Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2023, 12:30

Туғандашлыҡ килешеүе төҙөлә

Өфөнөң 450 йыллығына был тәҡдим тормошҡа ашырыласаҡ.

Туғандашлыҡ килешеүе төҙөлә
Туғандашлыҡ килешеүе төҙөлә

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров «Евразия халыҡтары ассамблеяһы» халыҡ-ара дәүләткә ҡарамаған ойошмалар союзы вәкиллектәренең Координация комитеты ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмә барышында, атап әйткәндә, 2023 йылда республикала «Евразиаданы ҡаршылап» ҙур халыҡ-ара спорт форумын уҙғарыу һәм Башҡортостан менән Һиндостан Республикаһы ҡалалары араһында туғандашлыҡ килешеүҙәре төҙөү перспективаларын тикшерҙеләр.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостан вәкилдәренең Һиндостан Республикаһында Евразия халыҡтары ассамблеяһы көндәрендә ҡатнашыуы тикшерелде. Андрей Назаров Делиҙан Һиндостан менән Башҡортостан ҡалалары араһында туғандаш килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында тәҡдим килеүен хәбәр итте.

- Башҡортостандан туғандаш ҡала сифатында республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнө тәҡдим итәбеҙ. Тейешле туғандашлыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыуҙы баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арнау көнүҙәк, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Бөгөн Өфөнөң 10 туғандаш ҡалаһы бар. Улар Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Ҡытайҙа, Белоруссияла.

Фото: stock.adobe.com

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20184/

 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас