Ғафури районының Оло Үтәш ауылы элек-электән үҙенең уңған, талантлы, уҡымышлы, динле, иманлы шәхестәре менән билдәле.
Шуларҙың береһе – Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған күренекле шәхес, Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының тәүге мөфтөйө, күренекле дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Мансур Халиҡов. Уның тормош юлы бик бай һәм ҡыҙғаныс та. Был хаҡта замандаштарының китаптарында ла яҙмалар осратырға мөмкин.
Мансур Халиҡовтың атаһы Хатип ислам динен, сирләп киткән кешеләрҙе дауалау ысулдарын яҡшы белгән, шуға ла уны әүлиә тип йөрөткәндәр. Хатип хәҙрәт үҙенең тырышлығы һәм яҡын-тирәлә йәшәгән хәлле кешеләр ярҙамында 1871 йылда ауыл уртаһында, мәсет эргәһендә мәҙрәсә төҙөтә. Тиҙ арала унда яҡын-тирә ауылдарҙан йөҙәрләгән үҫмер белем ала башлаған. Нәҡ ошо мәҙрәсәлә Мәжит Ғафури, Вәлиулла Ҡоломбәтов тәүге һабаҡтарын алған. Жәлил Кейекбаевтың ҡатыны Нәфисә Хәлил ҡыҙы ла, талантлы яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡовтың әсәһе Мөкәрәмә Халиҡова ла – Оло Үтәш ауылыныҡы. Бөгөн дә үтәштәр бихисап уҡымышлы шәхестәре менән ғорурлана. Шуларҙың береһе – телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология Фәндәре докторы, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты Рәйсә Халиҡова. Филология фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәре академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Флорида Әхмәтова (мәрхүмә), шул уҡ үҙәктән филология фәндәре кандидаты Мәҙинә Вәлиева ла – Оло Үтәш ҡыҙҙары. Медицина фәндәре докторы Солтан Юнысов, төрлө йылдарҙа республикала юғары дәүләт вазифаларында эшләгән Марат Мәһәҙиевтең әсәһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәлинур Ҡалмырҙин да ошо ауылдан. Һанай китһәң, улар бик күп.
Урындағы халыҡ ауылын, тарихын оноторға тейеш түгеллеген яҡшы аңлай. Ауылда матур, бай йөкмәткеле саралар даими үтеп тора. 2008 йылда Хатип хәҙрәттең ҡәберенә мәрмәр таҡтаташ ҡуйылды. 2016 йылдың декабрендә Мансур Халиҡовтың тыуыуына 130 йылға арналған хәтер кисәһе булды. Ә 2018 йылдың аҙағында уның хөрмәтенә ауыл мәктәбендә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Республика кимәлендә үткән был сараларға бик күп ҡунаҡтар килде.
Әле лә ауыл халҡы бик әүҙем һәм тырыш. Ауылдаштар, яҡташтар көсө менән ауыл төҙөкләндерелә, йәшәрә. Зыяратты ла йыйыштырып, тирә-яғын кәртәләп алдылар. Өмәгә бихисап халыҡ килде, бүтән төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе. “Йәшлек” паркы төҙөлдө. Балалар өсөн уйын майҙансығы ҡуйылды, уны “Атайсал” программаһы буйынса ауылдашыбыҙ Зилиә менән Рәфит Йәғәфәровтар ғаиләһе бүләк итте.
Оло Үтәштә яҙҙан башлап ҡар төшкәнсе өмәләр ҙә үтеп тора. Юлдары төҙөкләндерелде – район хакимиәтенә, ауыл советына ҙур рәхмәт. Былтыр августа иһә шаулап гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙҙы. Әле “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә көс һынайҙар, районда беренсе урынды яулап, Ғафури районы данын Башҡортостан кимәлендә яҡлайҙар. Халыҡҡа әйтеп тораһы түгел: улар төрлө байрамдарҙа, сараларҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе йәштәргә еткереү өсөн дә күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, “Кис ултырыу”, “Йома сәйе”, “Ҡаҙ өмәһе” даими ойошторола. Ауыл йәштәре, уҡыусылары төрлө спорт ярыштарында, бәйгеләрендә көс һынаша. Уйындар, йыр-бейеүле кисәләр ҙә уҙып тора. Сараларҙы үткәреүҙә матди яҡтан Нәүфилә Ғилуанова, Зилиә һәм Рәфит Йәғәфәровтар матди яҡтан ярҙам итә, шулай уҡ шәхси эшҡыуар Фларит Шәриповҡа һәм Розалия Таһироваға ла ҙур рәхмәт.
Ауыл халҡы хәрби операциялағы яҡташтары тураһында ла онотмай. Уларға йөн ойоҡ, йылы кейем һәм күп кәрәк-яраҡ һалып, посылкалар оҙаттылар. Күптән түгел бында республика кимәлендә “Ҡышҡы һабантуй” үтте, байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде. Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтар, сығыш яһап, байрамды юғары баһаланы. “Ҡышҡы һабантуй”ҙа йыр-моң яңғырап торҙо, уйын, бәйге, йолалар күрһәтелде. Ә инде тышта усаҡта бешкән былауҙың ни тиклем тәмле булғанын белһәгеҙ!
Тиҙҙән Оло Үтәштә “Мәргән уҡсы” республика семинары була. Бында уҡтан атырға өйрәнергә теләгән барлыҡ әүҙемдәр саҡырылған. Февраль аҙағында иһә үтәштәр иң шәп балыҡсыны билдәләйәсәк, был сара ла ғәйәт ҡыҙыҡлы итеп ойоштороласаҡ.
- Римма ЗӘЙНУЛЛИНА