Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2023, 11:40

Бәхил булығыҙ, ғалим!

Башҡорт халҡы тарихын өйрәнеүгә ҙур көс һалған кеше ул. 

Бәхил булығыҙ, ғалим!
Бәхил булығыҙ, ғалим!

Бөгөн иртән ҡайғылы хәбәр килде – башҡорт этнографияһына нигеҙ һалыусы арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың береһе Мирза Ғизетдин улы Муллағолов арабыҙҙан китеп барған. Яҡындары хәбәр итеүенсә, ғалимды иртәгә Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында ерләйәсәктәр.

Мирза Ғизетдин улы 1938 йылдың 20 июлендә Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған. Ауыл мәктәбенең ете класын тамамлай, Темәс педагогия училищеһында белем ала, был уҡыу йорто ябылғас, уҡыуын Белорет педагогия училищеһында дауам итә.

Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. Ул төрлө йылдарҙа тарих уҡытыусыһы, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә этнология бүлеге мөдире була.

Тарих фәндәре кандидаты - “Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия” һәм “Башҡорт энциклопедияһы” мәҡәләләренең авторы. “Башҡорттар” (“Башкиры”, 2016) хеҙмәтенең авторҙашы. Башҡорт халҡы тарихын өйрәнеүгә ҙур көс һалған кеше.

Мирза Ғизетдин улы тынғыһыҙ ғалим ғына түгел, ә яҡты йөҙлө, алсаҡ, ихлас шәхес ине. Башҡарған эштәре менән халҡыбыҙ хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: шәхси архивтан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: