Ауырғазы районында 15 йыл рәттән Миҙхәт Хәсәнов етәкселегендә “Мәке уй ҙа балығын ҡотҡар” экологик акция бара. Тәбиғәткә йәне-тәне менән бирелгән Миҙхәт ағай, райондаштарын ҡыуандырып, ҡыш буйы яҡташтары менән мәкеләр уйып тора. Унан тыш, селбәрә ебәреп, балыҡ запасын да тулыландыралар.
Яңы ғына Талбазы биләмәһендәге Мүклегүлгә ошондай рейд яһалды. Бында район хакимиәтенең мәғариф идаралығынан вәкилдәр, Афған һуғышы ветерандары, ветеринария хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты, балыҡсылар ҙа, боҙтишкестәрен тотоп, ярҙамға ашыҡты. Ошо күлдә генә лә 50-нән ашыу мәке уйылып, ҡар өйөмдәре менән ҡаплап ҡуйылды. Бер ыңғайҙан шәхси эшҡыуар Илнур Хөбөтдинов килтергән селбәрәләр ҙә күлгә ебәрелде. Афған һуғышы ветерандары күлдәрҙең торошон ҡарап, тәрбиәләп тора, Миҙхәт Хәсәнов уларға яңы боҙтишкес бүләк итте.
Башҡа күлдәрҙе хәстәрләүселәр ҙә бар. Мәктәп уҡыусылары, төрлө ойошма вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар – Миҙхәт Рәүил улының яҡын ярҙамсылары. Әле уларҙың утыҙҙан ашыу боҙтишкесе бар.
Шул уҡ көндә Миҙхәт Хәсәнов Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов менән осрашты.
– Балыҡсылыҡ тармағын үҫтереү өсөн уҡымышлы, профессиональ белгестәрҙең булыуы мотлаҡ, ҡанундарҙы яҡшы белгән тәжрибәле кешеләр кәрәк, – тип билдәләне Миҙхәт Рауил улы.
Аҙна буйы ошондай акциялар Төбәк ауылы күлдәрендә лә үтте. Бигерәк тә Хәлитовтар ғаиләһен билдәләп үтергә кәрәк.
Ә бына уҡытыусы Михаил Васильев етәкселегендәге уҡыусылар Таштамаҡ ауылы янындағы Шишмә күлен шефлыҡҡа алған. Талбазы ауылының 3-сө мәктәбе уҡыусылары, Исмәғил ауылы янындағы быуаларҙың торошон даими тикшереп, мәкеләр уя. Улар “Балыҡтарҙы тонсоғоуҙан ҡотҡарабыҙ!” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Бына шулай, бер тин аҡса сарыф итмәйенсә лә тәбиғәткә ярҙам итергә була икәнен иҫбатланы ауырғазылар.
- Әсләм КАМАЛОВ