Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2023, 08:54

Газ да, һыу ҙа, ут та булһын

Тармаҡ яңы сиселештәр талап итә.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеге, уның хеҙмәттәре менән таныш булмаған, көндәлек мәсьәләләре менән тормошта осрашмаған бер кем дә юҡтыр. Был ҡатмарлы, хәл иткес мөһим тармаҡҡа ҡағылған һәр яңылыҡ һәм үҙгәреш беҙҙең тормош сифатына, йәшәйешебеҙгә, хатта кәйефебеҙгә йоғонто яһай, шуға күрә Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының былтырғы йомғаҡтары һәм 2023 йылдағы бурыстарға арналған берлектәге коллегия ултырышы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев, муниципалитет етәкселәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашлығындағы коллегия ултырышын Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин асты.

 

Йәшәйешебеҙгә йоғонто яһаусы хеҙмәт

 

Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күрене­үен­сә, республика биләмәһендә күп ҡатлы 18444 йорт иҫәпләнә. Былтыр күп ҡатлы 12630 йорт тикшереү үткән (был сикләүҙәр индерелгән 2020 йыл менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк). Күҙәтеү саралары барышында йорттарға идара итеү, торлаҡ фондын техник эксплуатациялау, коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү буйынса байтаҡ етешһеҙлек асыҡланған. Идарасы һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларға мотлаҡ талаптарҙы боҙған өсөн 2299 иҫкәртеү яһалған, протоколдар төҙөлгән. Дәүләт комитетына халыҡтан 19 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән, уларҙың дүрттән бер өлөшө торлаҡҡа һәм коммуналь түләүҙәргә ҡағыла.

Ултырышта дәғүәләр дөйөмләш­терелеп, идарасы ойошмалар эшмә­кәрлегендәге төп проблемалар билдәләнде. Күп ҡатлы йорт­тарҙа планда ҡаралған тикшереү­ҙәрҙе үткәреүгә етди ҡарамау, илке-һалҡылыҡ, йорт советтары менән бергә эшләмәү, түләүҙәрҙең ниндәй маҡсатҡа тотонолоуы хаҡында халыҡтың бөтөнләй белмәүе һәм башҡа кәмселектәр ялыуҙарҙың артыуына килтерә. Комитет рәйесе Артур Рәмил улы әйтеүенсә, ғәмәл­дә йорт советы идарасы ойошма­ның раҫлаусы бөтә документтарын үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм йорт хужаларын улар менән даими таныштырырға, аңлатырға тейеш.

Анализдан күренеүенсә, панде­мияға бәйле сикләүҙәр һәм тик­шеренеүҙәр үткә­реүгә мораторий индерелеүе һөҙөмтәһендә тикше­реүҙәр һаны 2021 йыл кимәленә сығырға мөмкинлек бирмәгән, әммә, уның ҡарауы, иҫкәртеү саралары һиҙелерлек артҡан. Етәксе йорттар төҙөлөшөндә гарантия срогы үтмәгән осорҙа йәшерен етеш­һеҙлектәрҙе асыҡлауҙың, төҙөүсе­ләр менән эште ойоштора белеү­ҙең мөһимлегенә, уның системалы төҫ алырға тейешлегенә иғти­бар­ҙы йүнәлтте, һуңғы осорҙа ҡайһы бер тө­бәктәрҙә газ шартлауға бәйле хәүефһеҙлек мәсьәләһен билдә­ләне. Артур Дәүләтшин әйте­үенсә, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты эргәһендә Мәскәү ҡа­лаһы өлгөһөндә дәүләт төҙөлөш күҙәте­үенә ярашлы һынау, тикшереү һәм экспертиза үткәреү өсөн дәүләт бюджет учреж­дениеһы булдырыу байтаҡ көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе ыңғай хәл итергә ярҙам итәсәк. Ә 2021 йылда Өфө нефть техник университетында “Төҙөлөш һәм торлаҡ күҙәтеүе ойош­маһы” ка­федраһы барлыҡҡа килеүе дәү­ләт комитеты хеҙмәткәрҙәренең квалифика­цияһын камил­лашты­рыуға, Архитектура-төҙөлөш инсти­туты белгестәре менән ҡатмарлы мәсьәләләрҙе бергәләп сисеүгә, студенттарҙы эшкә йәлеп итеүгә булышасаҡ.

 

“Беҙҙең башҡаса юл юҡ...”

 

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ министры вазифа­һын башҡарыусы Ирина Голованова күп тармаҡлы ҙур ком­плекс­тың халыҡты газ, йылылыҡ, һыу, электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә 21 меңдән ашыу кеше хеҙ­мәт итеүен билдәләне. “Беҙ­ҙең маҡ­сат – торлаҡ-коммуналь хеҙмәт­тәр­ҙең ышаныслылығын тәьмин итеү, ҡала һәм ауыл мөхитен уңай­лы һәм зауыҡлы итеү”, – тип йылылыҡ миҙгеленә хас етешһеҙ­лектәрҙе лә урап үтмәне, ҡайһы саҡта йылдамлыҡ, тиҙлек етеш­мәүен тәнҡитләне.

“Шул арҡала беҙ Рәсәй Фе­де­рацияһында авариялар рейтингында йыл аҙағында 10-сы урындан 19-сыға төштөк, ә хәҙер – 25-се урында”, – тип ҡәнәғәтһеҙ­леген бел­дерҙе һәм был йәһәттән эште йәнләндереүҙе талап итте. Эҫе һыуһыҙ ҡалған йорттар булыуы ла сер түгел. “Мәҫәлән, Белорет ра­йонында бына 20 айҙан ашыу 16 йортта газ һүндерелеүе арҡа­һында халыҡ эҫе һыуһыҙ яфалана. Бындай хәл баш ҡалала ла күҙәтелә, бөгөн газ биреү туҡтатылыуы һөҙөмтәһендә 46 йортта эҫе һыу юҡ”, – тип билдәләне Ирина Александровна.

Быйыл махсус ойошмаларҙың вентиляция каналдарына мотлаҡ һынауҙар үткәреүе арҡаһында газ биреү туҡтатылған йорттарҙың артыуы көтөлә, шуға күрә йорт хужа­ла­рының дөйөм йорт милкен һаҡлау һәм тәртиптә тотоу өсөн яуаплылығын арттырыу маҡса­тында осрашыуҙар үткәрелеүе маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Күптән түгел газ ҡорамалдары ҡуйылған күп ҡатлы йорттарҙың Берҙәм реестр мониторингы системаһы эш башлауы йорттарҙа газ биреүҙе туҡтатыуҙы иҫкәртеү буйынса мәсьәләне яйға һалыуға өмөттө арттыра. Төтөн, вентиляция каналдары торошо йылына кәм тигәндә өс тапҡыр тикшерелергә тейешлеген дә иҫкә төшөрҙө етәксе. Капиталь ремонт, подъез­дарҙы ремонтлау, коммуналь инфраструктураны яңыртыу һәм башҡа бик күп мөһим мәсьәләләр ҙә яңғыраны коллегия ултырышында. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр йыйымы, 2021 йыл менән сағыштырғанда, республика буйынса уртаса 0,7 процентҡа артып, 97,3 процент тәшкил иткән. Был йәһәттән Межгорье биләмәһе – лидер (109,7%). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ойоштороу оҫталығы, дисциплина етешмәүе һәм тарифтар күтәрелеүе һөҙөмтәһендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ пред­приятиеларының энергия ресурстары өсөн бурыстары арта барыуы ла асыҡланды.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2016 йылдан алып, дәүләт-шәхси партнер­лыҡ механизмына ярашлы, концессион ки­лешеүҙәр нигеҙендә коммуналь инфраструктура системаларын яңыртыу буйынса эш алып бара. Йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү объекттарын яңыртыу буйынса концес­сион килешеүҙәргә миҫалдар бар. Быйыл Бәләбәй, Яңауыл, Краснокама һәм башҡа ҡайһы бер райондарҙа ошондай проекттарҙы ҡарау планлаштырыла. Бөгөн министрлыҡҡа 600 миллион һум аҡса йәлеп итәсәк 13 концессион килешеү төҙөү буйынса тәҡдимдәр индерелгән.

– Тармаҡта проблемалар етерлек, шуға күрә беҙ бюджет аҡсаһын йәлеп итмәйенсә, халыҡҡа сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн яңы сығанаҡтар һәм ысулдар эҙләйбеҙ. Коммуналь комплекстың тәьҫирле һәм ышаныслы эшләүе өсөн ҡарашты тамырынан үҙгәртеү – бөгөнгө бурысыбыҙ. Эшкә һәләтлелеккә сығымдарҙы финанслау урынына тармаҡты техник яҡтан нығытыуға инвестициялар йәлеп итеүгә күсергә кәрәк. Коммуналь хужалыҡты яңыртыу өсөн беҙҙең башҡа юл юҡ, – тип етәксе муниципаль берәмектәр, коммуналь предприятиелар етәкселәрен, ҡәҙерле ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, инвестициялар йәлеп итеүҙе әүҙемләштерергә саҡырҙы.

Тармаҡ инфраструктураһын яңыртыу буйынса биш йылға иҫәпләнгән төбәк програм­маһы раҫланған. Ошо ваҡыт арауығында биш миллиард 887 миллион һумлыҡ суммаға 435 километр селтәргә капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла. Быйыл программала ҡатнашыусылар раҫланған схемаларҙы һәм смета хаҡын билдәләгән документтарҙы тиҙ арала ведомство ҡарамағына тапшы­рырға тейеш. 2023 йылда капиталь ремонт программаһына (лифт­тарҙы алмаштырыуға, подъез­дарҙы, ҡыйыҡтарҙы ремонтлауға һ.б.) республика бюджетынан 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Йылдан-йыл капиталь ремонт фонды буйынса күп ҡатлы йорттарҙа башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән эске бурыстар күләме үҫешеүе, 2023 йылдың 1 ғинуарына бурыстың 14,3 миллиард һумға етеүе, программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып бер ниндәй ҙә ремонт күрмәгән 8,5 меңдән ашыу йорт барлығы етәксене, һис һүҙһеҙ, ныҡ борсой. Ә бына былтыр йорт хужаларынан капиталь ремонтҡа иғәнә йыйыу кимәле, элгәрге йыл менән сағыштырғанда, 0,36 процентҡа артып, 98,49 процент тәшкил иткән. Республиканың 26 муниципалитеты иғәнәләр йыйыу үтәлешен 100 процентҡа еткергән.

 

Битарафтар арабыҙҙа булмаһын ине...

 

Кемдең уңайлы, яҡшы төҙөклән­дерелгән йорттарҙа, зауыҡлы иха­таларҙа йәшәгеһе килмәһен! Һорау­ҙар, тәҡдимдәр һәм үтенестәрҙе хәбәр итеү өсөн мөмкинлектәр күп булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ дәғүәләре менән йышыраҡ социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итергә күнеккән. “Инцидент-менеджмент” системаһы аша коммуналь хеҙмәт­тәр күрһәтеү һәм төҙөкләндереү буйынса 42 меңдән ашыу мөрәжәғәттең килеүе халыҡтың көнкүреш шарттарына битараф булмауы, йорт проблемаларына нығыраҡ үтеп инергә тырышыуы хаҡында һөйләй. Йылылыҡ менән тәьмин итеү, биләмәләрҙе йыйыштырыу мәсьәләләренән тыш, кеше­ләрҙе йәмәғәтселек киңлектәрен төҙөклән­дереү, иҫәп приборҙарын тикшереү, йәшел­ләндереү, идарасы компанияларҙың эшмә­кәрлеге лә ҡыҙыҡһындыра. Был мәсьә­ләләрҙе бергәләп хәл итеү йәшәү шарттарын яҡшыртырға, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе кәметергә мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй ултырышта ҡатнашыу­сылар.

Ғөмүмән, халыҡтың тормош сифатына, сәләмәтлек торошона йоғонто яһаған тармаҡ эшмәкәр­легенә ҡағылған эреле-ваҡлы һәр мәсьәләнең мөһимлеге бәхәсһеҙ. Халыҡты ҡыҙыҡһындырған тап шундай әһәмиәтле социаль йүнә­лештәрҙең береһе – биләмәләрҙе төҙөкләндереү эше менән министр урын­баҫары Николай Ельников ентекле таныш­тырҙы. Юлдарҙы, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, биләмәләрҙе яҡтылыҡ менән тәьмин итеү, йәмәғәт транспорты торошон яҡшыртыу һәм, әлбиттә, “Башҡорт ихаталары” эшмәкәр­леген йәнләндереү, Өфө ҡала­һының 450 йыллығы хөрмәтенә баш ҡала урамдарын, аллеяларын, парктарын тағы ла күркәмерәк, зауыҡлыраҡ итеү өҫтөндә артабан да эш дауам итәсәк.

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: