Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2023, 16:00

Утынын да килтергәндәр, йылы кейемдәр ҙә йыйғандар

Ауыр мәлдә беҙҙең халыҡ берҙәмлеген күрһәтә.

Утынын да килтергәндәр, йылы кейемдәр ҙә йыйғандар
Утынын да килтергәндәр, йылы кейемдәр ҙә йыйғандар

Ишембай районының Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең ғаиләләрен иғтибарҙан өҙмәй. Күптән түгел бер нисә ғаиләгә утын менән ярҙам иткәндәр.

Көҙҙән башлап Кинйәбулат ауылында өс ғаиләгә, шулай уҡ Бәләкәй Байыҡтан, Байғужанан ғаиләләргә утын килтерелгән. Кинйәбулаттағы ғаиләгә ҡар таҙартып та ярҙам күрһәтелгән.

Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәр тураһында ла хәстәрлек күрелә. Үткән көҙ Кинйәбулат ауылының ағинәйҙәре тырышлығы менән йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек посылкалары тупланған. Ошо көндәрҙә кинйәбулаттар йәнә хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡ йыйып оҙатҡан.

Фото: Ауыл хакимиәтенең социаль селтәренән.

Утынын да килтергәндәр, йылы кейемдәр ҙә йыйғандар
Утынын да килтергәндәр, йылы кейемдәр ҙә йыйғандар
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: