Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2023, 10:12

Ҙур карапҡа – ҙур юлдар!

Өфө фән һәм технологиялар университетында матбуғат туры ойошторолдо.

Республиканың иң йәш һәм иң ҙур юғары уҡыу йорто булған Өфө фән һәм технологиялар университетының яңы юҫыҡтағы эшмәкәрлегенә өс ай тулып уҙҙы. Ошо көндәрҙә киң мәғлүмәт саралары журналистарына яңы вуздың фәнни мөмкинлектәрен, ғилми-тикшеренеү лабораторияларын, студенттарҙың, магистрант һәм аспиранттарҙың ғилми етәкселәре менән берлектәге проекттарын һәм асыштарын күрһәтеүгә арналған матбуғат туры ойошторолдо.

 

Бында ғалимдар үҫә

 

“Студенттан ғалимға тиклем” тип аталған сара 8 февралдә бил­дәләнгән Рәсәй фәне көнөнә лә бағышланды. Журналистар йәш ғалимдарҙың эшмәкәрлеге, юғары уҡыу йортондағы заманса технологиялар менән танышты, төрлө кимәлдәге гранттар һәм конкурстар еңеүселәре менән аралашты.

Физика-математика корпу­сын­дағы элекке уҡыу залы урынында Өфө университетының студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн коворкинг-үҙәк барлыҡҡа килгән. Бында интернет селтәренә тоташҡан компьютерҙар, төрлө осрашыуҙар, эшлекле кәңәшмәләр үткәреү өсөн һанлы технологиялар менән тәьмин ителгән уңайлы биләмә һәм ял итеү  урындары бар. 

– Университетта мөһим йүнә­леште – студенттарҙың проект эш­мәкәрлеген үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Беҙ уларҙың башланғыс­тарын ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итеү йәһәтенән әүҙем эшләйбеҙ, – тине проект эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Зөлфиә Садиҡова.

Артабан ошо уҡ корпустағы геофизика кафедраһына юл алдыҡ. 2021 йылда вуз ғалимдары Рәсәй­ҙең алдынғы нефть сервисы компанияһы ”ТНГ-Групп” йәмғиәте менән берлектә промысла геофи­зикаһы өлкәһендәге үҙенсәлекле башланғысты тормошҡа ашырыуға федераль финанслау алған. Өс йылға иҫәпләнгән проект өсөн 160 миллион аҡса йүнәлтелә. Кафедра мөдире – техник фәндәр докторы, профессор Рим Вәлиуллин был башланғыстың төп асылы һәм маҡсаттары менән таныштырҙы. Бында нефть скважиналарын диагностикалау буйынса уникаль аппараттың макеты эшләнгән. Артабан уны сәнәғәттә һынау үткәреп, сериялы етештереүгә сығарыу ҡарала.  Проектҡа 30-ҙан ашыу кеше йәлеп ителгән, студенттар, аспиранттар һәм йәш белгестәр берлектә эшләй.

2021 йылда тағы бер яңы баш­ланғысҡа – популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияһына нигеҙ һалына. Ул Фәнни белем би­реү үҙәге ҡатнашыусыһы булған уҡыу йорттарында йәштәргә тәғә­йен­ләнгән лабораториялар булдырыу буйынса Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министр­лығы программаһына ярашлы барлыҡҡа килгән. Лаборатория менән йәш ға­лимә, биология фәндәре кандидаты Дарья Прокофьева етәкселек итә.

Бында шөғөлләнгән йәштәр беҙ­ҙе эшмәкәрлек йүнәлештәре менән таныштырҙы. Мәҫәлән, Миңлегөл Мәсәлимова менән Сәлих Мостафин – икеһе лә I курс магистранттары.

– Беҙ яман шеш сиренә дусар булған ДНК-ларҙы өйрәнәбеҙ. Ашҡаҙан һәм түллек биҙе ДНК-ла­ры менән эшләйбеҙ. Уларҙы өйрә­неү яман шеште дауалау һөҙөмтә­лелеген арттырыу маҡсатында алып барыла, – тип аңлатты буласаҡ ғалимдар.

 

Әҙерлек кимәле юғары

 

Өфө фән һәм технологиялар уни­вер­ситетының гуманитар кор­пу­сындағы “Кәрәҙҙәр” коворкингы бөгөн үҙен тәүге тапҡыр ҙур сара уҙғарыу биләмәһе булараҡ күр­һәтте. Бында уҡыу, әүҙем эш һәм ял биләмәләре булдырылған. Проект “Өҫтөнлөк 2030” стратегик үҫеш программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, биләмәнең биҙәлешен Тарих һәм дәүләт ида­раһы институты директоры Әминә Уразова һәм археология лабора­торияһының әйҙәүсе инженеры Галина Ғиләжева етәкселегендә йәштәр үҙҙәре эшләгән.

“Кәрәҙҙәр” – шулай уҡ универ­ситеттың студенттар берләшмә­лә­ренә тәғәйенләнгән биләмә. Студент отрядтары, йәштәр клубтары төрлө саралар үткәрә аласаҡ. Бынан тыш, был үҙәктә университет уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре менән аралашырға мөмкин була­саҡ. Улар йәштәргә төрлө проект­тарҙа ҡатнашыу юлдарын өйрә­тәсәк, команда табырға ярҙам итә­сәк, федераль проекттарҙа ҡатна­шыу буйынса консультация бирәсәк.

Артабан “Нанотех” фәнни һәм технологик ҡорамалдар менән коллектив файҙаланыу үҙәгенә юл­ландыҡ. Бында һигеҙ алдынғы лаборатория һәм һынау бүлеге эш­ләй. Уларҙа материалдарҙы өйрә­неү, металдар физикаһы, төҫлө һәм ҡара металдарҙы һынау һәм башҡа тикшеренеүҙәр менән шө­ғөлләнәләр. Мәҫәлән, аныҡ миҫал: бында теш импланттары өсөн нанотитандан ярымфабрикаттар етештереү өҫтөндә эшләйҙәр.

Киләһе лабораторияла авиа­тре­нажерҙарҙа шөғөлләнгән йәш­тәр менән таныштыҡ. Авиация дви­гателдәре факультетында урын­лашҡан был пилотаж тренажерҙа студенттар самолет менән идара итергә өйрәнә тип әйтергә лә мөм­кин, сөнки ул тулыһынса осоусы ап­параттың кабинаһының күсер­мәһе рәүешендә эшләнгән. Студенттар самолеттың конструк­цияһын, системалар менән идара итеү үҙенсәлектәрен өйрәнә, дви­гателдәрҙе эшләтеү процедуралары буйынса ғәмәли әҙерлек үтә. Тренажер самолет система­ла­рының төрлө тайпылыштарын, саф­тан сығыу осраҡтарын имитациялай ала һәм йәштәрҙе дөрөҫ эш итергә әҙерләү мөмкинлеген бирә.

– Студенттарыбыҙ университетта алған белемен практикала нығыта. Уларҙың әҙерлек кимәленә күп нәмә – техниканың төҙөклөгө, ә иң мөһиме кеше ғүмерҙәре бәйле, – тип һөйләп үтте авиация двигателдәре кафедраһы доценты Александр Игоревич Жук.

Әйткәндәй, авиатренажер ҙур популярлыҡ менән файҙалана: лабораторияға абруйлы ҡунаҡтар һәм буласаҡ абитуриенттар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килә.

 

Тәүге бишәү рәтендә

 

Артабанғы танышыу нөктәһе “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе булды. Өфө фән һәм технологиялар университеты – республикала алдынғы инже­нерҙар мәктәбен үҫтереү буйынса федераль проект тормошҡа ашы­рылған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Рәсәй вуздарында бөтәһе 30 ошондай мәктәп булдырылған.

Инженер мәктәбенең төп маҡ­саты – уҡыу менән ысын эш ара­һындағы айырманы мөмкин тиклем ҡыҫҡартып, предприятиеларҙы ныҡ­лы әҙерлекле, ниндәйҙер ки­мәлдә тәжрибәгә эйә белгестәр ме­нән тәьмин итеү. Йәғни, “Киләсәк моторҙары” – алдынғы партнер ком­паниялар менән тығыҙ бәйлә­нештәр булдырып, студенттарҙы илдең аныҡ фәнни-технологик бурыстарын хәл итеү өсөн әҙерләгән майҙансыҡ. Студенттарҙың конструктор бюроһы сиктәрендәге эш рәсми рәүештә ойошторола, уларға ярайһы уҡ яҡшы эш хаҡы түләнә. Шул рәүешле “Киләсәк моторҙары” мәктәбе студенттарға ысын инженерлыҡ эшмәкәрлегенә сумырға мөмкинлек бирә.

БЕЛЕШМӘ

Өфө фән һәм технологиялар университеты 2022 йылдың 1 но­ябрендә Башҡортостан Республикаһының ике ҙур юғары уҡыу йортон – 100 йылдан ашыу тарихы булған Башҡорт дәүләт университетын һәм 90 йыллығын билдәләгән Өфө дәү­ләт авиация техник университетын берләштереү юлы ме­нән булдырылды. Был эш 2030 йылға тиклем Рәсәй Феде­рацияһында Фән һәм инновациялар үҫеше стратегияһына ярашлы башҡарылды. Шулай уҡ яңы юғары уҡыу йортоноң үҫеш йүнәлештәре Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған “Фән һәм технологиялар ун йыллығы тураһында” Указда билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя.

Бөгөн Өфө университеты 15 факультетты, ете институтты, Бөрө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы алты филиалды берләштерә.

Әлеге көндә Өфө университетында 45 меңдән ашыу Рә­сәй һәм ике меңдән ашыу сит ил студенты белем ала. Студенттар һаны буйынса ул Рә­сәй Федерацияһының биш иң ҙур юғары уҡыу йорто исем­легенә инә.

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: