Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2023, 12:30

Конкурста ҡатнашырға теләһәгеҙ...

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса конкурс һайлап алыуға ғаризалар ҡабул ителә

Конкурста ҡатнашырға теләһәгеҙ...
Конкурста ҡатнашырға теләһәгеҙ...

Башҡортостан Фәнни-белем биреү үҙәге идара итеүсе компанияһы ППМИ - 2023 конкурсы буйынса һайлап алыуҙың башланыуы хаҡында иғлан итә.

Ғаризалар 2023 йылдың 20 февраленән 21 мартына тиклем Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15 адресы буйынса 102-се бүлмәлә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза биреүсегә электрон күсермә (USB-флеш-картала) менән бергә баҫылған һәм таныҡланған ҡағыҙ формаһында ғариза һәм раҫлаусы документтар тапшырырға кәрәк.

Ғаризала, ҡағыҙ һәм электрон төрҙә һалынған документтарҙа бирелгән мәғлүмәттәрҙә ҡаршылыҡтар булыуы мөмкин түгел.

Конкурс һайлап алыуында ҡатнашыуға конкурс заявкаһын әҙерләү өсөн уларҙы тултырыу миҫалдары менән тәҡдим ителгән документтар формалары:  https://nocrb.ru/ppmi документтар бүлегендә.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн һайлап алыу туры башланыуы тураһында хәбәр: https://yadi.sk/i/h85y3SK-akLOTA

Һорауҙар менән 8 (347) 229-45-43 номерына шылтыратырға.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса конкурс һайлап алыуы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 23 йылдың 6 февралендәге 39-сы “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында”ғы ҡарарына ярашлы уҙғарыла.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: