

11 февралдә Өфөлә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында булды. Бында улар Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
Мемориаль комплексты 11 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһы көнөндә астылар. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирына, уның күренекле атлыларына һәм Ватанды һаҡлаусыларына арналған. Уның авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.
Максим Решетников менән Радий Хәбиров Совет майҙанында эшләй башлаған яңы туристик-мәғлүмәт үҙәгендә лә булды. Унда республиканың туристик маршруттары һәм иҫтәлекле урындары, экскурсиялар, саралар, ҡунаҡханалар тураһында белергә, шулай уҡ сувенирҙар һатып алырға мөмкин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.