Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2023, 21:00

Биҫтәлә яңы мәктәп асылды

 Заманса йыһазландырылған был уҡыу йорто ҡайҙа урынлашҡан? 

Биҫтәлә яңы мәктәп асылды
Биҫтәлә яңы мәктәп асылды

Өфө эргәһендәге "Йәштәр" һәм "Миловка паркы" торлаҡ комплекстары халҡы бөгөн ҙур һөйөнөс кисерҙе: яңы төҙөлгән мәктәп, ниһайәт, ишектәрен асты! Был яңылыҡты ата-әсәләр генә түгел, балалар ҙа күптән өмөтләнеп көтә ине. Шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотларға Өфө районы хакимиәте, район советы вәкилдәре килде. 

Дүрт ҡатлыҡ заманса мәктәп 1225 балаға иҫәпләнгән, дөйөм майҙаны – 18 мең квадрат метрҙан ашыу, ул – республикалағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһе. Класс бүлмәләренән тыш, яңы уҡыу йортонда ике ҙур спорт залы, 500 урынлыҡ тамаша залы, кескәйҙәргә уйын бүлмәләре бар. Ризыҡты ла уҡыусыларға мәктәптең үҙ аҙыҡ-түлек блогында әҙерләйәсәктәр. 

Балаларға төрлө яҡлап үҫешергә, белемдәрен киңәйтергә бында иркен шарттар тыуҙырылған. 3-D һәм галография кластары, интерактив ҡомлоҡ, интерактив өҫтәлдәр, малайҙарға – төрлө ир-ат һөнәренә өйрәнеү оҫтаханалары, ҡыҙҙарға тегеү, бәйләү, сигеү, аш-һыу әҙерләргә өйрәнеү өсөн махсус йыһазландырылған иркен бүлмәләр һәм башҡаһы. "Гармония" тип аталған яңы мәктәптең  хатта үҙ планетарийы, телестудияһы, нәшриәт үҙәге буласаҡ! Ә киләһе уҡыу йылынан 2-се кластан алып уҡыусылар "Реаниматор" уҡыу-тренажер ҡоролмаһында беренсе ярҙам күрһәтеүҙе өйрәнә башлаясаҡ. 

Мәктәп директоры Елена Голосееваның: "Мәктәптең исеме юҡҡа ғына "Гармония" түгел. Шул тиклем күп төрлө мөмкинлектәре, шарттары булған өр-яңы мәктәптә тырышып эшләйек, уҡыйыҡ. Ошо матур исемгә тап төшөрмәй, ата-әсәләр, педагогтар коллективы, уҡыусылар ҙа үҙ-ара гармонияла – аңлашып, татыу һәм дуҫ, бер ғаилә кеүек йәшәргә һәм уҡырға тырышайыҡ!" – тигәне менән залдағы ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа килешеп, дәррәү алҡыштарға күмелде. 

Изге юлға, "гармония"лар! Ҡатмарлы һәм мауыҡтырғыс Белем донъяһына сәйәхәтегеҙ шатлыҡтар менән сорналып аҡһын!

 

Д.Бикмырҙин һәм автор фотолары.

Биҫтәлә яңы мәктәп асылды
Биҫтәлә яңы мәктәп асылды
Биҫтәлә яңы мәктәп асылды
Биҫтәлә яңы мәктәп асылды
Биҫтәлә яңы мәктәп асылды
Биҫтәлә яңы мәктәп асылды
Биҫтәлә яңы мәктәп асылды
Биҫтәлә яңы мәктәп асылды
Биҫтәлә яңы мәктәп асылды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: