Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы амунициялар һәм башҡа кәрәкле тауар менән тәьмин итеү” мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә республика халҡының махсус операцияла әүҙем ҡатнашыуы, яугирҙәребеҙҙе тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Унда төрлө министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, хәрби зонала ихтыяж булған тауар етештереүселәр, шулай уҡ М. Шайморатов һәм А. Доставалов исемендәге ирекле батальондарҙың хәрбиҙәре ҡатнашты.
Терәк төбәктәрҙең береһе
Сара алдынан Дәүләт Йыйылышы Палатаһы фойеһында урындағы етештереүселәрҙең тауар күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда махсус хәрби операцияла талап ителгән һәм Башҡортостанда етештерелгән төрлө формалы кейем, камуфляж селтәрҙәре, палаткалар, махсус бишмәттәр, аяҡ кейеме һәм башҡа тауарҙар тәҡдим ителде.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусылар күргәҙмәгә ҡуйылған әйберҙәр менән танышты.
– Бөгөн илебеҙ дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау, яңы биләмәләрҙе һаҡлау өсөн барлыҡ көстәрҙе һәм сараларҙы туплай. Башҡортостан – терәк төбәктәренең береһе. Был республика халҡының махсус операцияла әүҙем ҡатнашыуына ла, тылдағы тәьминәткә лә ҡағыла. Меңәрләгән ватандашыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Улар – ирекмәндәр, мобилизацияланғандар. Егеттәргә еңелдән түгел. Ә беҙҙең маҡсат – уларҙың яуаплы бурыстарын үтәүҙе мөмкин тиклем еңеләйтеү, – тине Константин Толкачев, ултырышты асҡанда.
Константин Борисович билдәләүенсә, һалдаттар төп форма, шулай уҡ өҫтәмә экипировка һәм амунициялар менән дә тәьмин ителгән, сөнки улар хәрби шарттарҙа тиҙ арала ҡулланыуға яраҡһыҙға әйләнә. Беренсе ярҙам күрһәтеү тупланмалары (аптечка), заманса техник күҙәтеү һәм элемтә саралары менән бәйле ҡыйынлыҡтар бар.
– Ғөмүмән, был өлкәлә ҙур эш алып барыла, әммә фекер алышыуҙы талап иткән мәсьәләләр бар, уларҙы хәл итеү өсөн бөгөн бында йыйылдыҡ. Беренсенән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға нимә, ниндәй күләмдә талап ителеүен аныҡ ҡына аңларға кәрәк. Икенсенән, тауар тәғәйен урынға барып етһен өсөн, логистика сылбырын дөрөҫ төҙөү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәр ваҡыт уңышлы килеп сыҡмай. Яңы йыл алдынан, мәҫәлән, беҙҙең депутаттар Луганск Халыҡ Республикаһындағы мәктәпкә туңдырғыс ебәрҙе, ә ул икенсе урынға киткән. Осона сыҡтыҡ, тәғәйен урынға яңынан ебәрҙек, әммә ҡыйынлыҡтар ҙа булды. Хәрбиҙәргә тәғәйенләнгән йөк менән дә шул уҡ хәл. Нисек кенә булмаһын, азат ителгән биләмәләргә ярҙамыбыҙ килеп еткәс, беҙ шатбыҙ – Ҡораллы Көстәребеҙҙең ниндәйҙер часына йәки урындағы халыҡҡа булһынмы. Шулай ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостандан, теге йәки был ҡаланан йәки райондан ебәрелгән осраҡтарҙа йөктөң тәғәйен урынға барыуын теләр инек, – тине Константин Толкачев.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан республика граждандарына ярҙам күрһәтеү буйынса берҙәм логистика үҙәгенең эше менән таныштырҙы.
Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Денис Гурков еңел сәнәғәт предприятиеларының мөмкинлектәре һәм уларҙың махсус хәрби операция ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙә ҡатнашыуы тураһында хәбәр итте.
Республика халҡына рәхмәт
Хәрбиҙәрҙең үҙҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, гуманитар ярҙам буйынса теләктәр, шулай уҡ етештереүсе предприятиеларға тәҡдимдәрен әйтте. Хәрбиҙәрҙең квадрокоптерҙарға идара итеү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы курстар үткәреү кәрәклеге тураһында ла һүҙ барҙы. Шәхси тактик аптечкаларҙы туплау, яугирҙәрҙе ярсыҡлы йәрәхәттәрҙән һаҡлау өсөн ышаныслы броня һаҡлағыстар менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.
Сарала ялға ҡайтҡан яугирҙәр ҙә ҡатнашты һәм ярҙам туплауҙа ниндәй әйберҙәргә айырыуса иғтибар итергә кәрәк булыуы тураһында һөйләне.
– Тиңе булмаған ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ. Хәүефһеҙ урында тороп, дошмандың техникаһын һәм тере көсөн юҡ итеүҙә һөҙөмтәлерәк һуғышыу, ҡайҙа тороуҙарын күреү өсөн беҙгә пилотһыҙ осоусы ҡорамалдар кәрәк. Унда ҡиммәтле квадрокоптерҙар кәрәкмәй, осһоҙ булһа ла бара, әммә күп булһын. Амунициялар яҡшы, уңайлы, әммә яу шарттарында уларҙы файҙаланыу ваҡыты күпкә ҡыҫҡара, кейемдең көтөлмәгәндә юҡҡа сығыуы ихтимал. Аптечкаларҙың тулылығының тәьмин ителешенә иғтибар бирһендәр ине. Төндә ҡарау приборҙары (тепловизорҙар) етмәй, был бик мөһим мәсьәлә.
Республика халҡы ысын күңелдән ярҙам итә, ниндәйҙер әйберҙәр, ойоҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡ ебәрә – улар бик кәрәк, ҙур рәхмәт. Әммә үтә мөһим, яугирҙәрҙең ғүмерен, хәрби һәләтен тәьмин иткән, тәү сиратта талап ителгән саралар һыу һәм һауа кеүек кәрәк. Әлбиттә, беҙгә бындай ҡорамалдар килә, әммә улар тиҙ сафтан сыға. “УАЗик”, “КамАЗ” кеүек машиналар ебәргәнегеҙ өсөн рәхмәт, улар шәхси составты йөрөтөү өсөн бик кәрәк. Гуманитар йөктө әҙерләгәндә лә кәрәкле әйберҙәр исемлеген төҙөп, улар буйынса туплап, барып етеүен контролдә тотһондар ине. Әгәр ул икенсе бүлексәгә китһә, гуманитар йөк талап ителгән яугирҙәр көткән әйберҙәрен ала алмаясаҡ, – тине яугир.
Кәңәшмәлә, процеста ҡатнашыусыларҙың барыһы менән дә үҙ-ара эш итеүҙе берләштерәсәк һәм координациялау функцияһын үтәйәсәк махсус эшсе төркөм булдырырға кәрәк, тигән һығымтаға килделәр.
Рәмилә МУСИНА