Бөгөн Күгәрсен районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың көньяғында урынлашҡан райондарҙың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән төбәк кәңәшмәһен үткәрҙе. Көн ҡаҙағында биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр булды.
Фекер алышыуҙа министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, райондар һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары, шулай уҡ Күгәрсен, Йылайыр, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Федоровка райондары ауыл хакимиәттәре башлыҡтары – барлығы 100 кеше ҡатнашты.
Кәңәшмә башланыр алдынан төбәк етәксеһе сувенирҙар һәм һөнәрмәндәр продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны.
Үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы ауыл биләмәләре башлыҡтарына әлеге ҡатмарлы осорҙа бергәләп эшләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Һуңғы йылдарҙағы ауыр һынауҙарға ҡарамай, иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итәбеҙ, социаль йөкләмәләрҙе атҡарабыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ. Был – беҙ ойошҡанлы атҡарырға тейешле мөһим, өҫтөнлөклө мәсьәләләр. Ҙур эш өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ Тыуған иле өсөн ғүмерен биргәндәрҙе онотмаҫҡа тейешбеҙ. Был – уларҙың ҡаһарманлығын мәңгеләштереү, ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү. Был – йәштәр ҡатнашлығындағы илһөйәрлек саралары. Бында ваҡлыҡтар була алмай.
Башҡортостсан Башлығы урындарҙа яуаплы ҡаралырға тейешле киләһе сәйәси ваҡиғаларҙы билдәләне.
- Беҙ ҙур сәйәси ваҡиғалар алдынан осрашабыҙ. 2023 йылда - Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, 2024 йылда Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлауҙар үтә, - тине Радий Хәбиров. – Ә урындағы кимәлдә һайлауҙар 700-ҙән ашыу ауыл советында була. Халыҡ, һис шикһеҙ, эшегеҙҙе яҡшы баһалай, нимә башҡарғанды күрә.
***
Министрлыҡтар, ведомстволар ҡатнашлығындағы тематик, эшлекле форматтағы кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ауыл биләмәләре уҫешенең проблемалары тураһында һөйләште. Төбәк етәксеһе ауыл хакимиәттәре башлыҡтарын йыш борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләшеүгә саҡырҙы. Улар иҫәбендә – һаулыҡ һаҡлау, транспорт, коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, янғын хәүефһеҙлеге һәм башҡалар.
Башҡортостан Башлығы киләһе йылда ФАП-тарҙы төҙөгәндә федераль аҡсаға республиканыҡын да өҫтәүҙе планлаштырыу тураһында әйтте. Шуға уның иң тәү сиратта ҡайҙа кәрәклеген аңлау мөһим. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы ла өҫтәмә финансланасаҡ. Янғын хәүефһеҙлеген күтәреүгә килгәндә, бушлай автономлы янғын иҫкәрткестәре биреләсәк граждандар категорияһы асыҡлана.
- Бындай ҡарарҙар яйлап ҙур проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итергә булыша. Шуға һеҙҙән башҡа өлкәләр буйынса ла тәҡдимдәр көтәм, - тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Күгәрсен районына эш сәфәрендә Башҡортостан биләмәһенә зубрҙар интродукцияһы (яһалма күсенеү) проектланған биләмәне ҡараны. Был хаҡта быйыл ғинуарҙа Беларусь Республикаһына сәфәрҙә килешелгәйне. Беренсе этапта 20 тирәһе зубр күсерелер, шулай итеп, республика туристарҙы йәлеп итер тип көтөлә.
Башҡортостан Башлығы журналистар менән дә аралашты.
Фотолар, сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/162056.htm