Милли йәштәр театры актеры, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов йыш ҡына тыуған Учалыһына ҡайтырға, 85 йәште уҙған ҡәртнәһе менән ҡарттаһын күрергә тырыша. "Ҡәртнәйем менән һөйләшеп, сәй эсеүҙәргә ни етә һуң!.. Бер йәштә етем ҡалып, нимәләр генә күрмәгән, нимәләр генә кисермәгән ҡәртнәйем Сәкинә Абдулла ҡыҙы", - тип йылы итеп яҙа актер. Ялдары ла яҡындарына утын, бысын әҙерләп үтә Илнурҙың. Ауыл малайымын бит, ти ул.
Әле яңыраҡ актер сәхифәһендә ошондай яҙма ҡалдырған: "Театрыбыҙ менән Учалы, Әбйәлил, Белорет тарафтарына сәфәр сыҡҡан арала ике-өс сәғәткә генә ҡәртнәйемә һуғылып, ауылдағы ағайҙар менән утынын ярып ебәрҙек, иншаллаһ. Ғилмияр ағай, Шамил ағай, ҙур рәхмәт!"
Афарин! Иҫән саҡтарында олатай-өләсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек!
Фото: https://vk.com/ilookman