Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2023, 08:37

Ерҙең тын алышын тоялар

Һәр эште үҙ мәлендә башҡарғанда ғына һөҙөмтә була.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Бөгөнгө заман агрономы  ауыл хужалығы өлкәһендә  хәбәрҙар, уңған һәм белемле кеше булырға тейеш. Ул тупраҡтың составын, иген сәсеү һәм йыйыу ваҡытын, күпме ашлама индереү тейешлеген ҡайғырта, бөжәктәргә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы тороу саралары менән ҡыҙыҡһына. Ерҙең тын алышын тойған белгес ҡышҡы айҙарҙа ниндәй уйҙар менән йәшәй? Гәзитебеҙҙең бөгөнгө геройы – һөнәре буйынса агроном, Мәләүез районының “Иҙел” агрофирмаһы етәксеһе Данияр Ғәбитов.

Данияр Ғаяр улы  өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен ер эшенә бағышлаған. Ул орлоҡ төрҙәрен даими өйрәнә, тупраҡты эшкәртеүҙә яңылыҡтар эҙләй. Тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. 2016 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ошо өлкәләге эшмәкәрлекте, ер кешеһен борсоған мәсьәләләрҙе асырға ярҙам итер.

 

– Данияр Ғаяр улы, һеҙ ҡышын да ҡул ҡаушырып ултырған  кешеләрҙән түгел. Бөгөн ниндәй йүнәлештә эш башҡараһығыҙ?

– Ауыл хужалығында эшләгәндәр төрлө ауырлыҡтарға күнегә, сыныға. Былтыр көнбағыш уңышын йыйыуҙы 15 декабрҙә генә тамамланыҡ. Йыл аҙағында яҙғы миҙгелде хәстәрләп, орлоҡ, ашлама ташыуға тотондоҡ. Бөгөнгә 300 тонна ашлама һатып алынған, был да сик түгел. Азотҡа ныҡ иғтибар бирәбеҙ, сөнки ноу тилл системаһы буйынса сәскәс, һалам онтағын эшкәртеүгә ашламаның 30 проценты сарыф ителә. Һуңғы йылдарҙа уның  шыйыҡ төрөнә иғтибар бирәбеҙ. Бөгөн 30 миллион һумға ҡоротҡостарға ҡаршы һаҡлау сараһы һатып алыуға килешеү төҙөнөк.

 

– Хужалыҡтың сәсеү майҙаны ла ҙур. Ниндәй төр культуралар өҫтөнлөк итә?

– Сәсеүлек 11 700 гектарға яҡын. Уңыштан килем дә алғы килә. “Клен” йәмғиәте заказы буйынса ҡаты бойҙай, ҡарабойҙай, арпа, тары сәстек. Яҫмыҡ (чечевица) сәсеүлеге өсөн 300 гектар майҙан ҡалдырҙыҡ. Былтыр ҡуҙаҡлыларҙан һаналған соя  үҫтереп ҡараныҡ.

– Көҙөн уңыш һәйбәт булды, тип бер ҡыуанһаҡ, иген культураһына хаҡтың түбән булыуы ҡулға һуҡҡан кеүек булманымы? Бер уйлаһаң, игендең мул булыуы икмәк хаҡына ла йоғонто яһарға тейеш. Беле­үебеҙсә, хаҡ нисек булды, шулай ҡалды. Ғәмәлдә алыпһатарҙар ота. 

– Былтыр ҡаты бойҙайҙың хаҡы бар ине, тоннаһын 35-әр мең һумдан һаттыҡ, быйыл иһә 13,5 мең тәҡдим итәләр. Етен менән дә шул уҡ хәл: былтыр хаҡы 60 меңгә етһә, быйыл 18 мең һум ғына. Ҡарабойҙай 25 мең һум менән китте, былтыр  44 мең ине. Бойҙайҙың сортына ҡарап, һуңғы партияһын 11700 һумдан һаттыҡ. Былтыр уның хаҡы ошо осорҙа 17-18 мең ине.

 

– Һатыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙымы? Санкциялар индерелеүе бәкәлгә һуҡманымы?

– Әлбиттә, яҫмыҡ, рапс, етен кеүек культураларҙы Ҡытай, Пакистан илдәренә, Калининград өлкәһенә оҙата инек. Сәсеүлек майҙанын кәметтек. Һатылмаһа һатылмаһын, үҙ хаҡына биреп ебәрге килмәй, әле күпмелер өлөшө келәттә һаҡлана. Ер ял итһен тигән маҡсатта, пар ерен, ужым баҫыуҙары майҙанын арттырҙыҡ. Ҡайһы бер хужалыҡтар арышты бөтөрә, ә беҙ сәсәбеҙ.

Беҙҙең халыҡтың туҡланыу куль­тураһы икенсерәк. Яҫмыҡ бутҡаһын ашауға ҡарағанда, ит менән картуфҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ. Сит илдә иһә уны салатына ла, икенсе блюдоға ла  ҡушалар. Ҡаты бойҙайҙан булгур тигән ярма етештерелә, ул бик файҙалы. Ә беҙҙә уны бик һирәктәр белә.

 

– Данияр Ғаяр улы, етештерелгән культураны эшкәртеү һеҙҙе ҡыҙыҡ­һындырамы?

– Һәр кем үҙ эше менән шөғөл­ләнергә тейеш, тип уйлайым. Эргәлә генә Маяҡ, Шишмә май һығыу заводтары, “Клен” ярма компанияһы, Мәләүез һөт-консерва комбинаты бар, уларҙың эшмәкәрлеге яйға һалынған. Ябай ғына миҫал. Етен майы файҙалы тип, май һығыуҙы яйға һалдыҡ, ти. Ә беҙҙә халыҡ уны аш-һыу әҙерләүҙә ҡулланып бармай. Шуға ла һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш, тип уйлайым.

 

– Малсылыҡта ниндәй уңыш­тарығыҙ бар?

 – Яйлап ит йүнәлешенә күстек. Ҡара-аҡ һыйырҙарҙы бөтөрөп, герефорд тоҡомлоһон арттырабыҙ, былтыр өҫтәп 55 баш тана, ике лимузин, дүрт герефорд тоҡомло үгеҙ алдыҡ. Бөгөнгә бөтәһе 800 баш иҫәпләнә. Иткә лә алыпһатарҙар хаҡты төшөрөргә тырыша. Сит өлкәләрҙән дә килеп алыусылар бар. Ошоға тиклем тереләй ауырлыҡта 215 һумдан тапшырҙыҡ. Йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнәбеҙ, 100 баш тоҡомло ат бар.

Бөгөн һәр кеше иҫәптә, һәр белгес ҡәҙерле. Ауылда һауынсылар, ветеринар табип, зоотехник етмәгәнлектән, һөтсөлөк йүнәлешен туҡтаттыҡ. Былтыр штатта 65 кеше ине, быйыл 52 кеше ҡалды. Яҡшы техника тупланған, әммә механизаторҙар етмәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға, ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ, һәр байрамда бүләк, атайҙарына премия тапшырам.

 

– Хеҙмәтегеҙ ҙур яуаплылыҡ, түҙемлек талап итә. Ауылда хеҙмәт яратҡандар, икмәк яҙмышы ил яҙмышы икәнен аңлағандар ғына күңел биреп эшләй. Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә.

Әҡлимә ИМАМОВА (Мәләүез районы)

Читайте нас: