Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө машиналар эшләү колледжында булды. Республика Башлығы уҡыу йорто базаһында булдырылған уҡыу-производство үҙәгенең эше менән танышты.
Учреждениеның тарихы 1941 йылда металл эшкәртеү һөнәре буйынса фабрика-завод училищеһын булдырыуҙан башлана. 2015 йылда уға колледж статусы бирелә. Бында бөтәһе 1492 кеше уҡый, уларҙың яртыһы — “ОДК-УМПО” менән төҙөлгән маҡсатлы килешеү буйынса белем ала.
2022 йылда двигателдәр эшләү предприятиеһы ярҙамы менән уҡыу йорто «Профессионаллек» федераль программаһынан 100 миллион һумлыҡ грант ала. Уҡыу-производство үҙәген булдырыу өсөн ебәрелә. Проект республиканың (114,5 млн һум) һәм UEC-UMPO (30 млн һум) берлектәге финанслау шарттары буйынса тормошҡа ашырыла. Үҙәк ете лабораториянан һәм дүрт оҫтахананан тора.
— Бөтә уҡыу программаларын Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе менән берлектә әҙерләйбеҙ. Ул колледж тамамлаусылар өсөн төп эш биреүсе булып тора. Грантты производство-уҡытыу үҙәген төҙөкләндереүгә ебәрәләр. Бында шулай уҡ уҡыу йорто, административ бина һәм ятаҡ ремонтланған. Ә оҫтаханаларҙың береһе тулыһынса Өфө ҡалаһында үткән «WorldSkills Russia-2021» Милли финалы өсөн һатып алынған машиналар менән йыһазландырылған, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Радий Хәбиров «Металл эшкәртеү», «Сифатты контролдә тотоу», «Конструктив материалдар», «Механика и монтажлау» яңы оҫтаханаларын ҡараны. Студенттар менән әңгәмә барышында Башҡортостан Башлығы колледжды тамамлағандан һуң пландары тураһында һораша. Егеттәр "ОДК-УМПО"-ға эшкә барасаҡтарын белдерҙе.
Айбулат Хажин әйтеүенсә, двигателдәр эшләү предприятиеһының яңы кадрҙарға йыллыҡ ихтыяжы - яҡынса 600-700 кеше. Быйылғы уҡыу йылында колледжға 570 студент уҡырға ингән. Алдағы ике йылда бында бюджет урындары һаны тағы ла 250-гә артасаҡ.
"ОДК-УМПО" идараһы директоры урынбаҫары Николай Лютов билдәләүенсә, колледжды тамамлаусылар эшкә урынлашҡас һәм баһаларҙы раҫлағандан һуң производствола юғары эш хаҡы ала. Мәҫәлән, дүртенсе категориялы металл эшкәртеүселәр өсөн эш хаҡы яҡынса 80 мең һум тәшкил итә.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ уҡыу йортоноң конференц-залдарын, спорт һәм тамаша залдарын ҡараны, ятаҡта булды һәм студенттар менән һөйләште.
– Уҡыу йорто нисек үҙгәргәнен күрәбеҙ. Белем биреү процесы яңы кимәлгә сыҡты. Һуңғы йылдарҙа колледждарҙың матди-техник базаһын камиллаштырыуға етди иғтибар бирә башланыҡ. Былтыр ғына беҙ республика буйынса 11 колледжға капиталь ремонт үткәрҙек. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы, урта махсус уҡыу йорттарына конкуренция көсәйеүен күрәбеҙ. Беҙгә күрше төбәктәрҙән йәштәр килә. Шулай итеп, беҙ предприятиеларыбыҙҙың кадрҙар мәсьәләһен хәл итәбеҙ, — тине Радий Хәбиров, сәйәхәтен йомғаҡлап.
Фотолар һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.