Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2023, 15:00

“Яңы Уренгой-Өфө” поезында ғәҙәттән тыш хәл булған

Был хәл төнгө сәғәт 4-тә була. Пассажирҙар, күбеһе вахта ысулы менән эшләгән ирҙәр, йоҡлай... 

“Яңы Уренгой-Өфө” поезында ғәҙәттән тыш хәл булған
“Яңы Уренгой-Өфө” поезында ғәҙәттән тыш хәл булған

Яңы Уренгойҙан Өфөгә юлланған поезд Төмән станцияһында туҡтаған мәлдә вагондарға һыу тултыралар. Һыу селтәрендәге етешһеҙлөк арҡаһында бер вагонды һыу баҫа.

Был хәл төнгө сәғәт 4-тә була. Пассажирҙар, күбеһе вахта ысулы менән ирҙәр, уянып, проводник ҡатынға ярҙам итә башлай. Вагонды оҙатып барған хеҙмәткәр был эште бер сәғәт эсендә лә эшләп бөтә алмаҫ ине.

Көтөлмәгән хәл килеп тыуған осраҡта таныш булмаған кешеләрҙең ярҙамға килеүе иртәгәһе көнгә ышаныс өҫтәй, ярҙамсыллыҡ, хәстәрлек кеүек матур сифаттарҙың юғалмауы тураһында һөйләй.

Фото: yaplakal.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: