Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2023, 19:30

Кемдәр иң-иңдәр?

Башҡортостанда “Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Кемдәр иң-иңдәр?
Кемдәр иң-иңдәр?

Башҡортостанда “Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы” конкурсына йомғаҡ яһалды. Был хаҡта Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе.

2023 йылды ҡаршы алып республиканың район-ҡалаларында йәмғеһе 1297 ҡаласыҡ булдырылған, 2156 шыршы ҡуйылған, 300 мең метрға яҡын яҡтылыҡ иллюминацияһы ҡулланылған.

Конкурсҡа Башҡортостандың 45 муниципалитетынан 63 ғариза килгән. “Йорт яны биләмәһендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы” номинацияһында Өфөнөң Мәләүез урамындағы 31-се йорто – өсөнсө, Яңауылда Совет урамындағы 14-се йорт алды – икенсе, Октябрьскийҙағы 35-се микрорайондың 16-сы йортонда йәшәүселәр еңеүсе булды.

“Ауыл биләмәләрендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы” номинацияһында өс еңеүсе иҫәбенә Асҡын, Тәтешле һәм Күгәрсен райондары инде.

Ҡала биләмәләре араһында Яңы йыл майҙандарын иң яҡшы биҙәгәне өсөн Бөрө “бронза” алды, икенсе урын – Мәләүездә, Яңауыл иң яҡшыһы тип табылды. Ҡала округтары араһында Октябрьский өсөнсө урын алды, “көмөш” – Салауатта, Нефтекама иң яҡшыһы тип танылды.

Башҡортостандың баш ҡалаһында жюри Юнармейстар скверында һәм Дим биҫтәһендәге яңыртылған паркта ҡаласыҡтарҙы билдәләне. Ә Затондағы “Тулҡын” паркындағы байрам майҙаны еңеүсе булды.

Еңеүселәр һәм призерҙар аҡсалата приздар алды. Башҡортостан Башлығы район башлыҡтарына һәм урындағы халыҡҡа конкурста әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте.

– Хөрмәтле башлыҡтар, ҙур рәхмәт! Был бик мөһим эш йүнәлеше, бик яуаплы ҡаранылар. Ысынында, бик матур, бик шәп, – тине Радий Хәбиров.

Фото: ufacity.info

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: