Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың транспорт, туризм министрлыҡтарына Сәмәрҡәнд менән Минскка тура рейстар ебәреү мәсьәләһен тағы бер тапҡыр өйрәнергә ҡушты.
– Аҙнаһына нисә рейстар булыр? Быны алдан билдәләргә, уйлап эшләргә кәрәк. Кешеләргә белер кәрәк: мәҫәлән, аҙна уртаһында Сәмәрҡандҡа барҙы икән, ҡасан ҡайтырын алдан хәл итергә кәрәк. Минск буйынса ла һорауҙар бар. Беҙ аҙнаһына бер тапҡыр осор тип килештек. Тик был етмәй, улай кешеләр өсөн уңайһыҙ. Өфө аэропорты менән бергә тағы бер ташыусы эҙләгеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Пландарға ярашлы, быйыл мартта Сәмәрҡәндҡә Өфөнән тура самолеттар оса башлаясаҡ. Шулай уҡ яҙҙан Минск ҡалаһына ла тура рейстар яңыртыласаҡ, улар 2021 йылда туҡтатылып торғайны.
Фото: Телеграм.