Йәмғиәт
16 Февраль 2023, 17:30

Егеттәрҙең йөҙөндә - ғорурлыҡ һәм шатлыҡ хистәре

Уларға дипломдар һәм лейтенант погондары тапшырылды. Өфө фән һәм технологиялар университетында ошо айҡанлы тантаналы сара үтте. 

Егеттәрҙең йөҙөндә - ғорурлыҡ һәм шатлыҡ хистәреЕгеттәрҙең йөҙөндә - ғорурлыҡ һәм шатлыҡ хистәре
Егеттәрҙең йөҙөндә - ғорурлыҡ һәм шатлыҡ хистәре

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетының Хәрби уҡыу үҙәген тамамлаусыларға дипломдар һәм лейтенант погондары тапшырылды. Тантаналы сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә лә арналды.

Был Хәрби уҡыу үҙәгендә уҡырға теләгән йәштәр бик күп, улар махсус конкурс үтеп һайлап алына. Уҡыу бер нисә хәрби-иҫәп специальностары буйынса алып барыла. Университеттағы дәрестәр менән бер рәттән аҙнаһына бер тапҡыр Хәрби уҡыу үҙәгендә лә шөғөлләнеп өлгөрәләр. Мәҫәлән, былтыр июль айында үҙәкте 50-нән ашыу офицер тамамлаған, әле улар барыһы ла Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафтарында уңышлы хеҙмәт итә.

Бөгөн тағы ете егет ҡулына диплом һәм лейтенант погоны алды. Улар барыһы ла – Авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультеты студенттары.  Буласаҡ ил һаҡсылары биш йыл ярым дауамында авиация комплексы инженеры йүнәлеше буйынса хәрби әҙерлек үткән, хәрби этика ҡағиҙәләрен үҙләштергән.

- Университетҡа ингән мәлемдә үк Хәрби уҡыу үҙәгендә уҡырға теләгем ҙур булды. Тейешле белешмәләрҙе туплап, конкурс һынауы аша уңышлы үттем. Биш йыл ярым эсендә күп нәмәгә өйрәндек. Бөгөн беҙҙең өсөн тулҡынландырғыс көн – ҡулыбыҙға диплом һәм хыял иткән лейтенант погонын алдыҡ. Артабан хәрби контракт нигеҙендә өс йыллыҡ хеҙмәт көтә, - ти йәш офицер Григорий Ғәлләмов.

Йәш офицерҙарҙы әҙерләгән уҡытыусылар сираттағы төркөмдө оло ғорурлыҡ менән оҙата. “Хәрби уҡыу үҙәгендә шөғөлләнеү егеттәрҙе төрлө яҡлап үҫтерә, донъяға ҡарашын нығыта, көслө характер тәрбиәләй”, - ти цикл начальнигы подполковник Венер Мөнир улы Ситдиҡов.

Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров егеттәргә тантаналы шарттарҙа диплом тапшырҙы. Егеттәрҙе Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына тәғәйенләү тураһында Оборона министры Сергей Шойгуның бойороғо уҡылды. Кемдер алыҫ Камчаткаға, икенселәр Ульяновскиға, Ырымбурға, Читаға юллана. Егеттәрҙең йөҙөндә ғорурлыҡ һәм шатлыҡ хистәре балҡыһа, залдағы ата-әсәләр бер башҡа үҫеп, ысын ир-егеттәр һөнәренә эйә булған улдарын хәстәрлекле лә, бер аҙ борсоулы ла ҡараш менән күҙәтте.

Төрлө тарафтарға юлланасаҡ йәш лейтенанттарға имен тормошта, аяҙ күк аҫтында хеҙмәт итеүен, Тыуған илдең ысын һаҡсылары булыуын, офицер исеменә тап төшөрмәүен теләйбеҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас