Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2023, 10:00

Икмәк тәме...

Хөрмәтле апайҙарыбыҙ хуш еҫле өй икмәге бешереү серҙәрен астылар

Икмәк тәме...
Икмәк тәме...

Учалы районының Рысай ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы тирә-яҡҡа үҙенсәлекле йәмғиәт эштәре алып барыуы менән билдәле. Мәҫәлән, махсус хәрби опрецияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға һарыҡ йөнөнән йылы ойоҡбаштар бәйләп ебәреүме, ер-һыу атамаларына бағышланған, үҫеп килгән быуын өсөн бик тә йөкмәткеле һәм файҙалы сара үткәреүме, барыһы ла ауылыбыҙҙың йәме булған аҡ инәйҙәребеҙҙең хәленән килгән изге эштәр.


Ошо көндәрҙә Ағинәйҙәр йортонда хөрмәтле апайҙарыбыҙ Зөлфирә Мозафар ҡыҙы Ғарипова етәкселегендә Илсе ауылынан килгән ҡунаҡтарыбыҙға хуш еҫле өй икмәге бешереү тәртибен күрһәттеләр. Зөлфирә апай ҡомалаҡтан икмәк әҙерләү серҙәре менән бүлеште. Әйткәндәй, Илсе урта мәктәбенең 3-сө синыф уҡыусыһы Динә Мортазина "Икмәк бар нәмәгә лә баш" тип исемләнгән ғилми-эҙләнеү проекты сиктәрендә ошо сарала ихлас күңелдән ҡатнашты. Бәлки киләсәктә тырыш ҡыҙсыҡ халыҡты ҡыуандырап үҙенең икмәк-бәрәмәстәр бешереү эшен асып ебәрер.


Был мауыҡтырғыс йөкмәткеле сараны ентекләп күҙәткән һәм өйрәнгән һәр кем, һис шикһеҙ, ҙур тәжрибә алып, өләсәйҙәребеҙҙең онотолоп барған, ябай ҙа, кәрәкле лә көндәлек кәсебен иҫкә төшөрөп бер ҡыуанғандыр.

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас: