Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2023, 23:40

Программанан ситтә ҡалмағыҙ

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы-2023 сиктәрендә тормошҡа ашырылған проекттар 1,2 миллион һумға тиклем республика финанслауын алыу мөмкинлегенә эйә.  

Программанан ситтә ҡалмағыҙ
Программанан ситтә ҡалмағыҙ

Башҡортостанда урындағы башланғыстар проекттарына булышлыҡ итеү өсөн субсидиялар күләме арттырылды. Хәҙер ППМИ-2023 сиктәрендә бер проектҡа ярҙам итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан 200 меңгә күберәк йүнәлтелеүе мөмкин: төбәк ярҙамының күләме 1 миллион һумдан 1,2 миллион һумғаса арттырылды.

Төп үҙгәрештәргә шулай уҡ ҡала округтары өсөн яҙылған шарттарҙа ауыл һәм ҡала биләмәләре конкурсында ҡатнашыуға рөхсәт биреү инә. Ауыл һәм ҡала биләмәләре, өс меңдән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункт биләмәһендәге конкурста ҡатнашып, яңы тәртипкә ярашлы, ҡала округтары өсөн билдәләнгән, әмә ауыл һәм ҡала биләмәләре өсөн квоталар сиктәрендә ҡатнашыу шарттарына таяна ала.

Шулай уҡ халыҡ тарафынан мотлаҡ берлектә финанслау күләме кәмене. Шул уҡ ваҡытта проектты халыҡ, ойошмалар һәм башҡа бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финанслау кимәленә ҡарап өҫтәмә балл бирелә, был иһә конкурста еңеүгә мөмкинлекте арттыра.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау проектының төп бурысы – халыҡты урындағы үҙидара процесына йәлеп итеү, инициативалы бюджетлау механизмдарын үҫтереү, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифатын күтәреү һәм Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең иң мөһим проблемаларын билдәләү.

– 2023 йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде, унда Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ла айырым урын бирелә. Программаны тормошҡа ашырыу сифаты муниципалитеттар менән берлектә яйға һалынған эштән тора. Беҙ ғариза биреү кампанияһы алдынан ике көнлөк семинар үткәрҙек, төп мәсьәләләрҙе тикшерҙек, имтихан ҡабул итеү пункттары этаптарын тормошҡа ашырыу механизмын ентекле ҡараныҡ. Сарала ҡатнашыусыларҙы заявкалар тултырғанда ярҙам күрһәтәсәк кураторҙар менән таныштырҙыҡ, – тине Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов.

Конкурс буйынса һайлап алыу этаптары:

- 2023 йылдың 20 февраленән 21 мартына тиклем конкурс буйынса һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү һәм теркәү.

- Конкурс буйынса һайлап алыуҙа ҡатнашыусыларға, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусыларға 2023 йылдың 7 февраленән 21 мартына тиклем методик һәм консультатив ярҙам күрһәтеләсәк.

- Конкурс комиссияһы тарафынан ғаризаларҙы баһалау, 2023 йылдың 22 мартынан 23 апреленә тиклем рейтингтар төҙөү.

- Конкурс буйынса һайлап алыуға йомғаҡ яһау. Протокол төҙөү 2023 йылдың 24 апреленән 28 апреленә тиклем дауам итә.

- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2023 йылдың 1 майы - 16 июнендә еңеүселәргә субсидиялар бүлеү тураһында бойороғон әҙерләү һәм ҡабул итеү.

- һайлап алыуҙы үткән проект йәки проекттар буйынса министрлыҡ һәм муниципаль берәмек араһында субсидиялар биреү тураһында килешеүҙәр төҙөү. 2023 йылдың 1 майынан 16 июненә тиклем.

7-8 февралдә республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәре вәкилдәре менән семинар-кәңәшмә үткәрелде, мәғлүмәт-аңлатыу материалдары:

https://disk.yandex.com/d/s4dED2EYbMx7GA 

Фото: tainyash.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: