Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2023, 08:00

Ҡыҙ кешегә ат өйрәтергә рөхсәтме?

Айғыр Лилиананы бер нисә тапҡыр өҫтөнән ергә атып бәрҙе...

Ҡыҙ кешегә ат өйрәтергә рөхсәтме?
Ҡыҙ кешегә ат өйрәтергә рөхсәтме?

"Ирәндек" хәйриә фонды тай-тулаҡ өйрәтеүселәр араһында видеоконкурс иғлан иткәйне. Ул февраль бөткәнсе бара. Төрлө райондарҙан ир-егеттәр атты менгегә өйрәтеүе тураһында видео төшөрөп ебәрә башланы.

Һәм бына ҡатын-ҡыҙ ҡатнашыусы ла табылды. Дөрөҫөрәге, 13 йәшлек ҡыҙ. Лилиана Мырҙаҡаева - Учалы районының Ҡолош ауылынан.

Видеонан күренеүенсә, ҡыҙ өйрәтеү мәлендә бер нисә тапҡыр ике йәшлек Солтан исемле айғыр өҫтөнән ҡолап төшә. Әлбиттә, көрт өҫтөнә. Өйрәтеүҙең икенсе көнөнә ат, сығынлаһа ла, баш бирә. Ә өсөнсө көнгә инде Лилиана айғыр өҫтөндә һыбай елә...

Шулай ҙа ҡыҙ кешенең ошондай хәүефле шөғөл менән булышыуы дөрөҫмө икән? Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ? Ул бит гүзәл зат һәм буласаҡ әсә. Ат өйрәтеүҙең аҙағы насар тамамланһа, ҡыҙ төҙәлмәҫлек йәрәхәттәр алып ҡуйһа... Уйлауы ла ҡурҡыныс!

Фото: ru.pinterest.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: