер саҡтан уҡ “балаларым күп булһын ине” тип хыяллана торғайным. Теләгем фәрештәләрҙең “амин” тигән сағына тура килгәндер, шөкөр!” – тип ҡәнәғәт йылмая бәхетле Айсыуаҡ.
Балаларҙың өлкәненә 13 йәш булһа, бәләкәйенә әле туғыҙ ғына ай. Ата-әсә шулай уҡ ғаилә башлығының тәүге никахтан тыуған ҡыҙын да хәстәрләп ҡарап үҫтергән. Хәҙер инде ул үҙе – ике бала әсәһе.
Оҫта ҡуллы Айсыуаҡ йорттағы йыһаздарҙың күбеһен үҙе эшләгән. Һәр балаһы өсөн – төрлөсә биҙәкләп яһалған карауаттар, шкафтар, өҫтәл-ултырғыс, ә иң бәләкәстәренә – семәрле сәңгелдәк. Һөйөклө ҡатынына аш-һыу бүлмәһендә бөтөн уңайлыҡтар булдырған. Бындағы йылы бәреп торған ҙур мейес тә заманса зауыҡлы – хужа уны бар оҫталығын, күңелен һалып эшләгән.
Уңған ғаиләнең баҡсалары ҙур, мал-тыуары ла ишле: дүрт һыйыр, өс ат, күпләп һарыҡ аҫрайҙар. “Хәҙер ни бесән әҙерләү ҡунаҡта йөрөп ҡайтҡан һымаҡ ҡына, – ти шаяртып Айсыуаҡ. – Барыһын да техника менән эшләгәс, малды күпләп тотоуҙың бигүк ҡыйынлығын тоймайбыҙ. Нисек кенә булмаһын, ауылда һыйырһыҙ, һарыҡһыҙ йәшәүҙең йәме юҡ инде ул. Бына 85 йәшлек әсәйем дә малдан айырыла алмай әле. Хәрәкәттә – бәрәкәт: еңел булмаған ваҡыттарҙа ун бала үҫтергән ғәзиз кешебеҙ һаман да, Аллаға шөкөр, йүгереп йөрөй. Өлкән кешеләргә, эшләмә, ыҙалама, тик кенә ултыр, тиергә ярамай ул. Хәрәкәт, шөғөл булмауы кешене, киреһенсә, бөтөрә генә”.
Айсыуаҡ үҫкән ишле ғаиләнән биш ағай-эне ошонда – изге төйәге Исламбайҙа төпләнгән. Әҙәм балаһына иң кәрәге – туғанының һүҙ һәм ҡул ярҙамы. Быны яҡшы белгән Хәйбуллиндар, бер-береһенә ныҡлы терәк-таяныс булып, зат-нәҫелдәрен ишәйтеп, тыуған еренең киләсәген уйлап йәшәй. “Исламбай халҡының “Айыҡ ауыл” республика конкурсында һоҡланғыс берҙәмлек менән ҡатнашыуына ҡыуанып бөтә алмайым, – ти Айсыуаҡ, кисерештәрен ихлас уртаҡлашып. – Айыҡлыҡҡа, сәләмәт тормошҡа әйҙәгән был уртаҡ эштең һөҙөмтәһе бер көнлөк кенә түгел, ә дауамлы. Уның тәрбиәүи әһәмиәте шул ҡәҙәр ҙур – әллә күпме быуындарға етәсәк”.
Исламбайҙың иманға, хаҡ юлға ынтылған халҡы динебеҙ ҡанундарына тоғро, ғәжәп иғтибарлы. Розалина менән Айсыуаҡ Хәйбуллиндарҙың ғаиләһендә лә быға инандыҡ: улар һәр балаһының һаулығы, именлеге өсөн ҡорбан салдырып тора. Шул уҡ ваҡытта үҙ ереңде сикһеҙ яратып, ҡәҙерләп, тамырҙарыңа һут биреп йәшәү ҙә – иманлылыҡ өлгөһө бит. “Ситкә китеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ундай уйҙан Аллам һаҡлаһын”, – тип үк ҡуя бәхетен үҙ ерендә тапҡан матур ғаилә.
...Бына ҡыҙҙар, мәктәптә ярыш башлана, тип сығып йүгерҙе. Атаһынан айырылмаған шуҡ, ихлас малай беҙҙе оҙатышам тип эйәрҙе. Ә уңған хужабикә, яурынына көйәнтәһен һалып, яҡындағы ҡоҙоҡҡа юлланды: “Һеҙгә еребеҙ ҡуйынынан сыҡҡан һыуыбыҙҙы күстәнәс итеп бирәйем әле – ғәжәп шифалы ул!” Күңел йылыһын ошолай ихлас өләшеп йәшәгән ғаиләләрҙең тормошона ырыҫ-бәрәкәт өҫтәлгәндән-өҫтәлеп торһон!
Дилбәр ИШМОРАТОВА