Йәмғиәт
14 Февраль 2023, 14:53

Ауыл ҡото ул Нурия еңгәй

Дәртле лә, яҡты зиһенле лә.

Нурия Мөхәмәт ҡыҙы Сәйәхова – Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында йәшәгән оло хөрмәткә лайыҡ әсәләрҙең береһе. Әле уға 85 йәш.

Байназар ауылы ҡыҙы йәш кенә килеш “Ағиҙел” колхозының Мәһәҙей ауылындағы һөтсөлөк фермаһына сепаратсы булып эшкә килә. Артабан ул, ең һыҙғанып эшләп, алдынғы һауынсы, малсы, сепаратсы булып таныла, колхоздағы төрлө эштә лә тырышлыҡ күрһәтә.

Буласаҡ тормош юлдашын да ошо ауылда осрата: Тимерғәле Сәғәҙей улы Сәйәховҡа тормошҡа сығып, ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ауылда ғына түгел, районда өлгө булырлыҡ  Сәйәховтарҙың балалары төрлө өлкәлә матур итеп эшләй ҙә, ғаилә ҡороп, матур йәшәй ҙә. Нурия еңгәйҙең тормош юлдашы оҙаҡ йылдар һөтсөлөк, малсылыҡ фермаһы мөдире, бригадир, келәт мөдире булып эшләне. Икеһенең дә ауылда абруйы бик ҙур ине. Үкенескә ҡаршы, Тимерғәле ағай иртә донъя ҡуйҙы...

Нурия Мөхәмәт ҡыҙы, бирешмәйенсә, дан итеп донъя көттө. Сәхнә ветераны, “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә ул. Янып йәшәй, әле лә сәхнәлә дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандыра еңгәбеҙ.

– “Ағиҙел” колхозында партком секретары булып эшләгәндә, Нурия апай саҡ ҡына ауырып киткәс, уны үрнәк итеп ҡуйып, Шакир Закир улы Салауатов колхозсыларға: “Нурия апай ҡолаһа, колхоз ҡолай. Апай эшләһен инде, бөтәбеҙҙе лә әйҙәп алып йөрөй”, – тигән. Артабан был һүҙҙәрҙе халыҡ ҡыҙыҡ күреп, шаяртып, лаҡапҡа әйләндерҙе. Бына шулай, Нурия апай ҡоламағас, колхоз да гөрләп эшләне ул йылдарҙа. Апайыбыҙ ҙа гел алдынғылар рәтендә булды. Ғүмере бик һоҡланғыс уның, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡ­лашты Бөрйән районының ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова.

85 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә дәртле, яҡты зиһенле Нурия еңгәбеҙ. Ғүмер байрамы айҡанлы тәбрикләү тантанаһында ла сәскәләй нурлы, ҡыуанысының сиге булмаған Нурия Мөхәмәт ҡыҙы, матур теләктәрҙе ихлас ҡабул итеп, сәскәләргә төрөндө, туйғансы бейене, иҫтәлеккә фотоға төштө, ғүмер юлына ҡағылышлы хәтер ебен һүтеп, матур ҙа, һикәлтәле лә тормош йылъяҙмаһы менән уртаҡлашты. Уның ғүмер байрамы күңел байрамына әйләнде. Һәр ҡотлаусыға, матур сәләмдәр ебә­реүсегә, сараны ойоштороу­сыларға, “Элгеләү” халыҡ фольклор ансам­бленә ихлас рәхмәтен әйтеп, фатихаһын бирҙе.

Артабан да ауылдаштарыбыҙҙы дан­лаған, ҙурлаған саралар үтеп торһон, ил-йортобоҙ именлектә булып, ҡыуаныстар менән йәшәргә яҙһын. Ә инде ауыл ҡото булған Нурия еңгәй кеүек ағинәйҙәребеҙ оҙон ғүмер, бәхетле, тыныс ҡартлыҡ кисерһен!


Сәйҙә СӘЙӘХОВА

Читайте нас