Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2023, 23:48

Тәүге ҡатыны ҡыуылып ҡайтҡас...

“Бәйләнештә”.
Фото:“Бәйләнештә”.

Шулай килеп сыҡты: мин – икенсе ҡатын. Әсәйем бала саҡтан “нисек тә беренсе ҡатын булырға тырыш” тип үҫтерҙе. Имеш, беренсеһе — Хоҙайҙан, икенсеһе... Тик мөхәббәт булған ерҙә ни эшләйһең инде? Кәбирҙе осраттым да башымды юғалтып ғашиҡ булдым. Ул — бик изге күңелле кеше. Тырыш, аҡыллы, сабыр, йомарт. Бөтә яҡшы сифаттарҙы үҙендә туплаған.

Матур итеп дуҫлаштыҡ, һәр ва­ҡыт бергә булдыҡ. Эш туйға табан бара башлағас, ул серен уртаҡ­лашты. Баҡһаң, ҡасандыр өйләнгән булған икән. Эйе, үҙе шундай яҡшы булып та, утыҙҙы үткәнсе яңғыҙ йөрөүе тәүҙә аптыратҡайны шул. Ә ул айырылып та өлгөргән икән. Етмәһә, улы ла бар. Ҡатыны хыянат иткән һәм, улын алып, икенсе бай ир менән бергә сит илгә сығып киткән. Улар араһында бәйләнеш өҙөлгән. Ҡатыны үҙе тураһында ла, улы хаҡында ла ошоға тиклем бер тапҡыр ҙа белдермәгән.

Мин, ул саҡта йәш һәм ғашиҡ ҡыҙ, быға әллә ни иғтибар итеп торманым. Әсәйем генә, уның менән таныштырып, кейәүгә сығам тигәс, шиген белдереп ҡараны, тик мин ишетергә лә теләмәнем.

Матур итеп туй үткәрҙек. Иптә­шем фатирын тәүге ҡатынына ҡал­дырып киткәс, ипотекаға үҙебеҙгә торлаҡ алдыҡ та һәүетемсә генә йә­шәй башланыҡ. Бер йыл да үт­мә­не, ҡыҙыбыҙ тыуҙы, тормошобоҙ бөтөнләй түңәрәкләнде. Кәбир бик яҡшы атай ине, сабыйҙы ҡарашты, хатта төндәрен дә тора ине. Эш ха­ҡы ла беҙҙең ҡала өсөн һәйбәт, бер ауырлыҡһыҙ ипотека ла тү­ләй­беҙ, барлыҡ кәрәк-яраҡты ла алабыҙ.

Ҡыҙыма өс йәш тулғас, үҙем дә эшкә сыҡтым. Әллә ни аҡсалы урын булмаһа ла, күңелемә ятты. Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда башыбыҙға бәлә төштө: Кәбирҙең тәүге ҡатыны иренән айырылып ҡайтты. Ҡайтыу менән иремә шылтыратты. Улы янына тағы бер бала тапҡан икән. Ә ире уны бер тинһеҙ ҡыуып ҡайтарған.

Иремдең өйләнгән, балалы булыуын белгәс, туҡтар тип уйла­ғай­ным, тик был ҡатын бөтөнләй шашып китте. Көн дә шылтыратып илаулай башланы. Бер көн Кәбир уның янына барып балалар менән осрашты. Иремдең ғәйепле төҫтә ҡайтҡанын күргәс, барыһын да аңланым: ҡатын беҙҙең тормошто боҙорға тырыша.

Юҡ, хыянат тураһында һүҙ бармай. Ирем ул яҡтан тәртипле һәм принципиаль кеше. Мине ярат­ҡанын да беләм. Эш шунда: был ҡатын беҙҙең аҡсаны һура. Тәүҙә улына алиментҡа бирҙе. Уныһына ҡаршы түгел инем: балаһы булғас, ҡарарға тейеш. Тик бер ҡайҙа ла эш­ләмәгән ҡатын минең ирҙә аҡса моҡсайын ғына күрҙе. Тәүҙә беҙ уның фатиры өсөн түләнек. Аҙаҡ машинаһына бензин ҡойоу ҙа иремдең бурысына әйләнде. Уға аҙыҡ-түлек тә ала башлағас, түҙемлегем шартланы.

Беҙ ирем менән икәүләп эшләп ипотека түләүебеҙ етмәгән, теге ҡатындың барлыҡ сығымдарын да яба башланыҡ. Ә ул ике балаһы менән өйҙә ята. Әйткәндәй, улы уҡый, ҡыҙы — балалар баҡса­һын­да. Әммә уның эшләгеһе килмәй. Сәбәбен табып ҡына тора. Икенсе иренән иһә бер тин дә аҡса юҡ. Кәбиргә бер нисә тапҡыр әйтеп ҡараным, тик ул мине ишетмәй.

– Унда минең балам йәшәй, машинала йөрөй, ашай, нисек уның ауыҙынан өҙәйем? Мин уны ташлай алмайым, – тине.

Икенсе йыл ошондай хәлдә йәшәйбеҙ. Теге оятһыҙ ҡатын ҡасан теләй шунда шылтырата. Кәрәк булһа, саҡыртып ала. Хатта минең иремдән булмаған балаһына берәй нимә кәрәк булһа ла, Кәбиргә йомош ҡуша. Ә ул тыңлай. Беҙҙе ҡал­дырып китә, беҙҙән өҙә, ә уға ярҙам итә. Аҡсаға бәйле проблемалар башланды. Минең эш хаҡым тулыһынса ипотека түләүгә китә. Ә иремдеке – теге ғаиләгә. Аҡсаһыҙ ултырған саҡтарыбыҙ күбәйҙе.

Әле күптән түгел генә икенсе бала тураһында хыяллана инек, хәҙер был турала ла оноторға тура килә. Үҙебеҙгә аҡса етмәгәндә, ҡайҙа инде тағы бер бала.

Әсәйем: “Айырыл, икебеҙ ҡы­ҙым­ды ҡарарбыҙ”, – ти. Тик мин ирем­де яратам. Был хәлгә түҙер әмәлем дә ҡалманы. Нисек кенә бынан ҡотолорға? Икенсе бай иргә сығып ҡына китмәһә, минең ирҙең өҫтөнән төшмәҫ шул. Ә ике бала ме­нән ялҡау ҡатын кемгә кәрәк инде?

Ысынлап та, икенсе ҡатын булыуы еңел түгел икән шул. Әсәйем хаҡлы булған да бит...

 

(Ишембай ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: