Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2023, 18:00

Ризыҡтарына яҙһын!

Гөлөктәр ҙур ғына күләмдә аҡса ла йыйып тапшырҙы.

Ризыҡтарына яҙһын!
Ризыҡтарына яҙһын!

Бөтә республика махсус хәрби операциялағы ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеүгә дәррәү ҡушылды. Дүртөйлө районының Гөлөк ауылы халҡы ла был эште күтәреп алды.

"Ошо көндәрҙә райондан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ылау оҙатыласаҡ. Район халҡы яу яланындағыларға кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ йыйып, ирекмәндәр штабына тапшыра.

Гөлөк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары өй туҡмасы һәм сәксәк әҙерләне. Алты килограмм туҡмас, 3,5 килорамм сәксәк менән бергә ҙур ғына күләмдә аҡса ла йыйып, гуманитар ылауға үҙ өлөштәрен кереттеләр. Күстәнәстәр имен-аман яугирҙәребеҙгә барып етеп, ризыҡтарына яҙһын, ауыл ризығы уларға көс һәм дарман өҫтәһен!" - тип яҙа улар.

Афарин! Берҙәмлектә - көс!

Фото: https://vk.com/id592201632

Ризыҡтарына яҙһын!
Ризыҡтарына яҙһын!
Ризыҡтарына яҙһын!
Ризыҡтарына яҙһын!
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: