Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2023, 20:00

"Тормош юлдашым Айгизәгә рәхмәт!"

ти өсөнсөгә атай булған Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов. 

"Тормош юлдашым Айгизәгә рәхмәт!"
"Тормош юлдашым Айгизәгә рәхмәт!"

Бөгөн Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәр аша ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты. Ул өсөнсөгә атай булған. Рөстәм Динислам улының өсөнсө малайы тыуған.

“Ҡыуанысым менән уртаҡлашҡым килә, дуҫтар. Өсөнсөгә атай булып, бәләкәсте йортобоҙға алып ҡайтып мәшәҡәтләнеп йөрөгән көнөбөҙ. Уңған килен ул таба тип, мине өсөнсөгә уллы иткән тормош юлдашым Айгизәгә, изге теләктәрен юллаусы барығыҙға ла оло рәхмәтемде белдерәм. Ата-әсәле, тәүфиҡлы булып үҫһен ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа!” – тип яҙҙы ул.

Хакимиәт башлығын беҙ ҙә тормошондағы күңелле ваҡиға менән ҡотлайбыҙ. Сабый ата-әсәһен ҡыуандырып, иҫән-һау, бәхетле булып үҫһен.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас