Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2023, 19:10

Баҡсасылар йәмғиәттәре тәртипкә һалынасаҡ

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың Баҡсасылар форумы үткәрелде. Уны Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Баҡсасылар союзы рәйесе Олег Валенчук менән республика Башлығы Радий Хәбиров астылар.

Баҡсасылар йәмғиәттәре тәртипкә һалынасаҡ
Баҡсасылар йәмғиәттәре тәртипкә һалынасаҡ

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың Баҡсасылар форумы үткәрелде. Уны Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Баҡсасылар союзы рәйесе Олег Валенчук менән республика Башлығы Радий Хәбиров асты.

– Ни өсөн был оло йыйынды Башҡортостанда үткәрергә булдыҡ? Сәбәбе шул – республика Башлығы Радий Хәбировтың был мәсьәләгә мөнәсәбәте күп төбәктәр менән сағыштырғанда яҡшыраҡ, ул баҡсасылар йәмғиәттәрен үҫтереүгә, инфраструктураны үҙгәртеүгә былтыр 116 миллион һум аҡса бүлде, – тине Олег Валенчук “Баҡсасылыҡ йәмғиәттәре: яңы мөмкинлектәр” тип аталған пленар ултырышта.

Рәсәйҙә баҡсасылыҡ менән төрлө кимәлдә шөғөлләнгән кешеләр 60 миллионға етә икән. Олег Валенчук был ҡатламдың ил иҡтисадында тотҡан урыны ҙур булыуын билдәләне: Лениград блокадаһында, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙа йәшелсә-емеш үҫтергән кешеләр халыҡты аслыҡтан ҡотҡарған, унан һуң да аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеште еңеләйтергә ярҙам иткән. Һуңғы йылдарҙа баҡсасылыҡ йәмғиәттәренең эшен хоҡуҡи яҡтан көйләү буйынса ҙур эш башҡарылды.

– Баҡсасылар форумы беҙҙә икенсе тапҡыр үткәрелә, – тине Радий Фәрит улы үҙенең сығышында. – Республикабыҙҙа 500 мең самаһы кеше баҡса менән шөғөлләнә, йәшелсә үҫтерә. Әлбиттә, 116 миллион һум ғына аҙ хәҙерге заманда, шуға күрә быйыл ошо ярҙамды ике тапҡырға арттырырға булдыҡ – 250 миллион һум бүленә.

Уның  был һүҙҙәрен зал алҡыштар менән ҡаршы алды. Республика етәксеһе әйтеүенсә, аҡса фәҡәт эшмәкәрлеге тәртипкә һалынған йәмғиәттәргә генә бүленәсәк. Юғиһә, ҡайҙалыр ресурстарҙы артығы менән тотоналар, ә ҡайҙалыр электр уты һәм һыу үткәргестәр бөтөнләй туҡтап ҡала. Юлдар һәм башҡа инфраструктура объекттары буйынса был йәмғиәттәргә муниципалитеттар менән бергәләп эшләргә кәңәш ителде. “Баҡса уңышын һатыу өсөн ҡалаларҙа сауҙа майҙансыҡтары булдырырға ҡушылды, тик бында ла алыпһатарҙар түгел, ә өлкән йәштәге баҡсасылар үҙҙәре сауҙа итә алһын өсөн район хакимиәттәре уларҙағы хәлде даими контролдә тоторға тейеш”, – тине Радий Хәбиров. Бынан тыш, иң яҡшы баҡсасылыҡ йәмғиәттәре өсөн Башҡортостан Башлығы гранты булдырыла.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: