Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2023, 12:52

Стәрлетамаҡ йәштәре нисек йәшәй?

Уларҙың девизы – хеҙмәт, ярҙам, үҫеш.

Рәсәй Студент отрядтары,  йәштәр ойошмаһы булараҡ, 1959 йылда Рәсәй Мәғариф министрлығы ярҙамында булдырылған.

Студент отрядтары – эшкә урынлашыу мөмкинлеге лә, яңы белемгә һәм тәжрибәгә эйә булыу сараһы ла, тормош мәктәбе, асыш-тәьҫораттар, ижад осоро, дуҫтар һәм фекерҙәштәр берләшмәһе лә.

Юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттары студенттары өсөн уҡыуҙан буш ваҡытта (ҡағиҙә булараҡ, йәйге һәм ҡышҡы каникулда) төрлө сәнәғәт һәм ауыл хужалығы объекттарында, шулай уҡ хеҙмәтләндереү өлкәһендә (ҡунаҡхана комплекстарында һәм алыҫ араға йөрөгән поездарҙа), балалар лагерҙарында, шифаха­наларҙа вожатыйҙар, тимер юлдарҙы оҙатыусы булып эшләү өсөн ваҡытлыса хеҙмәт коллективтары ойошторолған.

Студент отрядтарының эшмә­кәрлеге йәштәрҙе уҡыған осорҙа ла, уҡыу йорттарын тамамлағас та ваҡытлыса һәм даими эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү­ҙән ғибәрәт. Был хәрәкәт йәштәргә патриотик тәрбиә би­реүҙә, студент отрядтары хәрәкәте традицияларын һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә, халыҡ араһында мәҙәни һәм социаль әһәмиәтле эште башҡарыу­ҙа ла ҙур роль уйнай, шулай уҡ Рәсәй иҡтисадының төрлө тар­маҡтары өсөн кадрҙар резервын булдырыуға ла булыш­лыҡ итә.

Студенттар отрядының дүрт төрө эшләй. Төҙөлөш отрядтары йәйге осорҙа хужалыҡ ойошмалары менән хеҙмәт һәм подряд килешеүҙәре нигеҙендә төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡара. Вагон ҡараусылар (проводниктар) отрядтары иһә тимер юлда пассажир вагондарын хеҙмәтләндерә. Педагогик отрядтар балаларҙың йәйге һауыҡтырыу лагерҙарына юллана. Сервис отрядтары иһә төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү йүнә­леш­тәрендә эшләй: сауҙа, туризм, пропаганда тармағында, промоутер, стюардесса һәм башҡалар.

Бөтә Рәсәйҙә студент­тарҙың  яҡынса 240 мең отряды балалар, ололар, инвалидтар өсөн төрлө файҙалы эштәр башҡа­ралар, поезда, шифаханала, ла­герҙа эшләйҙәр. Беҙҙең университетта ла студенттар эшһеҙ ултырмай: төрлө саралар ҙа үткә­рәләр, кешеләргә лә ярҙам итәләр.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрле­тамаҡ филиалында студенттар түбән­дәге отрядтарҙа тырышып эшләй: “Стерх”  проводниктар отряды, “Гефест” төҙөлөш отряды, “Беренсе орден” педагог отряды, “Аҡбуҙат” ҡар десанты отряды, “Арфа” сервис отряды.

2022 йылда ғына улар ҡалала күп сара үткәрҙе, үҙҙәре лә төрлө ҡалаларға барып ҡатнашты. Мә­ҫәлән, “Аҡбуҙат” отряды Стәр­летамаҡтың 36-сы балалар баҡсаһы ихатаһын ҡарҙан та­ҙартты. Был ҙур ярҙам, сөнки ата-әсәләр һәм балалар өсөн тирә-яҡ мөхиттең хәүефһеҙ булыуы бик мөһим.

Былтыр йәштәр Рәсәй студент отрядтары көнөнә “Юлдаш” ра­диоһына барып, ошо хәрәкәт ветераны Рөстәм Сабир улы Туҡаев менән студент отрядта­рының элекке һәм бөгөнгө традициялары тураһында һөйләштеләр. Бөгөнгә булған эш планын һәм йәйге осорҙа эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр.

Шулай уҡ университет студенттары “Яңы кешеләр” партияһы менән берлектә “Ҡарлы фитнес” акцияһын ойошторҙо. 31-се балалар баҡсаһы, Өфө фән һәм технологиялар универси­тетының Стәрлетамаҡ филиалы колледжы, спорт комплексы ихаталарын ҡарҙан таҙартты.

23 февралгә һәм 8 мартҡа арналған саралар ҙа даими үткәрелә. “Беҙ төрлө! Беҙ шәп!” интеллектуаль викторинаһын  ойоштороп, отрядтар үҙ-ара ярышты.

“Аҡбуҙат” отряды университет­тың төп корпусында, “Хәстәрлек” акцияһына ярашлы, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан мәж­бүри күсеп килгәндәр өсөн гуманитар ярҙам йыйҙы.

“Арфа” сервис отряды иһә төр­лө студент отрядтары ағзалары өсөн “Своя игра” форматында викторина үткәрҙе. Шулай уҡ студент отрядтары төп корпус эргәһендәге биләмәне таҙартыу буйынса өмә­ләр ойошторҙо. Йәштәр сүп-сарҙы, былтырғы япраҡтарҙы йыйҙы, майҙанды һәм юлдарҙы таҙартты. Рәсәй студенттары отрядтары гранты положениеһына ярашлы, 100 студент йәйге лагерҙарҙа вожатый булып эшләр өсөн педагогика, психология нигеҙҙәрен өй­рәнә. Буласаҡ вожатыйҙарға ҡу­наҡҡа “Рәсәй студент отрядтары” ойош­маһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Юлиә Назарова ла килде.

Йәй иһә студенттар, хеҙмәт объекттарына йүнәлтмә алып, төрлө ерҙә эшләй: балалар шифаханаларында, лагерҙарҙа, поез­дарҙа, мәктәптәрҙә үҙ көсөн һынай, йәйге сараларҙа ла ҡатнаша.

Көҙ “Торатау” конгресс-холында студент отрядтарының VIII слеты булды. Йәштәр унда бик күп фай­ҙалы мәғлүмәт алды, ижади фес­тивалдәрҙе ҡараны һәм отряд йырҙарын башҡарҙы.

Ноябрҙә Кемерово ҡалаһында 2022 йылғы Бөтә Рәсәй студент отрядтары слеты уҙҙы. Унда Рә­сәй­ҙең 76 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан 1500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Беҙҙең команда ла ситтә ҡалманы. Өс көн рәттән студенттар төрлө майҙансыҡтарҙа, сараларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Йәштәр бер-береһе менән танышты, тәжрибә уртаҡ­лашты, шулай уҡ 2022 йылға йомғаҡ яһаны. Студент отрядтарында әүҙем тормош позицияһы булғандар ғына түгел, көн һайын ярҙамға килергә әҙер торған йәштәр ҙә тупланған.

Артем БАЙМӨХӘМӘТОВ: “Аҡбуҙат” ҡар десанты отряды етәксеһе:

– Ҡалала төрлө саралар үткәрәбеҙ, мәҫәлән, “ҡар фитнесы” йыш ойошторола. Мөм­кинлек булһа, республика райондарына сығабыҙ, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, иха­таларҙы ҡарҙан таҙартабыҙ, кешеләргә ярҙам итәбеҙ.

Мин, “Беренсе орден” педагог отряды ағзаһы булараҡ, йәй лагерҙарҙа вожатый булып эшләйем, балаларға күңелемдең бер өлөшөн бирәм, унда саралар үткәреп кенә ҡалмайбыҙ, тәр­биә эше аша аралашабыҙ, берҙәмлек, спорт һәм ижади һәләттәрҙе үҫтерергә тыры­шабыҙ.

Валерия КУЧИНА,

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәр­ле­тамаҡ филиалы штабы командиры:

– Студенттар отрядына һәр кем яҙыла ала. Әгәр шат күңелле, ышаныслы һәм яуаплы икәнһең, беҙ һине көтәбеҙ. Университетта беҙҙе өҫкө кейем буйынса еңел генә танырға мөмкин.

Беләһегеҙме, мине штаб комиссары вазифаһына тәҡдим иткәстәр, бер аҙ ҡурҡа төш­төм: берәй нәмәне дөрөҫ эшлә­мәһәм? Был бурысты үтәй алыр­мынмы? Әммә үҙемдә ҡур­ҡыу тойғоһон еңә алдым! Шулай итеп, уңайлылыҡ зонаһынан сыҡтым һәм быға үкенмәнем.

Төп эшмәкәрлектән тыш, штаб менән бергә төрлө слет­тарға, форумдарға һәм интер­актив сараларға йөрөйбөҙ. Ғөмүмән, беҙ һәр ваҡыт хәрә­кәт­тә.

Шулай итеп, студенттар бер йыл эсендә төрлө ҡала­ларға барып ҡайтты, кеше­ләргә ярҙам итте, матур уҡыу тураһында ла онотманылар. Уларҙың төп девизы – хеҙмәт, ярҙам, үҫеш.

- Ләйлә АБДУЛОВА

 

Читайте нас: