Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2023, 09:10

Сәләмәт йәшәү – үҙе бәхет

Тамырлы халыҡтың киләсәге ышаныслы.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Баймаҡ районының иң ҙур, тарихи башҡорт ауылдарының береһе – Иҫке Сибай икенсе йыл рәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша.

– Сибай кантоны вариҫтары, үҙ хыялдарына тоғро ҡалып, быйыл да конкурста ҡатнашырға булды. Былтыр еңеүгә бер нисә балл ғына етмәне, был беҙгә тағы ла дәрт һәм сәм өҫтәне, этәргес көс булды. Быйыл да ауылыбыҙҙы күтәреү, бар республикаға танытыу, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында бәйгелә көс һынайбыҙ. Иң мөһиме – халыҡ үҙе теләк белдерҙе, сәләмәт һәм айыҡ тормошто һайланы, – тине ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев.

Әйткәндәй, сәсән телле, шағир йөрәкле Сибай Утарбаев үҙе лә – Сибай-кантон вариҫтарының береһе.

 

Ауыл тарихы бик тәрәнгә барып тоташа

 

Иҫке Сибай ауылы халҡы Бөр­йән ырыуының Атайсал ара­һынан сыҡҡан. Ҡарттар һөйләп ҡал­ды­рыуынса, Атайсалдың нәҫел­дәре, баярҙар ҡыҫымына түҙә алмайынса, бынан 250 – 300 йыл элек, азатлыҡ эҙләп, хәҙерге Күгәрсен районының Ташлы йылғаһы бу­йын­дағы Санъяп ауылынан Ирән­дек тауының көнсығышына килеп,  Эттотҡан ҡыҫығында төйәк ҡорған. Ырыу башлығы хөрмәтенә ауылға Атайсал тигән исем биргәндәр.

Күпмелер йәшәгәс, атайсалдар яңы урынға күсеп ултыра. Урынды Сибай Тәнәкәев менән ауыл мул­лаһы Айсыуаҡ Мотаев һайлай. Боролоп-боролоп аҡҡан, ярҙары ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар, ерек-талдар менән ҡапланған Ҡарағайлы йылғаһы буйындағы тау итәгенә терәлеп торған хозур туғайҙы үҙ итә улар.

Яңы ауылға Сибай Тәнәкәев хөрмәтенә Сибай исемен бирәләр, ә түбәһе ослайып, болоттарға ашып торған тау Айсыуаҡ тауы тип йөрөтөлә башлай. Шулай итеп, ҡасандыр Атайсал булған ауыл артабан – Сибай, йылдар үтеү менән, үҙенән тағы ла бер Яңы Сибай ауылын (бөгөнгө Сибай ҡалаһы) хасил итеп, Иҫке Сибай исеме менән тарихҡа инә.

Иҫке Сибай ауылынан биш кантон сыҡҡан. Был архив мәғлүмәт­тәре менән раҫлана. Дүртәүһе яуыз, ҡаты ҡуллы Аҡҡол Биктимеров нәҫеленән була, бишенсеһе – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Шәйәхмәт Сибаев. Йор һүҙле, шиғри күңелле кантонды халыҡ Сибай сәсән тип хөрмәт­ләгән, әле лә ул беҙҙең өсөн тәүге сиратта сәсән булараҡ билдәле.

Йылдар түгел, быуаттар үтһә лә, Сибай кантондың тоҡомо бөтмәгән, Иҫке Сибайҙа әле булһа уның вариҫтары йәшәй.

 

Айыҡ тормош – йәшәү рәүеше

 

Иҫке Сибай ауылындағы 1 мең 800 хужалыҡта бөтәһе 3 мең 800 кеше йәшәй. Ауылда Әһлей Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбе, “Сулпылар” балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, Һаҡлыҡ банкы, почта бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, китапхана, ике ҡаҙанлыҡ, Иман йорто бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белем усағы һаман булһа төҙөлөп бөтмәгән, шуға күрә балалар күрше Сибай ҡалаһына йөрөп уҡырға мәжбүр.

“Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигән әйтемде яҡшы аңлай ауыл халҡы, шуға күрә һәр эш ауыл биләмәһе, мәктәп, балалар баҡса­һы, мәҙәниәт йорто, табип амбула­торияһы, мәсет һәм йәмәғәт ойошмалары менән берлектә эшләнелә. Ауылда даими рәүештә эскелеккә ҡаршы рейдтар, аңлатыу эштәре алып барыла, спортты һәм сәләмәт тормошто пропагандалаған саралар үткәрелә. Бынан бер нисә йыл элек үк Баймаҡ районында тәүге­ләрҙән булып Иҫке Сибай ауылында “Айыҡ кеше – сәләмәт кеше” тигән башҡортса баннер  ҡуйылғай­ны. Бөгөн дә был һүҙҙәрҙең ни тиклем көнүҙәк икәнлеген яҡшы аңлай улар, шуға күрә һәр башланғысты күтәреп алырға, үҙҙәренең ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә, сәләмәт йәшәргә ынтыла.

Ике йыл рәттән айыҡ тормошто йәшәү рәүешенә әйләндергән Иҫке Сибай халҡы, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, әленән-әле төрлө спорт һәм мәҙәни саралар үткәрә, ауылдың үҙенә генә хас йолаларын, байрамдарын тергеҙә. Бында бигерәк тә ғаилә традицияларын һаҡлауға ҙур иғти­бар бирелә, быуындар бәйлә­неше дауам итә, йәштәрҙә илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү­гә ҙур иғтибар бирелә, сөнки һәр ғәмәл ғаиләнән башлана. Ул сәләмәт һәм айыҡ тормошто үҙ итһә, балалары ла, ата-әсәһенән күреп, улар кеүек йәшәргә ынтыла. Шуға күрә ауыл халҡы үткәргән һәр сарала кесе­һенән алып оло йәштәгеләргә тиклем ҡатнашыуы, аяғына баҫҡаны­нан алып туҡһанды тураҡлағанына тиклеме саңғыла шыуа йә иһә боҙҙа хоккей уйнай, бик тә булмаһа, скандинав таяҡтарына тотона.

 

“Сәләмәтлек көнө”ндә

 

“Айыҡ ауыл” республика конкур­сының төп маҡсаты – кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡ­тырыу. Күптәр был конкурс эскелекте ташлатыуға ғына йүнәл­телгән тип уйлап тәрән яңылыша. Конкурс ауыл халҡын берләштерә, туплай һәм берҙәм эш итергә, уртаҡ проблемаларҙы үҙ-ара хәл итергә өйрәтә. Икенсенән, әүҙемлекте арттыра, сөнки сараларҙа ҡатнашыу һәм уны ойоштороу өсөн иң тәүҙә үҙеңә әүҙем, дәртле булыу шарт. Өсөнсөнән, сәләмәт тормош рәүешен алып барырға ғына түгел, тормошҡа айыҡ ҡарарға өйрәтә, яман ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам итә, шулай уҡ үҙеңә иғтибарлы ҡараш, бөгөнгөңдө уйлап, киләсәгеңде хәстәрләү ҡеүәһен тәрбиәләй.

Ошо көндәрҙә Иҫке Сибай ауылында “Сәләмәтлек көнө” үтте. Ауыл халҡын Иҫке Сибай табип амбулаторияһында Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһы табиптары ҡабул итте, күсмә сәләмәтлек үҙәктәре эшләне. Унда теләүселәр флюорография үтеп, ҡандағы глюкоза, холестерин кимәлен, ҡан баҫымын тикшертте, ЭКГ үтте, дауаханала иһә тар белгестәргә күренеү мөмкинлеген алды.

Иҫке Сибай табип амбула­торияһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, 40 йылдан ашыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән Варис Шакиров әйтеүенсә, көн дауамында төрлө йүнәлештәге ун табип ике меңгә яҡын сирлене ҡабул иткән. Шулай уҡ Калинин ауылы халҡы ла табиптарға күренергә килгән (ул да Иҫке Сибай ауыл биләмәһенә ҡарай).

– Табиптар алдан яҙылған сир­леләрҙе ҡабул итте.  Ауыл халҡы­ның икенсе йыл рәттән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуын беҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре, әлбиттә, хуплайбыҙ һәм үҙебеҙ ҙә ситтә ҡал­майбыҙ. Конкурсҡа ярашлы ойошторолған “Сәләмәтлек көнө”н­дә район һәм үҙебеҙҙең табиптар ярҙамында мөрәжәғәт итеүселәргә  ваҡытында диагноз ҡуйырға һәм мөмкин тиклем тиҙерәк дауа­лауҙы башларға булышлыҡ иттек.

Һуңғы йылдарға күҙ һалғанда, ауылда бигерәк тә йәштәр ара­һын­да спиртлы эсемлектәр ҡулла­ныусылар һирәгәйгән, тәмәке, наркомания кеүек алама ғәҙәттәрҙе үҙ итмәүҙәре лә ҡыуандыра. Сәлә­мәт һәм айыҡ тормошто үҙ иткән тотош бер быуын үҫеп килә. Әммә мәктәп уҡыусылары араһында артыҡ тән ауырлығы киләсәктә сәләмәтлеккә бәйле проблемалар тыуҙырыуы, ҡайһы бер балаларҙың электрон сигарет тартыуы, вейптар ҡулланыуы борсолдора, шуға күрә мәктәп уҡыусылары араһында был тәңгәлдә иҫкәртеү эше алып барабыҙ. “Сәләмәтлек көнө”ндә шулай уҡ ауыл халҡын диспансерлаштырыу йүнәлешендә лә бик ҙур эш башҡарылды.

Барлыҡ табиптарҙың бер көндә бер урында ҡабул итеүе ике яҡ өсөн дә бик отошло. Киләсәктә лә был йүнәлештә эште дауам итер­беҙ тигән теләктәмен, – ти  тәжри­бәле табип Варис Мулланур улы.

Мөмкинлектән файҙаланып, бер нисә табип ҡабул иткән бүлмәләр буйлап йөрөп сығырға ла өлгөрҙөк. Мәҫәлән, ультратауыш ярҙамында тикшереү табибы Алһыу Хисмәтуллинаға сират бик ҙур. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында ололар ҙа, балалар ҙа бар. Бөтәһе 37 пациентты ҡабул иткән, шуларҙың унауһы – балалар. Өс сирлене ҡайтанан тикшереү өсөн Баймаҡ үҙәк дауаханаһына килергә ҡушһа, бер нисә кешелә етди сир осраҡтары асыҡланған.

Баймаҡ табиптары әйтеүенсә, күптәр үҙҙәренең һаулығына ҡарата битараф, сирҙе алдан асыҡ­лап, аҙып китеүенә юл ҡуймау өсөн табиптарға йылына бер тапҡыр күренеү мотлаҡ. Табиптар ауылға килгәндә, кешеләр, уларға күренеп ҡалыу мөмкин­легенән файҙаланып, һаулығын тикшертеп ҡалһын ине, тигән теләктә улар. Һәр кемдең сәләмәтлеге – үҙ ҡулында.

 

Буласаҡ табиптар ҙа ситтә ҡалманы

 

“Сәләмәтлек көнө”ндә Сибай медицина колледжының “Миһыр­банлыҡ” ирекмәндәр отряды ла әүҙем ҡатнашты. Уҡыу йорто дирек­торының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Миләүшә Баязитова етәкселегендәге ирекмәндәр отряды лекциялар, семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Мәҫәлән, беренсе курста белем алған Розалия Ҡотлоғолова – Бай­маҡ ҡалаһынан. Буласаҡ фельдшер аҡ халатлылар династияһын лайыҡлы дауам итергә хыяллана.

– Атайым менән әсәйем икеһе лә Баймаҡ район үҙәк дауа­ха­на­һында эшләй, өләсәйем дә табип. Был һөнәргә бәләкәйҙән ғашиҡмын, уны аңлы рәүештә һайланым. Киләсәктә атай-әсәйемдең юлын лайыҡлы дауам итергә, кешеләрҙе дауаларға, уларҙың сәләмәтлеге һағында торорға теләйем, шуға кү­рә ирекмәндәр отрядына уҡыу­ҙың тәүге көндәрендә үк яҙылдым. Мох­таждарға бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен, – ти Розалия.

Уның һүҙҙәренә шулай уҡ Бай­маҡ ҡалаһынан бергә уҡыған төр­көмдәштәре Кирилл Шаранов ме­нән Фәнил Иҙелбаев та ҡушылды.

Сибай ҡалаһының медицина кол­леджы студенттары һәм уҡы­тыу­сылары IX – XI класс уҡыу­сылары өсөн “Һөнәри йүнәлеш биреү” дәресен үткәрҙе.

“Миһырбанлыҡ” ирекмәндәре төрлө осраҡта беренсе ярҙам күр­һәтеү юлдарын өйрәтте, эскелек, наркомания, тәмәкенең кеше һау­лы­ғы өсөн зыяны тураһында лекциялар менән сығыш яһаны, уҡыу­сылар өсөн квест-уйындар үткәрҙе.

 

Араҡыға ҡаршы – 77 төрлө эсемлек

 

Ауылдың “Шәфәҡ” ағинәйҙәр ойошмаһы бер саранан да ситтә ҡалмай, күп мәҙәни сараларҙы ойоштороусыларҙың береһе лә. Иҫке Сибай ағинәйҙәренең үҙҙәре әҙерләгән милли эсемлектәрҙән һәм шифалы дарыу үләндәренән торған күргәҙмә барыһын да хайран итте. Улар, спиртлы эсемлектәргә ҡаршы сара булараҡ, үләндәрҙән, емеш-еләктән үҙҙәре әҙерләгән 77 төр эсемлектәрен алып сыҡҡан. Мәҫәлән, ҡарағат, еләк, тубырсыҡ­тан әҙерләнгән эсемлектәр, муйыл, слива, алма, ҡыҙыл көртмәле һуттары, арыш кеүәҫе, төрлө шифалы үләндәрҙән, киптерелгән емештәрҙән хуш еҫле тәмле сәйҙәр – барыһы ла һыуһынды ҡанды­рырлыҡ, тәнгә сихәт бирерлек эсемлектәр.

Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Илүзә Йосопова әйтеүенсә, улар “Айыҡ ауыл” конкурсына арналған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡат­наша, йәш быуынға халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, онотола барған йолаларын, шөғөл-кәсептәрен өй­рә­теү һәм тапшырыу маҡсатында бик күп эш башҡара. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡан яугирҙәргә йылы ойоҡбаштар бәйләй, улар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә.

Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалманы

 

“Сәләмәтлек көнө”ендә шулай уҡ Пенсия фонды, мәшғүллек үҙәге, йәштәр бүлеге, “Ғаилә” үҙәге, социаль-психологик ярҙам үҙәге белгестәре, үҙәк ҡала дауаханаһы наркологы менән осрашыуҙа ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы наркологы Азамат Ҡашҡаров бел­дереүенсә, үткән йылдарҙа Иҫке Сибай ауылынан 22 кеше иҫәптә торған, әле ул һан 17-гә кәмегән. Тимәк, халыҡ айыҡлыҡты һайлай.

– Районда спиртлы эсемлектәр ҡулланып, 22 кеше вафат булған. Эскән кешене дауаханаға килтереп, дауалап, аяғына баҫтырып сыға­рып ебәрәһең, өс-дүрт көндән шул уҡ кеше реанимацияла ята. “Йәшел йылан”ға алданып, ғаиләһен дә уйламайҙар, шуға күрә аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Бер-ике рюмканан бер нәмә лә булмаҫ тип башланған табындың күп осраҡта аҙағы күңелһеҙ тамамлана. Шуныһы ҡыуандыра: район йәштәре араһында эскелек менән мауығыусылар юҡ тиерлек. Бына ошо быуынға ололар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә өлгө булһын. “Айыҡ ауыл” конкурстары кәрәк, ул ауыл халҡына ғына түгел, тотош халыҡҡа сәләмәт йәшәүгә йүнәлеш бирә, – тине Азамат Хөрмәт улы.

Пенсия фонды идаралығы начальнигы Кәрим Миңлеғәле улына ла хаҡлы ялға сығыу, оло йәш­тәгеләрҙе һәм инвалид балаларҙы тәрбиәләү буйынса өҫтөнлөктәр хаҡында бихисап һорау бирелде. “Ғаилә” үҙәгенең социаль эштәр буйынса белгесе Зилә Ҡарасурина, Социаль-психологик ярҙам үҙәге мөдире Эльвира Муҡаева һәм башҡалар һәр һорауға аныҡ, тулы яуап бирҙе. Шулай уҡ “Ғаилә” үҙәге белгестәре халыҡҡа бушлай юридик консультациялар үткәрҙе.

 

Беҙ бергә, тимәк, көслө!

 

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан” проекты нигеҙендә өр-яңы һулыш алған Иҫке Сибай мәҙәниәт йортоноң эсе лә, тышы ла гөрләп торҙо. Биләмә янында Баймаҡ ҡалаһынан килгән күсмә мәҙәни үҙәктә (автоклубта) Ишмө­хәмәт ауыл биләмәһенең һәүәҫкәр артистары моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән сәхнәне гөрләтте. Балалар уйындары ла ойошторолдо. Ә инде хоккей майҙансығында Баймаҡ, Иҫке Сибай һәм Түбә ауылының үҫмерҙәр командалары үҙ-ара көс һынашты. Фойела ауыл уңғандарының ҡул эштәренән, һөт ризыҡтарынан, бал һәм милли эсемлектәрҙән күргәҙмәләр эшлә­не, теләүселәр һатып алды.

Сәләмәт тормошто пропаган­да­лаған сарала Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы президиумы ағза­һы, “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсы кураторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Мырҙа­баева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, “Башнедра” тау-геология мираҫын, мәғарифты һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов, Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айнур Кәри­мов, Баймаҡ район башҡорттары ҡоролтайының баш­ҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишем­бәтов һәм башҡа ҡунаҡ­тар­ҙың ҡатнашыуы уның бәҫен күтәр­ҙе. Ә инде Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы­ның “Баймаҡ райо­нына килгән һа­йын рухи көс алып ҡайтабыҙ!” тигән һүҙҙәре ауыл халҡын дәрт­ләндереп кенә ҡалманы, тағы ла сәмләнде­реп, яңы еңеүҙәргә көс өҫтәне.

Билдәле булыуынса, “Айыҡ ауыл” конкурсы республикала 2011 йылдан үткәрелә, 2019 йылда конкурс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ҡайтанан тергеҙелә. Төрлө йылдар­ҙа Баймаҡ районынан Йылым менән Түбәнге Яйыҡбай “Айыҡ ауыл” еңеүселәре булды.

– Иң ҙур ауылдар номина­ция­һында Иҫке Сибай быйыл икенсе тапҡыр ҡатнаша. Һеҙгә еңел түгел икәнлеген яҡшы аңлайым, сөнки ауылығыҙ ҙур, халыҡты туплау һәм берләштереү еңелдән түгел. Шулай ҙа бөгөн ошоға тиклем башҡарған эштәрегеҙҙе күреп һөйөндөм. Былтыр бер аҙ тәжрибә тупланығыҙ, шуға күрә быйыл һеҙгә еңелерәк. Хәҙер үҙегеҙгә генә хас булған яңы саралар үткәреп, яңы пландар алып эшләһәгеҙ, уңышлыраҡ буласаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йы яғынан методик ярҙам күрһәтеп торабыҙ. Әйтергә кәрәк, был конкурс ниндәйҙер кимәлдә матди ярҙам алыуға ғына ҡайтып ҡалмай, беҙҙең төп маҡсат – халыҡты бер­ләш­тереү, туплау, сәләмәт тормош­ҡа һәм айыҡлыҡҡа ылыҡтырыу. Кешене дауалап ҡына эскелектән арындырып булмай, уны тәрбиәләү кәрәк. Беҙ бергә булғанда ғына – көслөбөҙ. Ошоно онотмайыҡ. Иҫке Сибай халҡының еңеүенә ышанысым ҙур, уңыштар ғына һеҙгә! – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.

Бер төркөм ауыл әүҙемселәре Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Сәләмәт тормошҡа һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға арналған “Сәләмәтлек көнө”ндә һәр кем бер аҙға ғына булһа ла үҙ һаулығы хаҡында уйланып, уға битараф ҡарарға ярамауын, һис юғында йылына бер тапҡыр диспансерлаштырыу үтергә кәрәклеген аңлаһа, табындарҙа спиртлы эсем­лектәр түгел, үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән шифалы үләндәрҙән, емеш-еләктән әҙерләнгән файҙалы һут­тар ҡулланһа, спорт менән дуҫ бу­лырға ынтылһа, сара һис шикһеҙ үҙ маҡсатына өлгәшкән, тиергә мөмкин. Эйе, иҫке сибайҙар сәлә­мәт һәм айыҡ тормош яҡлы. Был уларҙың көндәлек эштәрендә, йәшәү рәүешендә һәм тормошҡа ҡараштарында ла сағыла. Уларҙың “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүселәр рәтендә булырына ышаныс ҙур.

- Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы

“Ғаилә” үҙәге белгестәре халыҡты ҡабул итә.
Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалманы.
Ҡунаҡтар “Сәләмәтлек көнө”ндә.
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух.
Сибай медицина колледжының “Миһырбанлыҡ” отряды ирекмәндәре етәкселәре Миләүшә Баязитова менән.
“Ғаилә” үҙәге белгестәре халыҡты ҡабул итә.
Читайте нас: