Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников Башҡортостанға сәфәрендә Республикаға идара итеү үҙәге менән танышты.
Бында уға Күп функциялы үҙәктең дашбордын күрһәттеләр, ул төбәктәге дәүләт хеҙмәте үҙәктәренең төп индикаторҙарын реаль ваҡыт режимында сағылдыра.
Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова ошо мәғлүмәт системаһының эше тураһында һөйләне. “Аналитик панель туғыҙ идара блогынан тора, улар – төп статистика мәғлүмәттәре, шул иҫәптән – күрһәтелгән хеҙмәттәр һаны, сифатының ниндәй кимәлдә булыуы. Сиратта күпме ваҡыт көтөүҙәре лә ошонда күренә”, – тине директор.
Уның әйтеүенсә, Күп функциялы үҙәктәрҙә сиратта көтөү ваҡыты, 2022 йыл йомғаҡтарына ярашлы, 2 минут та 35 секунд тәшкил итә. Ә норма буйынса был ваҡыт өсөн 15 минут ҡаралған.
Максим Решетников контакт-үҙәктең телефон шылтырауҙары статистикаһына ла иғтибар итте. Ул да дашбордта сағылыш таба икән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.