Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2023, 06:00

Яңы тыуған сабыйға исемде... атаһы ҡуша аламы?

Әбйәлил районының Асҡар мәсетендә шулай эшләйҙәр икән.

Яңы тыуған сабыйға исемде... атаһы ҡуша аламы?
Яңы тыуған сабыйға исемде... атаһы ҡуша аламы?

"Аллаға шөкөр, ун йылға яҡын инде, мулла булараҡ, йыш ҡына мәсеттә никах уҡыу һәм сабыйҙарға исем ҡушыу сараһын үткәреү бәхетен кисерергә тура килә", - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә Асҡар ауылы мәсете тураһында Әбйәлилдән Мансур Баһаув. - "Һүҙ юҡ, былары инде кеше ғүмерендә иң күркәм, онотолмаҫлыҡ ваҡиғалар. Беҙҙең өсөн иң ҡыуаныслыһы мәсеткә сабыйҙарҙы алып килеүҙәре. Элек үҙем баланың ҡолағына ата-әсәләре һайлаған исемен әйтеп, тейешле доғаларҙы уҡып, килеүселәрҙе оҙатып ҡала инем. Ләкин былар бөтәһе лә, нисектер, ҡоро ғына килеп сыға һәм күңелемә ятмай ине.

Ике йыл элек мәсеткә килгән яңы имам-мөхтәсиб Рөстәм хажи миңә: "Мансур хәҙрәт, ни эшләп аталарының үҙҙәренән исем ҡуштырмайһың?"- тигәйне. Мин:" Улай буламы һуң?" - тип һораным. Ул миңә яҡшы итеп аңлатты, кәңәштәр бирҙе. Шул ваҡыттан алып мин исемде сабыйҙарға үҙ аталарынан әйттерәм.

Әлбиттә, улар ҙа: "Һуң, хәҙрәт, улай буламы, яраймы һуң?"- тип һорайҙар. Риза булмай маташҡандары, уңайһыҙланғандары ла була. Уларға: "Һуң баланың атаһы һинме, әллә минме?" - тип әйткәнем бар. "Ә мин уға кем, бөтөнләй ят кеше... Нисек уйлайһың, балаң ҙурая төшкәс, исемде кем ҡушҡанын һораһа, һин һауалы ғына, үҙем ҡуштым, йәки, теләр-теләмәҫ кенә, әллә ниндәй бер мулла ҡушты тиерһеңме?" - тип тегеләрҙең ғорурлығына тейәм. Бер ҙә, ҡуй тимәйҙәр, ихлас риза булалар, йөҙҙәре балҡып китә.

Хәҙер был ғәмәлде үткәреүе миңә йәштәргә никах уҡыуҙан да ҡыуаныслыраҡ. Йәштәр исем ҡушыуға үҙ яҡындарын эйәртеп килә. Ә инде атай кеше улар алдында үҙен "важный" тота, ғорурлығы, ҡәнәғәтлеге йөҙөнә бәреп сыҡҡан. Йәнәһе, күрегеҙ, балама исемде үҙем ҡушам...

Ысынлап та, беҙ, муллаларҙың, аҙаны, уҡыған доғалары Аллаһ һүҙе булып, иманға тартып, ә инде сабыйҙың ҡәҙерле кешеһе - үҙ атаһының: "Балаҡайым, исемең (...) булыр... Тәүфиҡлы, аҡыллы бала булып үҫ, беҙгә тик ҡыуаныстар килтер..." тигән тауышы, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәре ғүмеренә сабыйҙың аңына һеңеп, мәңгелек иҫендә ҡаласаҡ.

Әлбиттә, балаға исемде мулла ҡушһа ла насарлығы юҡ, дини ҡанундарға ярашлы. Мин быларҙы маҡтаныуҙан яҙмайым, ошондай дини сараларҙы күркәмерәк үткәрәйек тип кәңәш биреүем.

Был фотолағы бәхетле атаның ҡәҙерле балаһына (өсөнсөһе инде) шундай ихласлыҡ, ҙур һөйөү менән ҡолағына исем, теләктәр әйткәнен, биргән "наказдарын" ҡарап, тыңлап тороп, күңел аңлатып булмаҫлыҡ хистәргә тулышып китте.

Уларҙы мәсеттән, үҙеңде лә бәхетле тойоп, сикһеҙ ҡыуанып оҙатып ҡалаһың. Йәшәгеләр килеп китә.

Фото: Мансур Баһаув.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: