

Илһөйәрлек, бер-берең менән яҡшы ғәмәлдәрҙә уҙышыу, ярҙам итешеп йәшәү – халҡыбыҙҙың ҡанына һалынған сифаттар. Уларҙың ни ҡәҙәр мөһим икәнен тормоштағы ваҡиғалар даими иҫкәртеп торғандай. Айырыуса һуңғы йылдарҙағы хәлдәр. Быны Бөрйән районы халҡы миҫалында ла раҫларға мөмкин.
Хәрби ветерандарға иғтибар кәрәк
– Бөрйәндәргә илһөйәрлек, ярҙам итешеп, бер-береңде ҡеүәтләп йәшәү сифаттары электән хас. Был һыҙаттар һуңғы йылдарҙа иһә тағы ла көсәйҙе. Беҙҙә генә түгел, тотош илдә шулай: коронавирус пандемияһын бергәләп үткәрҙек, хәҙер иһә махсус хәрби операция ауырлыҡтарын күмәкләп иңебеҙгә күтәргәнбеҙ, тиҙерәк тыныслыҡ килһен өсөн, уртаҡ көс һалабыҙ. Ошондай хәлдәрҙә берҙәмлектең баһалап бөткөһөҙ көсөнә ныҡлы инандыҡ, – ти Бөрйән районы ветерандары советы рәйесе Олег Ғәлиев. – Мәктәптәргә илһөйәрлек дәрестәре индерергә тотонғандар икән, тимәк, халыҡта был тойғо юғала башлаған, уны көсәйтергә теләйҙәр, тигән һүҙ. Ысынлап та, һуңғы бер нисә тиҫтә йылда беҙҙә “патриотлыҡ” төшөнсәһе “аҡһай”, ҡайһы берҙәрҙә хатта мыҫҡыллы йылмайыу тыуҙыра ине бит. Ә илеңә, халҡыңа ошондай кире ҡараштың эҙемтәһе ҡот осҡос: бер-береңә дошманлыҡ, матди яҡтан уҙышыу, көнсөллөк, бәләләргә битарафлыҡ, аҡса өсөн туғаныңды ла һаҙға батырырға әҙерлек, яһалмалылыҡ, ике йөҙлөлөк... Ватанын яратҡан кеше иһә бер ҡасан да бындай этлектәргә бармаясаҡ. Шуға ла беҙҙең алда тәү сиратта ҡаныбыҙға һалынған ошо изге тойғоно көсәйтеү, илһөйәрҙәр үҫтереү бурысы тора. Бөрйән районы ветерандары ойошмаһы был йәһәттән киң эш алып бара, тип әйтә алам.
Олег Марс улын ошо эштең башында торған ғәжәп тынғыһыҙ, талапсан, ныҡышмал, әүҙем, ихлас етәксе тип белә Бөрйән халҡы. Барыһын да ул урындағы хәрби хеҙмәт ветерандары ойошмаларын берләштереүҙән башлаған. Тап армия һынауын үткәндәр илһөйәрлектең, бер-береңә терәк-таяныс булыуҙың мөһимлеген яҡшы белә, ти ул.
– Шулай ҙа уларға иғтибар етеңкерәмәй – быға һәр ваҡыт борсола инем. Армияла булған элекке хеҙмәттәштәр осрашһа, мотлаҡ эскелек, аҙаҡ дөмбәҫләшеү – халыҡ ошолай ҡабул итә бит. Ә миңә хәрби туғанлыҡты ыңғай яҡтан, башҡалар өлгө алырлыҡ итеп күрһәтеү теләге тынғы бирмәй ине, – тип әлеге юлға килеү мәлен иҫкә төшөрҙө Олег Марс улы. – Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән, туҡһанынсы йылдарҙа Чечняла контракт буйынса взвод командиры бурысын үтәгән, үҙебеҙҙең районда Эске эштәр идаралығында оҙаҡ ваҡыт эшләгән кешемен. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тормошомдо нисектер үҙгәртеү теләге тыуҙы. Отставкалағы майормын. Үҙемдең һаулығыма бәйле проблемалар башланды. Эсеү, тәмәке тартыу һымаҡ яман ғәҙәттәрем дә бар. Ә күңелем быларҙы һис ҡабул итмәй. Үҙгәрергә кәрәк! Ошондай ынтылыш менән күптән йөрәгемдә йөрөткән теләгемә тәүге аҙымды яһаным – дин юлына баҫтым. Һөҙөмтәлә насар ғәҙәттәрҙән ҡотолғас, электән яфалаған йөрәк-ҡан тамырҙары сире лә яйлап сигенә башланы.
Бер мәл Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәр менән сираттағы осрашыуҙа “үҙебеҙҙекеләргә стела төҙөйөк” тигән тәҡдимемде әйттем. Барыһы ла дәррәү күтәреп алды һәм эшләп тә ҡуйҙыҡ. Күп тә үтмәне, беҙҙән күреп, десантсылар үҙ стелаһын булдырҙы. Артабан – башҡалар... Күрәм, Чечняла хәрби хәрәкәттә булғандар ғына төрлөһө төрлө яҡта йөрөй, ҡушылырға уйламайҙар ҙа һымаҡ. Анализ эшләгәйнек, уларҙан һуғышта үлгәндәр – өсәү, ә имен-һау әйләнеп ҡайтҡандан һуң төрлө ауырыуҙарҙан, бәхетһеҙлек осраҡтарынан вафат булғандар – 32... Тимәк, яуға ҡарағанда тыныс тормошта әллә күпме мәртәбә күберәк ҡырылғандар!.. Хәл-торошто ошолай баһалағас, ныҡлы ҡарарға килеп, Чечняла булғандарҙан да төркөм төҙөй башланыҡ. Хәҙер иһә, Аллаға шөкөр, улар ҙа нығынып килә.
Был хаҡта, үҙемдең тормошом тураһында ни өсөн һөйләйем? Һабаҡ булһын тип. Армияла, яуҙа булып ҡайтҡандарға иғтибар кәрәк. Уларҙы ойоштороп алып йөрөү, бигерәк тә йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында “файҙаланыу” мөһим. Юғиһә, алда әйткәнемсә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан күпме яугиребеҙ тыныс тормошта эскелектән, үҙ урынын таба алмауҙан әрәм булды бит. Ваҡытында уларға иғтибар күрһәтелһә, йәмәғәт эштәренә йәлеп ителһәләр, йәшәрҙәр ине лә!
Олег Ғәлиевтең башланғысы менән хәрбиҙәр ойошмаларының эше йәнләнеп киткәс, район хакимиәте башлығы уға Ветерандар советы рәйесе бурысын башҡарырға тәҡдим итә. “Ул ваҡытта вахта ысулы менән байтаҡ ҡына хеҙмәт хаҡы алып эшләп йөрөй инем. Изге бурыс хаҡына ҡырға йөрөүҙән баш тартып, барлыҡ көстө ветерандар ойошмаларын көсәйтеүгә йүнәлттем”, – ти бөгөнгөһөнән ифрат ҡәнәғәт Олег Марс улы.
“Һәр сара доға ҡылыуҙан башлана”
Афғандағы, Чечнялағы яуҙарҙа ҡатнашҡандар, Германиялағы, Чехословакиялағы һуғыштарҙы үткәндәр, сик буйы һаҡсылары, хәрби разведка, һауа-десант ғәскәрҙәре, моряктар һ.б. – һәммәһе 13 хәрби ветерандар ойошмаһы бар хәҙер Бөрйәндә. Улар айырым-айырым түгел, ә бөтөнөһө бергә уртаҡ маҡсатта эш алып бара. Чернобыль афәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙы ла үҙ ҡанатына алғандар. Ватсап мессенджерында “Хәрби туғанлыҡ” тип аталған чаттары эшләй, унда барлыҡ ойошмаларҙың ағзалары бергә тупланып, эшлекле һөйләшеүҙәр алып бара, бер-береһенә тиҙ арала ярҙам ойоштора, дәррәү рәүештә саралар үткәрә. Ветерандар советының һәр ауылда айырым яуаплы кешеһе билдәләнгән.
Ә уртаҡ көс менән башҡарған эштәре бихисап. Мәҫәлән, күп ойошмаларҙың инде үҙ стелалары бар – улар район мәҙәниәт һарайы янында айырым урын биләп тора. Шулай уҡ аҡса йыйып, Бөрйәндәге мәрхүм хәрби ветерандарҙың 23-өнөң ҡәберенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйғандар, был йәһәттән эш артабан да дауам итә. Ветерандар советы шулай уҡ район үҙәк дауаханаһы менән берлектә хаҡлы ялдағыларҙы, мохтаждарҙы Өфөләге Реабилитация үҙәгендә, Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә дауалауҙы даими ойоштора. Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, былтыр ғына ошо ике медицина учреждениеһында Бөрйәндән 64 кеше һаулығын нығытып сыҡҡан. Сирләп киткәндәргә тиҙ арала аҡса кәрәк ваҡытта хәрби ветерандар ойошмалары ағзалары йәһәт кенә матди ярҙам йыйып тапшыра – бар ғәмәлдәрен йөрәк ҡушыуы буйынса башҡара улар.
– Бергәләп уҙғарған һәр сара башында иң тәүҙә баҡыйлыҡтағы хеҙмәттәштәребеҙ рухына күмәкләп доға ҡылабыҙ, – ти Олег Марс улы. – Һәр ғәмәлебеҙ яман ғәҙәттәрҙән арыныуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, былтыр 1 июлдә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә һабантуй яланында ҡорбан салдыҡ. Тотош ғаиләләр менән йыйылышып, доға ҡылып, былау ашап, балаларға ла, өлкәндәргә лә уйындар, ярыштар үткәреп, миҙалдар, грамоталар тапшырып, матур байрам уҙғарҙыҡ. Хәрби хеҙмәт ветерандарының йыйылышыуы эскелеккә генә ҡорола тигәнде шулай тамырынан үҙгәртергә ине, тигән теләк ҙур.
Өлгө күрһәтер өлкәндәр булғас...
Эшен мөкиббән бирелеп башҡарған Олег Ғәлиевте күптән түгел Республика ветерандары советы президиумы ағзаһы итеп һайлап ҡуйғандар: хәҙер барлыҡ көньяҡ-көнсығыш төбәк өсөн яуап бирәсәк.
– Олег Марс улының иңенә тиҫтәләгән бурыс өйһәң дә, “ыһ” та итмәй башҡарасаҡ, – ти район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Лилиә Зарипова. – Ул берәй ҡайҙа сығып китһә лә, үҙебеҙҙе уң ҡулһыҙ тороп ҡалғандай тоябыҙ. Ветерандар ойошмаһы йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәкселеге менән һөйләшеп, мәктәптәргә хеҙмәт ҡаһарманлығы тигән дәрес индерелде: лайыҡлы һөнәр оҫталары уҡыусыларға үҙ тормошонан һабаҡ бирә. Шулай уҡ беҙҙә “Йәш спецназовсылар” лагеры, “Мәсем” үҫмерҙәр-йәштәр клубы, Ирекмәндәр үҙәге әүҙем эшләй. Хоҡуҡтарын һәйбәт белгән, ә бурыстарына иҫе китмәгән бөгөнгө йәш быуын өсөн ошондай илһөйәрлек ойошмалары өлгөһө үтә мөһим.
Лилиә Фәрит ҡыҙы һөйләүенсә, әле һанап үтелгән берләшмәләр, шулай уҡ райондың Ветерандар советы, Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге, Ағинәйҙәр ҡоро, төрлө предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар менән берлектә коронавирусҡа ҡаршы көрәштә, урман янғындары мәлендә ирекмәнлек бик яҡшы ойошторолған. Был тәжрибә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә ярҙам күрһәткәндә тағы ла киңерәк дауам итә: ир-егеттәргә төрлө кәрәк-яраҡ йыйып, посылкалар әҙерләү, ата-әсәләренә, ғаиләләренә булышлыҡ ҡылыу бурыстарын һәр кем оло теләк менән атҡара. Уртаҡ көс һөҙөмтәһендә ошо көндәрҙә райондан махсус хәрби операция биләмәһенә ике машина һәм ике күсмә мунса ебәреләсәк, уларҙы Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальонына һәм хәрби операциялағы ир-егеттәргә (уларға шулай уҡ ике тепловизор) бүлеп биреү ҡаралған.
Украинала һәләк булған туғыҙ ир-егеттең етеһенә ауылдарында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу эшен дә бергәләп атҡарып сыҡҡандар. Уларҙың хөрмәтенә төрлө темаға ярыштар уҙғарылған, тиҙҙән бейеү конкурсы үткәреү планлаштырылған. Һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәһен Өфөләге Реабилитация үҙәгендә дауалау ойошторолған. Махсус хәрби операциялағыларҙың ғаиләләренә льготалар юллауҙа даими ярҙам күрһәтелә.
“Был эштәрҙең барыһында ла тәү сиратта райондың Ветерандар советына, Ирекмәндәр үҙәгенә таянабыҙ. Тап уларҙың өлгөһөндә йәш быуын иң мөһим ҡиммәттәребеҙҙең көсөнә инанып, илде һөйөү, бер-береңә һәр яҡлап ярҙам итеү кәрәклеген аңлап үҫә, – ти Лилиә Зарипова. – Балаларға изге бурыстарҙы үҙ өлгөһөндә төшөндөргән ирекмәндәребеҙгә, Олег Ғәлиев кеүек фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән илһөйәр яҡташтарыбыҙҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!”
- Дилбәр ИШМОРАТОВА
Бөрйән районы