Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2023, 08:35

Үҙебеҙҙекен һайла

Тирмән онона етәме һуң!

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

“Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында ҡатнашҡан Смаҡ ауылында ауыл тирмәне көйлө эшләй. Уңған халыҡ боронғо кәсептәрҙе тергеҙә.

“Һеҙҙең яҡта тирмән тарттырып он етештерә башлағандар икән. Кем икәнен белмәйһегеҙме?” тигән һорауыма, “Килһәгеҙ, табырбыҙ” тип яуапланы Смаҡ ауылынан Әхәт Ибраһимов. Баҡтиһәң, фермерҙың улы Фәнис ошоғаса бикле торған тирмәнде йәнләндереп ебәргән икән!

Һуңғы осорҙа халыҡ үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы продукцияға өҫтөнлөк бирә. Һүҙ юҡ, магазин кәштәләре ситтән килтерелгән тауарҙан һығылып тора: ондоң ниндәй генә төрө юҡ, йәнең теләгәнен һатып ал! Шулай ҙа иген үҫтереү йылдан-йыл ҡеүәтлерәк барған осорҙа ситтән килтерелгән он һатып алыу, бер ҡараһаң, мәҙәк күренеш. Ҙур эшкәртеүсе компанияларға  конкурент түгел Ибраһимовтар, шулай ҙа бер тин һумды һаҡлай, тип был эшкә дәррәү тотонғандар.

“Алдан уйлап, химик эшкәртеү ҡулланмай, 50 гектар майҙанда игенде айырып сәскәйнек. Пайсыларға таратҡандан һуң, 120 тонна тирәһе бойҙай ҡалды. Тирмән аша үткәргәс, 664-665 тонна тирәһе он сығырға тейеш. Сменаһына  800 килограмм  он тартырға мөмкин”, – алдан иҫәпләп ҡуйған уңғандың хәбәрен ихлас тыңлайым. Был эштең нескәлегенә төшөнөп, “йән өрөп” көйләп ебәргәндә, әлбиттә, Әхәт Зиннәт улының, еҙнәһе Ришат Таштимеровтың ярҙамы ныҡ тейгән. Бөгөн тирмәнсе булып  Илшат Кучекаев менән Фәйез Йыһаншин эшләй. Фәнис Әхәт улы үҙе көн һайын ҡоролманың төҙөклөгөн тикшерә, ондоң сифатын күҙ уңынан ысҡындырмай. “Эш булһа, ашы ла була, күңел һалып эшләгән йәштәр эскелек тураһында уйламай – шуныһы ҡыуаныслы”, – ти юл ыңғайы хәл белергә инеп сыҡҡан Арыҫлан ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы  Айрат Шәйәхмәтов. Бөгөн Ибраһимовтарҙың төп бурысы – экологик яҡтан таҙа, сифатлы, бер ниндәй ҡатнашма ҡушылмаған он етештереп һатыу. Ул мәсьәлә лә хәл ителер, Алла бойорһа. Етештерелгән продукцияның сифаты юғары, шунлыҡтан халыҡ уға өҫтөнлөк бирә.  Пай өлөшө өсөн дивиденттан тыш, ондо ауылдаштарына күстәнәс итеп таратҡан. Ҡалған көрпәне, мал аҙығы булараҡ, күрше тирә-яҡ ауылдарҙан халыҡ теләп һатып ала. Уңған кеше ҡулына тупраҡ услаһа ла алтын итә, тиҙәр. Ибраһимовтарға эштәренең уң барыуын теләйек.

Әҡлимә ИМАМОВА (Мәләүез районы)

Читайте нас: